Коре́я ярымутрауы (кор. 한반도) — Азияның көнсығыш өлөшөндә, көнбайышта Һары диңгеҙ, көньяҡта Корея һәм Чеджу боғаҙҙары, көнсығышта Япон диңгеҙе араһында урынлашҡан ярымутрау.

Корея ярымутрауы
Кореяның административ картаһы
Кореяның административ картаһы
Характеристикалары
Майҙаны220 800 км²
Урынлашыуы
38°00′ с. ш. 127°30′ в. д.HGЯO
Азия
Точка
Корея ярымутрауы
 Корея ярымутрауы Викимилектә

Тауисирлама үҙгәртергә

Майҙаны яҡынса 220,8 мең км², оҙонлоғо яҡынса 1000 км. Рельефы башлыса таулы, иң бейек нөктәһе — КХДР менән Ҡытай сигендә урынлашҡан Пэктусан тауы[1] (бейеклеге — 2744 м[2]).

Япон диңгеҙенең ярҙары башлыса таулы һәм тура һыҙатлы, Корея боғаҙының һәм Һары диңгеҙенең ярҙары күбеһенсә тигеҙлекле, бухталар һәм ҡултыҡтар бында күп.

Климаты уртаса муссонлы, көньяҡта — субтропик. Ғинуарҙың уртаса температураһы ярымутрауҙың төньяғында −20 °C-тан алып көньяғында +4 °C-ҡа тиклем, июлдең уртаса температураһы төньяғында +24 °C-тан алып көньяғында +26 °C-ҡа тиклем була. Яуым-төшөм йылына 1500 мм-ға тиклем башлысар йәйен яуа. Ярымутрауҙа ҡуйы тулы һыулы йылғалар селтәре бар, улар һуғарыу өсөн файҙаланыла.

Корея ярымутрауында Корея Республикаһы (Көньяҡ Корея) һәм Корея Халыҡ Демократик Республикаһы (Төньяҡ Корея) урынлашҡан.

Галерея үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 백두산 (아시아 산) [白頭山] (кор.). Korea Britannica. Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года.
  2. Changbaishan (ингл.). Global Volcanism Program. Дата обращения: 24 май 2010. Архивировано 26 август 2011 года. 2011 йыл 24 август архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә