Корела балалары — абруйлы карел феодалдарының биш ырыу атамалары, был феодалдар Корела еренең урта быуаттағы биләмәләре хужалары .[1]

Исемдәр тарихы үҙгәртергә

Балалар исеме дөйөм урыҫ «бояр балалары» һүҙенә тура килә, йәғни рус кенәзлектәре кенәздәре һәм баярҙары вариҫтарының социаль структураһы. Карел балалары тигән төшөнсә бер үк ваҡытта элекке бөтә Корела ерҙәренең һәм ундағы абруйлы феодалдарҙың Новгород дәүләтенең вассалитеты булып тороуын һәм уларҙың аҫаба ырыуҙары икәнен аңлата.

Дөйөм мәғлүмәттәр үҙгәртергә

1323 йылдан һуң Швед короллеге һәм Новгород республикаһы араһында төҙөлгән Ореховецкий тыныслыҡ килешеүе буйынса, Новгород республикаһы Водский пятинаһы составында торған Корела еренең биш ырыуының феодалдарының абруйлы вәкилдәре Новгород республикаһы менән идара итеүсе элитаға Корела балалары исеме аҫтында индерелгән. Ошо Ореховецкий тыныслыҡ килешеүенән һуң, Новгород үҙәк власы Корела ерҙәрендә йәшәгән халыҡтың элекке биләмәләрен феодал аҫаба хоҡуғында һаҡлап ҡалдырған.

Сығанаҡтарға ярашлы, биш ырыу : Вымолец, Куролец, Ровкулец, Валдолец һәм Наволоч-ырыу (фаразлауса Тивролец)- тип аталға булыуы билдәле. Ырыуҙарҙың шул замандағы атамалары Ладога буйындағы боронғо аҫаба ерҙәре райондарының атамаһына тап килә.

Төп аҫаба «биш ырыу» Корела еренең төньяҡ өлөшөндә һәм поморҙар йәшәгән өлкәләрҙә урынлашҡан булған. xv быуат аҙағында Корела ере ырыуҙарынан күпселек аҫабалыҡ тартып алына (был Бөйөк Новгородтың урыҫ кенәзе Бөйөк Иван III мәскәү-новгород һуғышы (1477-1478) барышында еңеүе һәм Новгород ерҙәрен урыҫ державаһына ҡушыуынан һуң була). Аҫабалыҡ тартып алыныуға ҡарамаҫтанҢ Корел еренең элекке карел күренекле вәкилдәре боронғо айырым ерҙәргә хужа булыуын дауам итеп, урындағы кәсеп менән шөғөлләнә, әммә «корела балалары » статусын юғалта.

Корела ерҙәренең көньяҡ өлөшөндәге аҫаба ерҙәре тартып алынмаған һәм «биш ырыу» ҡулында ҡалған. Был үҙ ере хужаһы-аҫабалыҡ хоҡуғы урындағы халыҡтың ерҙәрен һәм хоҡуҡтарын һаҡлап торған.

Фамилия үҙгәртергә

  • Ровкульские

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Валит

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Карелия: энциклопедия: в 3 т. / гл. ред. А. Ф. Титов. Т. 2: К — П. — Петрозаводск: ИД «ПетроПресс», 2009. С. 95 — 464 с.: ил., карт. ISBN 978-5-8430-0125-4 (т. 2)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Майнов В. Н. Несторова Весь и Корельские дети. // Живописная Россия. 1881. Т I. Ч.2 стр. 493—527.
  • Грамоты Великого Новгорода и Пскова / Под. ред. С. Н. Валка. — М.;Л., 1949
  • История Карелии с древнейших времён до наших дней / Науч. ред. Н. А. Кораблёв, В. Г. Макуров, Ю. А. Савватеев, М. И. Шумилов. — Петрозаводск: Периодика, 2001. — 944 с.: ил. ISBN 5-88170-049-X