Ко́мпас (итал. compassio; compassare — аҙымлап үлсәйем[1]) — Ерҙең магнит полюсына һәм донъя тарафтарына йүнәлеште күрһәтеп ориентацияға булышлыҡ итә торған прибор.

Компас
Рәсем
 Компас Викимилектә
Ябай компас
Был смартфон эсендә магнитометр, шуға уны компас итеп файҙаланып була.

Компастың бер нисә төрлө төрө бар: магнитлы компас, гирокомпас, тау компастары, астрономик компас, шулай уҡ яһалма объекттар торошона иғтибарҙы йүнәлтеүсе компастар: радиокомпас, спутник компасы.

Компастың ел йүнәлештәре йәки елдәр розаһы тип аталған түңәрәк диаграммаһында баш хәрефтәр менән төньяҡ, көнсығыш, көньяҡ, көнбайыш күрһәтелгән. Компас менән файҙаланған ваҡытта диаграммалағы «N» хәрефен төньяҡты күрһәткән уҡ аҫтына ҡуйырға кәрәк. Компас диаграммаһы градустарға бүленгән. 0° төньяҡ була, сәғәт йүнәлеше буйынса 90° — көнсығыш, 180° — көньяҡ, 270° — көнбайыш. Был һандар азимут һәм навигацияла булышлыҡ итә.

Дүрт Бөйөк асыш араһында компас та бар, магнитлы компас Ҡытайҙа Хан династияһында күрәҙәлек итеү өсөн ҡулланылған (Б. Э.Т. 206 йылдан)[2], артабан 11 быуатта Сун династияһында навигация өсөн файҙаланылған[3][4][5]. Көнбайыш Европала һәм Ислам донъяһында компас ҡулланыу тураһында тәүге яҙмалар 13 быуаттан һаҡлана[6][7].

Магнитлы компас үҙгәртергә

 
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡулланылған хәрби компас

Магнитлы компас — иң билдәле компас төрө. Компастың магнитлы уғы Ерҙең магнит көсө тәьҫирендә магнетик меридиан йүнәлешендә боролоп тигәҙләшә. Ерҙең магнит ҡыры энә өҫтөндәге уҡҡа тәьҫир итә. Бороусы момент (крутящий момент) уҡты донъя яҡтарына ярашлы бороп ҡуя, бер яғын төньяҡ магнит полюсына, икенсе яғын көньяҡ магнит полюсы[8]. йүнәлешендә. Компастың уғы түбән ышҡылыу көсө булған подшипниклы күсәргә беркетелгән, шуға ул еңел борола. Компасты горизонталь өҫлөккә ҡуйғас, бер нисә секундтан уҡ тирбәлеүе туҡтала.

Навигация карталарында, ғәҙәттә географик полюс йәки Ерҙең әйләнеү күсәрен билдәләгән ысын полюс күрһәтелә. Компас ер өҫлөгөндә ҡайһы урында урынлашыуына ҡарап, географик полюс һәм магнит полюс араһындағы мөйөш төрлөсә була. Күпселек карталарҙа, картаны дөрөҫ ориентациялау өсөн урындағы магнит ауышлығы мөйөшө күрһәтелә. Ерҙең магнит полюстары ваҡыт үтеү менән әкренләп үҙгәрә һәм быуатлыҡ магнит вариацияһы тип атала. Был навигация өсөн һуңғы модификацияны ҡулланыу мотлаҡ тигәнде аңлата[9]. Ҡайһы бер компастарҙа географик полюс ауышлығын ҡулдан көйләп була, бындай компастар ысын географик полюсты күрһәтә.

Компас Ҡытайҙа Сун империяһы осоронда уйлап сығарылған һәм сүллек буйлап хәрәкәт йүнәлешен күрһәтеү өсөн ҡулланылған (тулыраҡ мәғлүмәт өсөн Дүрт бөйөк уйлап табыуҙы ҡарағыҙ). Донъя тарафтарын билдәләү өсөн магнит ҡоролмаһы тәүге тапҡыр Цзэн Гонгляндың 1044 йылда яҙылған «Иң мөһим хәрби ҡанундар йыйынтығы» китабында телгә алына. Унда һәм ғалим Шэнь Куо ижадында компастың ике төрө тәҡдим ителә: «көньяҡт күрһәтеүсе балыҡ» (айырым бер ысул менән йылытылған һәм һыуға батырылған балыҡ рәүешендәге йоҡа тимер пластина) һәм «төньяҡты күрһәтеүсе энә» (магнитҡа һөртөү юлы менән магнитланған энә).[10] Шэнь Ку трактатында шулай уҡ ҡатмарлыраҡ компас (механик), көньяҡты күрһәтеүсе арба телгә алына, унда магнит үҙенсәлектәре ҡулланылмаған.[10] Компас әҙерләүҙең тағы ике варианты Чэнь Юаньцзиндың «Эш урманы тураһында киң иҫкәрмәләр» трактатынан билдәле (1325 йылда баҫылып сыға). Был ҡулайламаларҙың тәүгеһе ағас балыҡ була, уның аҫҡы өлөшөндә магнит ҡуйыла. Балыҡ һыу өҫтөндә горизонталь торошта булырлыҡ итеп эшләнгән, әммә шул уҡ ваҡытта уға бер аҙ сумған. Баш яғынан, һыу өҫтөндә күтәрелеп торорлоҡ итеп, магнит сым менән тоташтырылған. Ағас балыҡты һыуға һалғанда уның башы көньяҡҡа йүнәлгән.[10] Юаньцзин башҡа компастың ҡулайламаһын күрһәтә, легенда буйынса доас үлемһеҙҙәре («тылсымсылар») уйлап сығарған. Ағас ташбаҡаға ташбаҡа ҡойроғо кеүек энәгә тоташтырылған магнит урынлаштырылды. Уның «ҡарынында» тишек булған, уның аша бамбуктан эшләнгән вертикаль тәгәрмәскә беркетелгән. Был ҡоролма ирекле әйләнә алырлыҡ итеп эшләнгән. Ташбаҡаның магнитлы «ҡойроғо» көньяҡҡа боролған, шулай донъя тарафтарын билдәләгәндәр. Бындай ҡулайлама хәҙерге магнит компастарының прототибы итеп ҡарала[11].

Европала компас XII—XIII быуаттарҙа уйлап табылған, әммә уның ҡулайламаһы бик ябай булған — һыуҙа йөҙөп йөрөгән бөкөгә магнит энә беркетелгән. Һыуҙа бөкө дөрөҫ йүнәлештә ориентирланған. Европа әҙәбиәтендә компастың тәүге тасуирламаһын XII быуат инглиз гуманисты, яҙыусы-энциклопедиясы Александр Никкам биргән тип иҫәпләнә. Европа әҙәбиәтендә компастың тәүге тасуирламаһын XII быуатта инглиз гуманисты, яҙыусы-энциклопедиясы Александр Никкам биргән тип иҫәпләнә. Был уйлап табыуҙы ул үҙенең ике трактатында телгә ала, De Naturis rerum трактатында былай тип билдәләй: «Диңгеҙҙәге матростар, көн болотло булғанда йәки төнгө ҡараңғылыҡта ниндәй йүнәлешкә хәркәт иткәндәрен аңламаһалар, энәгә магнит менән тейгәндәр, энә өйрөлөп туҡтағас, осо төньяҡты күрһәткән»[12].

Тарихы үҙгәртергә

Боронғо Хан династияһында компас магнитлы тәбиғи тимер рудыһынан эшләнгән[13][14]. Навигация өсөн компасты 11 быуатта Сун династияһы ваҡтытында ҡулланы башлайҙар[15]. Һуңынан компастарҙа магнит рудаһына ышҡып магнитланған энә ҡулланалар. Ҡоро компастар урта быуаттар Европаһында һәм Ислам донъяһында 1300 йылдарҙан ҡулланыла.[16] 20 быуат башында, тирбәлеүҙе кәметеү өсөн, эсенә шыйыҡлыҡ тултырылған компастар эшләй башлайҙар[17].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡалып:Братишка
  2. Li Shu-hua, p. 176
  3. Kreutz, p. 367
  4. Needham, p. 252
  5. Li Shu-hua, p. 182f.
  6. Kreutz, p. 370
  7. Schmidl, Petra G. (2014-05-08), "Compass", in Ibrahim Kalin, The Oxford Encyclopedia of Philosophy, Science, and Technology in Islam, Oxford University Press, pp. 144–6, ISBN 978-0-19-981257-8 
  8. The magnetic lines of force in the Earth’s field do not accurately follow great circles around the planet, passing exactly over the magnetic poles. Therefore the needle of a compass only approximately points to the magnetic poles.
  9. Declination Adjustment on a Compass – REI Expert Advice. Дата обращения: 6 июнь 2015.
  10. 10,0 10,1 10,2 Коллектив авторов, 2016, с. 576—577
  11. Коллектив авторов, 2016, с. 577
  12. Браун, 2006, с. 198
  13. Lowrie William. Fundamentals of Geophysics. — London: Cambridge University Press, 2007. — P. 281. — ISBN 978-0-521-67596-3.
  14. Guarnieri, M. (2014). «Once Upon a Time, the Compass». IEEE Industrial Electronics Magazine 8 (2): 60–63. DOI:10.1109/MIE.2014.2316044.
  15. Merrill Ronald T. The Earth's magnetic field: Its history, origin and planetary perspective. — 2nd printing. — San Francisco: Academic press, 1983. — P. 1. — ISBN 0-12-491242-7.
  16. Lane, p. 615
  17. W. H. Creak: «The History of the Liquid Compass», The Geographical Journal, Vol. 56, No. 3 (1920), pp. 238—239

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • Admiralty, Great Britain (1915) Admiralty manual of navigation, 1914, Chapter XXV: «The Magnetic Compass (continued): the analysis and correction of the deviation», London : HMSO, 525 p.
  • Aczel, Amir D. (2001) The Riddle of the Compass: The Invention that Changed the World, 1st Ed., New York : Harcourt, ISBN 0-15-600753-30-15-600753-3
  • Carlson, John B (1975). «Multidisciplinary analysis of an Olmec hematite artifact from San Lorenzo, Veracruz, Mexico». Science 189 (4205): 753–760. DOI:10.1126/science.189.4205.753. PMID 17777565. Bibcode1975Sci...189..753C.
  • Gies, Frances and Gies, Joseph (1994) Cathedral, Forge, and Waterwheel: Technology and Invention in the Middle Age, New York : HarperCollins, ISBN 0-06-016590-10-06-016590-1
  • Gubbins, David, Encyclopedia of Geomagnetism and Paleomagnetism, Springer Press (2007), ISBN 1-4020-3992-11-4020-3992-1, ISBN 978-1-4020-3992-8978-1-4020-3992-8
  • Gurney, Alan (2004) Compass: A Story of Exploration and Innovation, London : Norton, ISBN 0-393-32713-20-393-32713-2
  • Johnson, G. Mark, The Ultimate Desert Handbook, 1st Ed., Camden, Maine: McGraw-Hill (2003), ISBN 0-07-139303-X0-07-139303-X
  • King, David A. (1983). «The Astronomy of the Mamluks». Isis 74 (4): 531–555. DOI:10.1086/353360.
  • Kreutz, Barbara M. (1973) «Mediterranean Contributions to the Medieval Mariner’s Compass», Technology and Culture, 14 (3: July), p. 367—383 JSTORҠалып:Jstor
  • Lane, Frederic C. (1963) «The Economic Meaning of the Invention of the Compass», The American Historical Review, 68 (3: April), p. 605—617 JSTORҠалып:Jstor
  • Li Shu-hua (1954) «Origine de la Boussole 11. Aimant et Boussole», Isis, 45 (2: July), p. 175—196
  • Ludwig, Karl-Heinz and Schmidtchen, Volker (1997) Metalle und Macht: 1000 bis 1600, Propyläen Technikgeschichte, Berlin: Propyläen Verlag, ISBN 3-549-05633-83-549-05633-8
  • Ma, Huan (1997) Ying-yai sheng-lan [The overall survey of the ocean’s shores (1433)], Feng, Ch’eng-chün (ed.) and Mills, J.V.G. (transl.), Bangkok : White Lotus Press, ISBN 974-8496-78-3974-8496-78-3
  • Needham, Joseph (1986) Science and civilisation in China, Vol. 4: «Physics and physical technology», Pt. 1: «Physics», Taipei: Caves Books, originally publ. by Cambridge University Press (1962), ISBN 0-521-05802-30-521-05802-3
  • Needham, Joseph and Ronan, Colin A. (1986) The shorter Science and civilisation in China : an abridgement of Joseph Needham’s original text, Vol. 3, Chapter 1: «Magnetism and Electricity», Cambridge University Press, ISBN 0-521-25272-50-521-25272-5
  • Seidman, David, and Cleveland, Paul, The Essential Wilderness Navigator, Ragged Mountain Press (2001), ISBN 0-07-136110-30-07-136110-3
  • Taylor, E.G.R. (1951). «The South-Pointing Needle». Imago Mundi 8: 1–7. DOI:10.1080/03085695108591973.
  • Williams, J.E.D. (1992) From Sails to Satellites: the origin and development of navigational science, Oxford University Press, ISBN 0-19-856387-60-19-856387-6
  • Wright, Monte Duane (1972) Most Probable Position: A History of Aerial Navigation to 1941, The University Press of Kansas, LCCNҠалып:LCCN
  • Zhou, Daguan (2007) The customs of Cambodia, translated into English from the French version by Paul Pelliot of Zhou’s Chinese original by J. Gilman d’Arcy Paul, Phnom Penh : Indochina Books, prev publ. by Bangkok : Siam Society (1993), ISBN 974-8298-25-6974-8298-25-6