Корнеев Константин Николаевич

Корнеев Константин Николаевич (5 июнь 1984 йыл, Советтар Союзы, Мәскәү) — Рәсәй хоккейсыһы, һаҡсы. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы (2008, 2009). Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2009)[1]. Мәскәүҙең «Крылья Советов» хоккей клубы тәрбиәләнеүсеһе. Континенталь хоккей лигаһында сығыш яһаусы «Северсталь» командаһы уйынсыһы.

Константин Николаевич Корнеев
Файл:Konstantin Korneev in Ufa.jpg
Позиция

Һаҡсы

Буйы

182 см

Ауырлығы

89 кг

Гражданлығы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тыуған көнө

5 июнь 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (39 йәш)
Мәскәү, СССР

МХЛ драфты

2002 йылда 9-сы раундта дөйөм 275-сы һан аҫтында «Монреаль Канадиенз» клубы менән һайлана

Хоккейсы карьераһы
2001—2003 Рәсәй флагы Крылья Советов
2003—2006 Рәсәй флагы Аҡ Барс
2006—2010 Рәсәй флагы ЦСКА
2010—2016 Рәсәй флагы Аҡ Барс
2016—2017 Рәсәй флагы Салауат Юлаев
2017—ә.в. Рәсәй флагы Северсталь
Халыҡ-ара миҙалдары
Дәүләт наградалары
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы
II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы

Карьера үҙгәртергә

«Крылья Советов» (2003 йылға тиклем) үҙгәртергә

Константинды ата-әсәһе алты йәшендә «Крылья Советов» клубының хоккей мәктәбенә алып бара. Шайбалы хоккей буйынса Рәсәй чемпионатының 2001/2002 йылдар миҙгелендә ул, «Крылья Советов» командаһы өсөн алты уйын уҙғарып, 17 йәшендә Суперлига дебютанты була. 2002 йылдың июнь айында уны МХЛ драфтында 9-сы раундта 275-се һан аҫтында «Монреаль Канадиенз» клубы һайлай.

2002/03 йылдар миҙгелен «Крылья Советов» өсөн үткәрә, тик яҡшы уйнаһа ла (команданың һаҡсылары араһында иң күп мәрәй йыйған хоккейсы) үҙ коллективына ярҙам итә алмай. Һөҙөмтәлә «Крылья Советов» даими чемпионатта һуңғы урынды ала һәм Суперлиганан төшөп ҡала.

Перспективалы һаҡсыны Рәсәй хоккейы лидерҙарының береһе — Ҡазандың «Аҡ Барс» хоккей клубы күреп ҡала, һәм киләһе өс миҙгелде Константин Татарстандың баш ҡалаһында үткәрә.

«Аҡ Барс» (2003—2006) үҙгәртергә

2004 йылда Ҡазан хоккейсылары Суперлигала дүртенсе урынды ала. Корнеев был миҙгелдә 63 уйын уҙғара, 6 (1+5) мәрәй йыя һәм тәү тапҡыр плей-офф уйындарында пас биреп һөҙөмтәле атакала ҡатнаша. МХЛ-да 2004/05 йылдар миҙгеле локаут арҡаһында үткәрелмәй, һәм Рәсәйгә Американан күп бик көслө уйынсы килә. «Аҡ Барс» үҙенең составына «йондоҙҙарҙың» иң күбеһен үҙенә ала, әммә был ҡапҡасы позициялары һәм һөжүм итеү линияһына ҡағла, һәм йәш һөжүмсе төп командала урынын һаҡлап ҡала ала. Тик «Аҡ Барс» уңышһыҙ сығыш яһай — сирекфиналда уҡ Ярославлдән «Локомотив» командаһына серияла 1-3 иҫәбе менән отола һәм алтынсы урында ғына яулай. Корнеев миҙгелдең 36 уйынында 4 (0+4) мәрәй генә йыя.

Киләһе йылда, «йондоҙҙарҙың» күбеһе китеп бөткәс, «Аҡ Барс» алтын миҙалдарҙы еңә. Константин Корнеев 21 йәшендә Рәсәй чемпионы була. Тик билдәләп үтергә кәрәк: һаҡсы составҡа йыш үтмәй һәм плей-оффта «Аҡ Барс» үткәргән 13 уйындың дүртәүһендә генә ҡатнаша. Миҙгел араларында Корнеев команданы алмаштыра. Ҡазанда үткәргән ваҡыты тураһында Константин аҙаҡтан ошолай тип әйтә:

«Аҡ Барста» мин өс яҡшы йыл үткәрҙем. Бәлки, уйнау практикаһы әҙ булғандыр, әммә минең өсөн ыңғай ғына тәьҫораттар ҡалды. Шулай ҙа булһа алтын миҙалдарҙы яулауҙа индергән өлөшөм барҙыр..

http://www.khl.ru/news/2008/12/5/8087.html

ЦСКА (2006—2010) үҙгәртергә

2006 йылдың май айында Корнеев ЦСКА менән килешеү төҙөй, һәм ошо ваҡыттан уның карьераһында һиҙелерлек үҫеш башлана. Һаҡсы тәүге миҙгелдә Суперлиганың һәм плей-оффтың бөтә уйындарында ла ҡатнаша, даими чемпионатта ул команданың етенсе бомбардиры булһа, плей-офф уйындарында иһә мәрәйҙәр һаны буйынса бишенсе урында була. ЦСКА һуңғы йылдар эсендә тәү тапҡыр ил чемпионатының ярымфиналына етә һәм шунда ғәмәлдәге чемпионға һәм Корнеевтың элекке клубына — «Аҡ Барс» командаһына ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә серияла 1-3 иҫәбе менән отола.

2007/08 йылдар миҙгелен ЦСКА уйынсыһы свитерында «А» хәрефе (ҡыҫҡ. alternate captain) менән уйнай — клуб етәкселеге уның уйыны менән бик ҡәнәғәт була. Ул тағы ла команданың бөтә уйындарында ҡатнаша һәм иң яҡшы бомбардир-һаҡсы була. Мәскәү хоккейсылары даими чемпионатты өсөнсө урында тамамлай (ЦСКА өсөн Рәсәй чемпионаттарында 2015 йылға тиклем рекорд күрһәткес), әммә сирекфиналда уҡ шул «Аҡ Барс» командаһына тағы еңелә, әммә серияла иҫәп икенсерәк була — 0-3.

2008 йылдың яҙ айҙарында Континенталь хоккей лигаһы барлыҡҡа килә, һәм 2008/2009 йылдар миҙгеле уның тәүге чемпионаты була. Яңы Рәсәй лигаһының яңылыҡтарының береһе һәр амплуа буйынса айҙың иң яҡшы уйынсыларын билдәләү була, һәм Константин ноябрь һөҙөмтәләре буйынса бүләк отоп иң беренсе лауреаттарҙың береһе була[2]. Был миҙгелдә Корнеев шулай уҡ Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында үткән тәүге КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнаша. ЦСКА даими чемпионат һөҙөмтәләре буйынса дүртенсе урында урынлаша. Тәүге раундта «Лада»ны серияла 3-2 иҫәбе менән еңһә, сирекфиналда ЦСКА Мәскәүҙең «Динамо» клубынан серияла 0-3 иҫәбе менән отола. Нисәнсе миҙгел дауамында ул тағы ла командаһының бер уйынын да ҡалдырмай һәм 62 уйында 25 (7+18) мәрәй йыя.

Миҙгел тамамланғас Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин күп кешеләр өсөн көтөлмәгәндә команданан китәләр. Уларҙың урынына Рәсәй йәштәр йыйылма командаһы менән эшләгән Сергей Немчинов ҡуйыла. Команданың составында ла ҙур үҙгәрештәр була. «Динамо»ға капитан Вадим Епанчинцев китә. Немчинов команданың яңы капитаны итеп Корнеевты ҡуя.

Тик бөтә тырышыуҙарға ҡарамаҫтан команда таблицаның уртаһына төшә. Даими чемпионатты ЦСКА йыйған мәрәйҙәр һаны буйынса 12-се урында тамамлай, ә Гагарин кубогы уйындарында тәүге раундта ХК МВД клубына серияла 0-3 иҫәбе менән отола. Константин һөҙөмтәлек өсөн 28 балл йыя һәм был күрһәткес буйынса Денис Паршиндан башҡа бөтә һөжүмселәрҙе уҙып ЦСКА-ла икенсе була. Корнеев яҡшы уйыны өсөн КХЛ йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу менән бүләкләнә. Әммә хатта шундай сара Корнеевҡа ҡатнашырға бәхет тейгән икенсе уникаль хәлдең күләгәһендә ҡала. Шул ваҡытта ЦСКА хоккей клубының президенты ролен башҡарған легендар һаҡсы, СССР йыйылма командаһының оҙаҡ йылдар капитаны булған Вячеслав Фетисов 51 йәшендә, уйынсы карьераһын тамамлауға 11 йыл үткәндән һуң, команданың составына индерелә һәм 2009 йылдың 11 декабрендә СКА (Санкт-Петербург) хоккей клубына ҡаршы уйында боҙға сыға. Һәм уның менән бер парҙа Константин Корнеев уйнай.

2010 йылдың көҙ айҙарында КХЛ яңы миҙгеле башлана. ЦСКА-ның хәлдәре бик насар бара ине — команда хатта плей-офф зонаһына ла эләкмәй ине. Билдәле ине: коллективҡа үҙгәрештәр кәрәк, ә көйөрмәндәр составта йә тренер штабында алмашыуҙарҙы көтәләр. Тик бер кемдә көтмәгәндә клуб етәкселеге Корнеевтан — ЦСКА-ның һуңғы йылдарҙа бик мөһим уйынсыһынан ҡотолорға хәл итә. 2010 йылдың 24 декабрендә Константинды ЦСКА «Аҡ Барс» клубына шундай уҡ көслө булмаған Вячеслав Буравчиковҡа алмаштыра. Был алмашыуҙың төп сәбәптәрен йәмғиәт әлегә белмәне[3].

«Аҡ Барс» (2010—2016) үҙгәртергә

Ҡазанға ҡайтҡас Константин чемпионаттың аҙағына тиклем тоноҡ ҡына уйнаһа ла КХЛ йондоҙҙар уйынына саҡырыла. Гагарин кубогында «Аҡ Барс» сирекфиналда уҡ буласаҡ чемпион «Салауат Юлаев» клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Ҡазан командаһы өсөн был миҙгелдә Корнеев 26 уйында ул 10 (1+9) мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә «Аҡ Барс» даими чемпионатта үҙ конференцияһында дүртенселә урынлаша, ә Гагарина кубогында тәүҙе «Салауат Юлаев»тан реванш алып (серияла еңеү 4-2), икенсе раундта «Трактор» командаһына шундай уҡ иҫәп менән еңелә. Константин бөтәһе 65 уйында һөҙөмтәлек өсөн 31 (6+25) балл йыя — был күрһәткес буйынса ул КХЛ-да шәхси рекордын ҡабатлай.

2012/13 йылдар миҙгелендә «Аҡ Барс» Көнсығышта беренсе урынды яулай. Плей-оффта хәлдәр үткән йыл менән ҡабатлана: «Салауат Юлаев»ты еңеп артабан «Трактор»ҙан еңеләләр. Константин Корнеев 69 уйында 18 (7+11) мәрәй йыя. Киләһе миҙгелдә «Аҡ Барс» үткән миҙгел менән сағыштырғанда конференцияла өсөнсөгә төшә, ә Гагарин кубогында конференциялар сирекфиналында уҡ сенсацион рәүештә «Себер» хоккей клубына еңелә. Корнеев 60 уйында 10 (1+9) мәрәй генә йыя.

Артабанғы миҙгел «Аҡ Барс» өсөн күпкә уңышлыраҡ үтә. Ҡазан хоккейсылары Көнсығышта беренселекте яулап алалар. Гагарин кубогы уйындарында бер үк 4-1 иҫәбе менән бер-бер артлы «Автомбилист», «Авангард» һәм «Себер» хоккей клубтарын отоп үҙ тарихында өсөнсөгә финалға сыға. Тик өсөнсө тапҡыр улар Гагарин кубогын еңә алмай. Уларға ҡасандыр Корнеев менән эшләгән Быков һәм Захаркин етәкләгән СКА хоккей клубы ҡамасаулай. Константин был миҙгелдә 77 уйында ҡатнашып (был уның өсөн рекорд әлегә) 15 (2+13) тапҡыр һөҙөмтәле һөжүмдә ҡатнаша. Ул карьераһында тәү тапҡыр КХЛ чемпионатының миҙалына эйә була.

2015/2016 йылдар миҙгелендә Константин командаһы менән Көнсығыш конференцияһында бишенселә урынлаша — «Аҡ Барс» тәү тапҡыр лигала шулай аҫҡа төшә. Даими чемпионатта Корнеев 49 уйында 6 (0+6) мәрәй йыя. Гагарин кубогында «Аҡ Барс» конференциялар сирекфиналында «Салауат Юлаев» командаһына 3-4 иҫәбе менән отола. Константин был сериянаң Өфөлә үткән тәүге ике уйынында ғына ҡатнаша. Һәм шул ике осрашыуҙа ла Ҡазан хоккейсылары отола. Константин «Аҡ Барс» өсөн башҡа бер уйында үткәрмәй.

«Салауат Юлаев» һәм «Северсталь» (2016—ә.в.) үҙгәртергә

2016 йылдың 5 май көнөндә «Салауат Юлаев» хоккей клубы менән ике йылға контракт төҙөй[4]. Клуб өсөн тәүге рәсми уйында уҡ ул гол керетә һәм уның шайбаһы яңы командаһына еңеү килтерә. «Салауат Юлаев» даими миҙгелде конференцияһында алтынса урында тамамлай һәм плей-оффтың тәүге раундында «Аҡ Барс» хоккей клубына серияла 1-4 иҫәбе менән отола. Бөтәһе шул йылда Константин 42 осрашыуҙа 3 (1+2) мәрәй йыя. Контракты буйынса Константин Өфөлә тағы бер уйнарға тейеш булһа ла, 2017 йылдың 7 июнендә клуб етәкселеге һәм уйынсы араһында иң яҡтың килешеүе буйынса контракт өҙөлә[5].

23 июндә Константин ике йылға «Северсталь» хоккей клубы менән контракт төҙөй[6]. Череповец клубы бер-нисә йылда тәүгегә Гагарин кубогына эләгә, ә Корнеев барыһы 32 уйында 2 һөҙөмтәле пас бирә. Киләһе миҙгелдә команда плей-оффҡа эләгә алмай ҡала, ә Корнеев даими чемпионаттың 44 осрашыуында 8 (1+7) мәрәй һәм «-11» файҙалыҡ күрһәткесен йыя.

Рәсәй йыйылма командаһында үҙгәртергә

 
Константин Корнеев Рәсәй йыйылма командаһында

2002 йылдың апрелендә Корнеев Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составында Словакияла үткән донъя чемпионатында көмөш миҙалға лайыҡ була. Әйткәндәй, ул саҡта 16 йәшлек Александр Овечкин 18 мәрәй менән был чемпионаттың иң күп мәрәй йыйған уйынсы булып таныла. Константин иһә бомбардир-һаҡсылар араһында икенсе була (7 һөҙөмтәле бал) һәм турнирҙың символик йыйылма командаһына керә.

2003 йыл Константинға ҙур еңеү килтерә — Рәсәйҙең составында Корнеев булған йәштәр йыйылма командаһы донъя чемпионатының финал уйынында, Канаданың Галифакс ҡалаһында хужаларҙы тар-мар итеп, донъя беренселегендә еңеү яулай. Шул йылдың апрель айында Константин Рәсәйҙең төп йыйылма командаһына саҡырыла[7]. Донъя чемпионатына әҙерләнеү сиктәрендә Финляндияға ҡаршы дуҫтарса осрашыуҙа Рәсәй хоккейсылары 2:3 иҫәбе менән отола[8]. 2004 йылда Константин үҙе өсөн һуңғы йәштәр донъя чемпионатында ҡатнаша (6 уйында 5 мәрәй), тик Рәсәй командаһы миҙалсылар араһына үтә алмай. Рәсәйҙең төп йыйылма командаһы өсөн Еврохоккейтурҙың бер этабында ҡатнашып өс уйында бер мәрәй ҙә йыймай.

2006/07 йылдар миҙгелендә ЦСКА-ны һәм Рәсәй йыйылма командаһын Вячеслав Быков бергә етәкләгәнгә Корнеев Еврохоккейтурҙың этаптарына йыш саҡырыла. Мәскәүҙә миҙгел тамамланғас үткән донъя чемпионатында тәүҙә Константин ҡапҡасы Константин Барулин менән команда менән бергә булһа ла йыйылма командаһының заявкаһына индерелмәй торалар. Әммә Рәсәй хоккейсыларының ярымфиналда еңелеүенән һуң Вячеслав Быков ошо ике уйынсыны бронза өсөн уйынға составҡа керетергә хәл итә. Константин йыйылма командаға Швеция хоккейсыларын еңергә ярҙам итә һәм донъя чемпионатының бронза миҙалдарын яулай.

2007/08 йылдар миҙгелендә Корнеев Еврохоккейтурҙың 10 уйынында ҡатнаша. Ә Канадала үткән донъя чемпионаты Константин өсөн тәүге тулыһынса үткәргән донъя чемионаты була. Ул 9 осрашыуҙа 6 (1+5) мәрәй йыя һәм Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы 15 йылда тәү тапҡыр алтын миҙалын еңеүенә төп өлөш һала. Был турнирҙа Константин төп йыйылма командаһы өсөн тәүге шайбаһын керетә.

2009 йылдағы донъя чемпионатына Константиндың барыуы бер ҙә шик аҫтында булмай. Беренселектең тәүге өс уйынында тренер штабы уны уйнаттырмаҫҡа була, бәлки МХЛ-да рәсәй хоккейсыларының бушауын көткәндәрҙер. Турнирҙың уртаһында Корнеев заявкаға индерелә һәм алты уйында ҡатнашып Рәсәй йыйылма командаһына икенсегә алтын миҙалын еңергә ярҙам итә.

Ванкуверҙағы Олимпиада яҡынлаша ине. Һуңғы ике йылда донъя беренселектәрендә еңеүҙәргә өйрәнгән көйөрмәндәр Рәсәй йыйылма командаһынан алтын миҙалын ғына көтәләр ине. Вячеслав Быков һәм Игорь Захаркин алдында Атлантиканың ике яғы буйынса сығыш яһаған иң көслө уйынсыларҙы олимпия йыйылма командаһына йыйыу мәсьәләһе тора ине — Уйындар ваҡытында МХЛ чемпионаты туҡталып тора һәм, донъя чемпионатынан айырмалы рәүештә, олимпия уйындарының миҙалдары өсөн ысынлап та донъяның иң көслө хоккейсылары көрәшә. Составта урын өсөн ҡаты конкуренцияға ҡарамаҫтан, Константин йыйылма командаға эләгә һәм үҙенең бала-саҡтағы хыялын тормошҡа ашыра[9].

Рәсәй командаһы уңышһыҙ сығыш яһайҙар: төркөмөндә беренсе урындан Канада хоккейсыларына сығалар һәм сирекфиналда уҡ турнирҙың хужаларынан тар-мар ителәләр. Тик Корнеев фамилияһы белгестәр һәм көйөрмәндәр уйы буйынса уңышһыҙлыҡтың сәбәпселәре исемлегендә иң һуңғыларҙан булырға тейеш. Рәсәй командаһында үҙенең мөмкинселектәрен аҫтараҡ уйнаған талантлыраҡ уйынсылар күп булды. Тренер штабына ла күп һорауҙар була.

Команда аҡланыу теләге менән яна ине һәм өс айҙан Германияла үткән донъя беренселегенә шул уҡ составта тиерлек йыйыла. Финалға тиклем бөтә һигеҙ уйынды ла еңә, тик алтын өсөн уйында чехтарға еңелә. Константиндың коллекцияһы көмөш миҙал менән байый.

2011 йылдың май айында Корнеев үҙенең бишенсе донъя чемпионатында ҡатнаша. Был беренселек уның өсөн бишенсе була һәм 2007 йылдан башлап ул бер донъя чемпионатында ҡалдырмай ҡатнаша. Корнеев команданың бөтә туғыҙ уйынында ла ҡатнаша, тик миҙалдарға етә алмай. Бронза өсөн уйында уларға тағы ла Чехия командаһы ҡамасаулай. Башҡа ул донъя беренселектәрендә уйнамай һәм 2014 йылға тиклем Рәсәй йыйылма командаһы өсөн Еврохоккейтурҙа һәм дуҫтарса осрашыуҙарҙа уйнай.

Статистика үҙгәртергә

Һуңғы яңыртыу: 16 июль 2019

Клубта карьераһы үҙгәртергә

Даими миҙгел Плей-офф
Миҙгел Команда Лига У  Г   П  М +/-  Штр У  Г   П  М +/-  Штр
2001/02 Крылья Советов Суперлига 4 0 2 2 0 0 2 0 0 0 2
2002/03 Крылья Советов Суперлига 49 2 8 10 -11 28
2003/04 Аҡ Барс Суперлига 55 1 4 5 -6 8 8 0 1 1 -2 2
2004/05 Аҡ Барс Суперлига 35 0 4 4 6 10 1 0 0 0 0
2005/06 Аҡ Барс Суперлига 30 1 3 4 2 14 4 0 0 0 0 0
2006/07 ЦСКА Суперлига 54 8 14 22 -2 40 12 2 4 6 -5 6
2007/08 ЦСКА Суперлига 57 6 18 24 20 52 6 0 1 1 -3 0
2008/09 ЦСКА КХЛ 54 6 18 24 14 46 8 1 0 1 0 6
2009/10 ЦСКА КХЛ 55 7 22 29 9 28 3 0 2 2 -1 0
2010/11 ЦСКА КХЛ 35 7 14 21 -12 34 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
2010/11 Аҡ Барс КХЛ 17 1 5 6 3 4 9 0 4 4 2 4
2011/12 Аҡ Барс КХЛ 53 5 22 27 2 20 12 1 3 4 0 2
2012/13 Аҡ Барс КХЛ 51 6 9 15 12 26 18 1 2 3 0 8
2013/14 Аҡ Барс КХЛ 54 1 9 10 6 28 6 0 0 0 2 4
2014/15 Аҡ Барс КХЛ 57 2 13 15 17 30 20 0 0 0 1 2
2015/16 Аҡ Барс КХЛ 49 0 6 6 10 22 2 0 0 0 -2 0
2016/17 Салауат Юлаев КХЛ 41 1 2 3 -10 12 1 0 0 0 -1 0
2017/18 Северсталь КХЛ 44 1 7 8 -11 14 2 0 0 0 -3 0
2018/19 Северсталь КХЛ 30 0 2 2 -11 30 Плей-оффҡа эләкмәйҙәр
Бөтәһе Суперлигала 284 18 53 71 9 152 35 2 6 8 -10 12
Бөтәһе КХЛ-да 540 37 129 166 29 294 81 3 11 14 -3 26

Халыҡ-ара карьераһы үҙгәртергә

Йыл Йыйылма команда Турнир Урын   У Г П М Штр
2002 Рәсәй (юниор.) ЮДЧ   8 2 5 7 0
2003 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ   6 0 2 2 4
2004 Рәсәй (йәш.) ЙДЧ 5 6 0 5 5 6
Бөтәһе (юниор. һәм йәш.) 20 2 12 14 10
2007 Рәсәй ДЧ   1 0 0 0 0
2008 Рәсәй ДЧ   9 1 5 6 0
2009 Рәсәй ДЧ   6 0 1 1 2
2010 Рәсәй ОУ 6 4 0 0 0 4
2010 Рәсәй ДЧ   9 0 0 0 2
2011 Рәсәй ДЧ 4 9 0 3 3 0
Бөтәһе (төп команда) 38 1 9 10 8

Ҡаҙаныштары үҙгәртергә

  • Юниорҙар донъя чемпионатының көмөш миҙалы, турнирҙың символик командаһына керә — 2002.
  • Йәштәр донъя чемпионатының алтын миҙалы — 2003.
  • Рәсәй чемпионы — 2005/06.
  • Донъя чемпионатының бронза миҙалы — 2007.
  • Донъя чемпионаттарының алтын миҙалдары — 2008, 2009.
  • КХЛ бөтә йондоҙҙар уйынында ҡатнашыу — 2009, 2010, 2011.
  • Донъя чемпионатының көмөш миҙалы — 2010.

Шәхси тормошо үҙгәртергә

2007 йылда Константин билдәле тениссы Анастасия Мыскина осраша ине. Тик туйға әҙерләнгән ваҡытта улар бер-береһен ташлайҙар. Мыскинала Константиндан балаһы була. 2009 йылдан башлап икенсе тенниссы Елена Веснина менән осраша башлай һәм оҙаҡламай өйләнешәләр[10][11]. 2013 йылда улар айырылышалар. Әле ул буйҙаҡ.

Бүләктәре үҙгәртергә

  • Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры[12] (20 февраль 2009) — Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһының донъя чемпионатында еңеүгә өлөш индергән өсөн.
  • II дәрәжәлә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы[13] (30 июнь 2009) — 2008 һәм 2009 йылдарҙағы донъя чемпионаттарында Рәсәй йыйылма командаһының еңеүҙәренә ҙур өлөш индергән өсөн.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Министерство спорта, туризма и молодёжной политики РФ | Документы 2012 йыл 5 март архивланған.
  2. Континентальная Хоккейная Лига — Континентальная хоккейная лига называет лучших
  3. Корнеев — в Казани, Буравчиков — в Москве | Новости клуба | Новости | Профессиональный Хоккейный Клуб ЦСКА
  4. Добро пожаловать в «Салават Юлаев» 2016 йыл 6 май архивланған.
  5. Корнеев покидает уфимский клуб(недоступная ссылка)
  6. «СЕВЕРСТАЛЬ» ПОПОЛНИЛАСЬ ДВУМЯ ИГРОКАМИ ОБОРОНЫ 2017 йыл 9 октябрь архивланған.
  7. Плющев призвал под знамена сборной сразу 15 дебютантов! Советский Спорт (27 март 2003). Архивировано 13 март 2012 года.
  8. Финский душ для Плющева — Газета — Советский спорт(недоступная ссылка)
  9. Константин Корнеев: «Слава богу, удалось реализовать детскую мечту — сыграть на Олимпиаде» — Хоккей — Sports.ru
  10. Защитник сборной России и капитан ЦСКА Константин Корнеев: Какой из меня тафгай?! — Газета — Советский спорт 2016 йыл 21 сентябрь архивланған.
  11. Бывший жених Анастасии Мыскиной крутит роман с её подругой (ВИДЕО) " ScanDay.ru — желтые новости рунета, ежедневная жёлтая пресса
  12. Приказ Минспорттуризма от 20 февраля 2009 года 2012 йыл 5 март архивланған.
  13. Указ Президента Российской Федерации от 30 июня 2009 года № 725 «О награждении государственными наградами Российской Федерации членов национальной сборной команды России по хоккею» 2013 йыл 26 апрель архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә