Криони Николай Константинович

Николай Криони Константинович (5 сентябрь 1953 йыл) — Рәсәй ғалимы, техник фәндәр докторы, профессор, 2015 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры.

Криони Николай Константинович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 сентябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (70 йәш)
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Өфө дәүләт авиация техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Биографияһы үҙгәртергә

1971 йылда Өфө ҡалаһының 107-се урта мәктәбен тамамлаған. 1976 йылда Өфө авиация институтын (УАИ) тамамлап «Машиналар эшләү технологияһы, металл киҫеүсе станоктар һәм инструменттар» һөнәре буйынса диплом ала. 1976—1977 йылдарҙа Ярославль ҡалаһындағы радиозаводта инженер, ә 1977-81 йылдарҙа — Өфө авиация институтында инженер булып эшләй[1].

1981—1985 йылдарҙа Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының механика проблемалары институты аспиранты була. 1985 йылда «Трение и износ в машинах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

1985—1992 йылдарҙа Өфө авиация институтында һыҙма геометрия һәм черчение кафедраһында эшләй (Н. К. Криони доцент ғилми исемен 1987 йылда ала). Шулай уҡ 1989—1992 йылдарҙа Өфө авиация институты ҡабул итеү комиссияһының яуаплы сәркәтибе була, ә 1992—2003 йылдарҙа — Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыу идаралығы начальнигы[1].

2003—2015 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡытыу эштәре буйынса проректор булып эшләгәй[1].

2005 йылда «Трение и износ в машинах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2006 йылда профессор була[1].

2015 йылдың 27 апрелдә Николай Константинович Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры итеп һайлана[2][3].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Ҡаты есемдәрҙең контактлы үҙ-ара тәьҫир итешеүе өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәре бар. 180-дән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр (шул иҫәптән дүрт монография, биш уҡыу әсбаптары, уйлап табыуға авторлыҡ таныҡлығы, патенттар, СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе миҙалдары) авторы һәм авторҙашы булып тора[1].

Ижтимағи эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Рәсәйҙә инженерлыҡ белеме биреү ассоциацияһы ағзаһы, «Вестник УГАТУ» фәнни журнал редколлегияһы ағзаһы, университет мөхәрририәте советы һәм «Башҡортостандың Педагогик журналы» журналының йәмәғәт советы рәйесе[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса Дәүләт Комитетының маҡтау ҡағыҙы (1997);
  • "Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2002);
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006)[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә