Крадин Николай Петрович


Крадин Николай Петрович (17 декабрь 1938 йыл) — архитектура тарихсыһы, архитектура докторы, профессор, Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш академияһы ағза-корреспонденты, Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең Хабаровск бүлексәһе рәйесе (ВООПИиК), ТОДУ уҡытыусыһы.

Крадин Николай Петрович
рус. Николай Петрович Крадин
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 17 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (85 йәш)
Тыуған урыны Хабаровск, РСФСР, СССР
Балалары Крадин, Николай Николаевич[d]
Һөнәр төрө историк архитектуры, университет уҡытыусыһы
Эшмәкәрлек төрө история архитектуры[d]
Эш урыны Тымыҡ океан дәүләт университеты
Уҡыу йорто И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә архитектура докторы[d] (2003)
Ойошма ағзаһы Всероссийское общество охраны памятников истории и культуры[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы

Рәсәй күсмәнделәр тарихсыһы Н. Н. Крадиндың атаһы.

Биографияһы үҙгәртергә

1938 йылдың 17 декабрендә Хабаровскиҙа йәшәүсе ғаиләлә икенсе бала булып тыуа. Атаһы — эшсе, әсәһе — хужабикә. Ғаиләлә бөтәһе ете бала үҫкән — дүрт ағалы-энеле һәм өс апаһы.1956 йыл, 15 август — 40-сы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Биробиджан педучилищеһының художество-графика бүлегенә 1-се курсҡа уҡырға инә. 1960, 1 июль — училищены тамамлағй, квалификацияһы бирелә «урта мәктәп рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы»квалификацияһы бирелә һәм диплом тапшырыла.

1960—1961 — Бурят АССР-ы Онохой ҡасабаһы урта мәктәбендә һыҙма һәм рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.

1961—1964 — СССР Ҡораллы көстәренең Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә.1964, июль — Ленинградта СССР сәнғәт академияһының И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә.1964-1970 — институтта СССР-ҙың Халыҡ архитекторы С. Б. Сперанский класында уҡый.1970 — диплом проектын яҡлай. Хабаровскиға Алыҫ Көнсығыш Бөтә Союз техник эстетика ғилми-тикшеренеү институтының Алыҫ Көнсығыш филиалының интерьерҙар бүлегенә эшкә йүнәлтелә.1973 йыл, 15 август — Н, П. Крадин Хабаровск политехник институтына (әлеге ваҡытта Тымыҡ океан дәүләт университеты) эшкә күсә, ошо ваҡыттан алып был уҡыу йортонда уның ғилми һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге бәйле.1979, 27 сентябрь — Мәскәү архитектура институтында «Крепостное деревянное зодчество Сибири XVII—VIII вв.» (етәксеһе проф. Косточкин В. В.) темаһына кандидатлык диссертацияһы яҡлай.1983 — доцент дәрәжәһе бирелә.1992 — профессор исеме бирелә.

1998 — «РФ-ҙың атҡаҙанған архитекторы».2003, 28 декабрь— Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө һәм архитектура теорияһы ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү) «Русская архитектура Дальнего Востока XVII-нач. XX вв.»[1] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм Алыҫ Көнсығышта беренсе архитектура докторы була.2008, 30 май— Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Проекттары үҙгәртергә

  • Реконструкция церкви Иннокентия Святителя Иркутского в Хабаровске (автор, 1998—2000).
  • Проект реконструкции Русской улицы в Даляне, КНР (в составе авторского коллектива, 1999—2000).
  • Проект восстановления Свято-Николаевской церкви и часовни Иверской Божьей Матери в Харбине (автор, 2005; реализация 2008).
  • Проект парка Русской культуры в Харбине (автор проектов восстановления Свято-Николаевской церкви и Иверской часовни, въездных ворот; подбор чертежей для других объектов, консультации при реализации, 2005—2009).
  • Проект Илимского острога в музее деревянного зодчества «Тальцы» под Иркутском. 2012 г. (соавтор Иванченко А. А.)

Библиография үҙгәртергә

Н. П. Крадин 520-нән ашыу публикациялар авторы һәм авторҙашы[2]. Шул иҫәптән 25 китап (авторлыҡта 20):

  • «Русское деревянное оборонное зодчество» (1988).
  • Памятники архитектуры Хабаровска (1997).
  • Архитекторы Хабаровска (1998).
  • «Старый Хабаровск» (1999, 2008, 2013).
  • Охраняются государством (1999).
  • «Записки краеведов» (в соавторстве, 2000; 2004).
  • «Архитектура и архитекторы Хабаровска» (2003).
  • «Харбин — русская Атлантида» (2001; на кит. яз. 2007; 2-е изд. 2010).
  • "Старый Хабаровск: Портрет города в дереве и камне. — Хабаровск, (1999, 2008, 2013).
  • «Художники Дальнего Востока». — Хабаровск, (2009, 2013).
  • Зодчие Хабаровска (1858—2013). — Хабаровск, 2013.
  • Русские художники в Китае (2013).
  • Градостроительство Сибири. — Спб.,2011 (в соавторстве)
  • Русское деревянное зодчество. Произведения народных мастеров и вековые традиции.- М., 2012 (в соавторстве).

Наградалары үҙгәртергә

«РФ атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме (1998); II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы; «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, Бөтә Рәсәй тарих һәм культура ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең «Ватан мираҫын һаҡлауҙағы уңыштары өсөн» миҙалы; РФ мәҙәниәт министрлығының «Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау органдары учреждениеларына 150 йыл» миҙалы; Хабаровск крайы Губернаторы премияһының дүрт тапҡыр лауреаты, Хабаровск ҡала хакимиәте премияһы лауреаты, Яков Дьяченко исемендәге премия лауреаты, , профессор М. П. Даниловский исемендәге премия лауреаты, Саха (Яҡут) Республикаһының Почетлы архитекторы.

Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының ике миҙалына эйә; А. В. Иконников миҙалы «Архитектура фәненә ҙур өлөш индергән өсөн»; Хабаровск Халыҡ-ара йәрминкәһенең Ике ҙур алтын миҙалы, Хабаровск ҡала думаһының «Таныу һәм почет» күкрәк билдәһе.

2019 йыл 21 май — «Хабаровск ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[3].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Николай Петрович Крадин Русская архитектура Дальнего Востока XVII-начала XX вв. (рус.). — 2003.
  2. Библиография 2014 йыл 30 март архивланған.
  3. Двух почетных граждан Хабаровска выбрали депутаты < Новости | Дебри-ДВ. www.debri-dv.ru. Дата обращения: 25 май 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә