Кронштадт егәрлелек йорто

Кронштадт егәрлелек йорто — Кронштадтағы Андреевский соборы башлығы Иоанн һәм барон Отто Буксгевдентың берлектә асҡан «хеҙмәт өйҙәре» була.

Барлыҡҡа килеүе үҙгәртергә

 
1910 йыл, Андреевский соборы (Кронштадт)

1855 йылда Кронштадтың Андреевский соборында үҙенең хеҙмәтен башлаусы йәш священник Иоанн халыҡтың ярлылығы менән осраша була һәм уларҙың трущобаларҙа[1] бер нисек тә үҙҙәренең йәшәү рәүештәрен үҙгәртә алмауҙарын күрә. Хәйриә менән әүҙем шөғөлләнә башлап, ул шуны аңлай: хәйриә кәрәк, тик ул кешенең эшләү теләген юҡҡа сығара[1]. Шулай итеп, ул бындайҙарға түләүле хеҙмәт кәрәклеген аңлай[1].

1872 йылда сыҡҡан «Кронштадтский вестник» гәзитенең 3 һәм 18 һандарында Иоанн ике мөрәжәғәтнәмә баҫтыра, уларҙа Кронштадтағы ярлылыҡ тураһында уйланырға саҡыра һәм был мәсьәләне хәл итәү юлдарын эҙләргә өндәй. Бындай ауыр хәлдең сәбәптәрен дә атай: тыумыштан килгән ярлылыҡ, йәтимлектән ярлылыҡ, янғындан, урлауҙан, ҡартайып эшкә яраҡһыҙлыҡтан йә ауырып китеү сәбәпле ярлылыҡ, йәрәхәтләнеүҙән ярлылыҡ, ялҡаулыҡтан ярлылыҡ, эскелектән ярлылыҡ һәм иң күбе — эш булмау сәбәпле, йә эшкә тотоноп китергә мал-мөлкәт булмау арҡаһында: кейергә яҡшы кейем, аяҡ кейеме, ашар икмәге, эш ҡоралының булмауын күрһәтә[1][2][3][4][5].

Дин әһеле Иоанн ҡала халҡын «ярлы халыҡ массаһына дөйөм йәшәү урыны, хеҙмәт өйө һәм һөнәрселек училищеһы» асырға саҡыра[1].

Үҙенең эштәрендә ул Рәсәйҙә киң таралған хеҙмәт өйҙәненең тәжрибәһен ҡуллана.

Хеҙмәт өйҙәре Рәсәйҙә Екатерина II башланғысы менән XVIII быуат аҙаҡтарында көнбайыш илдәр өлгөһөндә барлыҡҡа килә, тик уларҙа ҡатнаш мөнәсәбәттәр бергә ҡулланыла: бер үк ваҡытта хоҡуҡ боҙоусыларҙы көсләп эшкә йәлеп итеү һәм мохтаждарҙы эш менән тәъмин итеү.

Шәфҡәтлелек үҙгәртергә

1888 йылда 108 кешегә иҫәпләнеп яңынан төҙөлгән өс ҡатлы йоҡлау өйөнән башҡа, 50 кешегә иҫәпләнгән йәтимдәр йорто, әсәләре эшләгән кескәйҙәр өсөн балалар баҡсаһы ла эшләй башлай[1][3][4][5]. Хеҙмәткә яраҡһыҙ ҡатындар өсөн 22 урынлыҡ бушлай йәшәү урындары булдырыла һәм уларҙың һәр береһенә айына 3 һум аҡсалата ярҙам күһәтелә[1].

Эш һөйәрлек өйөндә бушлай амбулатория үҙәге була, йылына 2-3 мең кешене хеҙмәтләндерә[1]. Ошонда уҡ астмаға ҡаршы вакцинация эшләйҙәр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 Кристина Петроченкова. Дом трудолюбия св. Иоанна: «Учреждение первых христиан времен апостольских». Милосердие.ru (2 ғинуар 2015). Дата обращения: 29 апрель 2015.
  2. Валентина ГОРОДНИЧЕВА. «Социальное предпринимательство» Иоанна Кронштадтского. orthedu.ru. Дата обращения: 26 апрель 2015.
  3. 3,0 3,1 Первый в Россия Дом Трудолюбия. Дата обращения: 26 апрель 2015.
  4. 4,0 4,1 Д. Я. Северюхин. ДОМ ТРУДОЛЮБИЯ В КРОНШТАДТЕ. Энциклопедия благотворительности Санкт-Петербург. Дата обращения: 26 апрель 2015.
  5. 5,0 5,1 Попов И. В. Святыни Кронштадта: Дом трудолюбия. Отец Иоанн Кронштадтский. Кронштадтский вестник (30 сентябрь 2005). Дата обращения: 23 апрель 2015.