Комикс

һүрәт итеп төшөрөлгән тарихтар, рәсемгә төшөрөлгән хикәйәләр

Комикс ( ингл. comic — шаян) — һүрәт итеп төшөрөлгән тарихтар, рәсемгә төшөрөлгән хикәйәләр. Комикс үҙ эсенә сәнғәт, әҙәбиәт һәм һынлы сәнғәт һыҙаттарын ала[1].

Башҡа атамалары үҙгәртергә

Был сәнғәтте һәм уның төрҙәренең атамалары күп. Масштаблы, оҙайлы сюжетлы комикстар график роман тип атала, ҡыҫҡалары — стрип. Француз телле илдәрҙә комиксты фр. bande dessinée (һүрәтле таҫма) йәки BD, япон комиксын манга тип атайҙар. Интернет селтәрендә веб-комикстар ҡуйыла.

Аңлатмаһы үҙгәртергә

Күп төрлө аңлатма бар, әммә барыһы ла ниндәйҙер тарихлы һүрәттәр теҙмәһен тәшкил итә. Күп өйрәнеүселәр фекеренсә, комикс — һүрәт һәм хикәйә берҙәмлеге. Скотт МакКлауд «Комикс асылы» (англ. Understanding comics) китабында ҡыҫҡаса «эҙмә-эҙлекле һүрәттәр», һәм тулыраҡ — «мәғәнәле эҙмә-эҙлекле йәнәш һүрәттәр һәм башҡа һындар»[1]. Жорж Садуль комиксты «һүрәттәге хикәйәләр» ти[2].

Ғәҙәти комикс составы үҙгәртергә

  • Тышлыҡ — комикстың төп асылын күрһәтә. Һүрәттән башҡа тышлыҡта атамаһы, фирма эмблемаһы, хаҡы, реклама, датаһы, рәссамдар ҡултамғалары булыуы мөмкин. Тышлыҡ ике биттә: уң яҡтан - «тышҡы», һулдан -  «һырты».
  • Фронтиспис — титул бите алдында һүрәт. Уҡыусыға комикс тураһында күберәк белергә ярҙам итә.
  • Титул битендә ҡыҫҡаса сығыш, автор, рәссам, контур яһаусы һәм башҡалар исемдәре сыға. Ҙур булмаған рәсемдәр төшөрөлә.
  • Төп өлөшө — һаны сикләнмәгән биттәр, әммә стандарт комикста 20-40 бит була.
  • Pin-Up Page — төп рәссамдар йәки комиксҡа бәйле башҡа кешеләрҙең өҫтәмә һүрәттәре, мәҫәлән, тышлыҡтың альтернатив варианттары.

Тарихы үҙгәртергә

Һүрәттәге хикәйәләр үҙгәртергә

 
Родольф Тепфер һүрәттәре

Һүрәттәге хикәйәләр тарихы XVIXVII быуаттарға барып тоташа, ул ваҡытта Валенсия һәм Барселонала халыҡ өсөн күбеһенсә дини темаға һүрәттәр һата башлайҙар. Диниләрҙең тормошо тураһында һөйләгән, төҫлө ҡағыҙға төшөрөлгән гравюлар «аллилуй» тип аталған. Донъяуи темаларға сюжеттар «(исп. aucas)» (от исп. jeu de l'oie) тип аталған[2].

«Аллилуй» XVI һәм XVII быуаттарҙа Фландрия, Франция һәм Германияла киң таралыш алған.

XIX быуатта Эпиналдә һүрәттәге тарихтарҙы фабрикала сығара башлайҙар. Мәҫәлән, Пеллерен фабрикаһында 16 һүрәтле шаҡмаҡтан торған 600 тарих баҫтырылған (ғәҙәти испан «аллилуйя» 48 һүрәттән торған)[2].

1830—1846 йылдарҙа Швейцариянан Родольф Тёпфер Женевала Жабо әфәнде һәм Крепен әфәнде тураһында альбомдар серияһын сығара.

Рәссам-романтик Валентен Шарль Перро әкиәттәре буйынса һүрәттәр альбомын сығарған[2].

1870 йылдан һуң Европаның аҙналыҡ баҫмалары «Эпиналь һүрәттәрен» ҡуллана башлай. Луи Люмьер «Поливальщик» фильмы йөкмәткеһен тап шундай альбомдарҙың береһенән ала[2].

Алтын быуат үҙгәртергә

XX быуатта комикс сәнғәт жанрының популяр төрөнә әйләнә. Ул ваҡытҡа комикстар көлкөлө нигеҙен юғалта. Төп йүнәлештәр булып мажаралы комикстар урын алды: боевиктар, детективтар, ужастар, уйҙырма, супергеройҙар тураһында хикәйәләр.

Комикстарҙың алтын быуаты (ингл. Ялған Age of Comic Books) — Америка комикстары тарихындағы осор атамаһы, ул 1930 йылдар аҙағынан 1950-се йылдар уртаһына тиклем дауам иткән. Был сәнғәт төрө үҫешендә беренсе етди аҙымдар XX быуат башында яһалған, график һәм визуаль сағылыштың яңы юлдарын эҙләү әүҙем барған. Башта комикстар тик юмористик булһа, 1938 йылдың июнендә АҠШ-та Супермен (ингл. Superman) исемле герой барлыҡҡа килгәс, был хәл үҙгәрә. Супермен тураһындағы тарихтар бик популяр булып китә[3]. Унан башҡа Пластик (Quality Comics нәшриәте), шулай уҡ Уилл Айснер уйлар тапҡан детектив Спирит та билдәлелек яулай[4]. Был осорҙа 400-ҙән артыҡ супергерой уйлап табыла. Уларҙың күбеһе онотола, әммә Бэтмен һәм Америка Капитаны әле лә бар. Икенсе бөтә донъя һуғышы комикстар эстәлегенә етди йоғонто яһай, хәҙер геройҙар нацист хәрәкәте менән көрәшә. Һуғыш тамамланыуға ҡарай, супергеройҙар популярлығы ла кәмей бара. Дөйөм алғанда, тап алтын быуатта комикстың мөһим йүнәлеше — супергеройҙар һәм яңы донъялар барлыҡҡа килә.

Көмөш быуат үҙгәртергә

Комикстарҙың көмөш быуаты (ингл. Silver Age of Comic Books) — 1956 йылдан 1970 йылға тиклем дауам иткән осор. Көмөш быуат 1956 йылдың октябрендә, DC Comics нәшриәте Showcase #4 комиксын сығарыу менән башлана[5][6]. Тап ошо ваҡытта компания билдәле Флэш геройының яңы версияһын тәҡдим итә.

1960-сы йылдарҙа донъя аренаһына "Марвел" компанияһы сыға. Стэн Ли, Стив Дитко һәм Джек Кирби комикстар тарихында иң популяр геройҙарҙы уйлап таба: Фантастик Дүртәү, Үрмәксе-Кеше, Халк, Тор, Икс Кешеләре, Тимер Кеше һәм башҡалар. Комикстар индустрияһының үҙәге булып АҠШ ҡала. Донъя күләмендәге компаниялар булып Marvel, DC, Dark Horse һәм Image Comics иҫәпләнә.

Бронза быуат үҙгәртергә

Комикстарҙың бронза быуатының (ингл. Lazarsfeld Age of Comic Books) сиктәре теүәл билдәләнмәһә лә, ул 1970-се йылдарҙа башланып, 1985 йылға тиклем дауам иткән, тип һанайҙар. Комикстар өлкәндәр өсөн актуаль булған наркотик, алкоголизм һәм тирә-яҡ мөхитте бысратыу темаларын күтәрә.

Хәҙерге заман үҙгәртергә

Был осор 1980 йылдар уртаһынан хәҙерге көнгә тиклем дауам итә. Хәҙер комикстар ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ була, шомло сюжеттар һәм антигеройҙарҙың килеп сығыуы менән айырыла.

XX быуат аҙағында ҙур популярлыҡты комикстың Азия жанрҙары яулай: япондарҙа — манга, Ҡытайҙа — маньхуа һәм Кореяла — манхва. Икенсе бөтә донъя һуғышы бөтөү менән, Японияла манга комикстары барлыҡҡа килә. Әммә Көнбайышта, аниме рәүешендә экрандарға сыҡҡас ҡына, тарала башлай.

Веб-комикс үҙгәртергә

Веб-комикстар үҙнәшергә оҡшаш, һәр кем үҙенең веб-комиксын булдыра һәм уны интернет селтәрендә баҫтыра ала.

СССР һәм Рәсәйҙә үҙгәртергә

 
Владимир Маяковский агитплакаты, комикс техникаһын ҡулланған

Совет Рәсәйендә комикс ныҡ таралмаһа ла[7], әммә ҡайһы бер миҫалдар булған.

Комикс техникаһын Владимир Маяковский Окна сатиры РОСТА агитацион плакаттарында ҡулланған. 1937 йылда балалар рәссамы Николай Радловтың «Һүрәттәге хикәйәләр» альбом-китабы сыға. 1955 йылда Румыниянан СССР-ға Юрий Павлович Лобачёв күсеп килә[8]. Ул Рәсәй һәм серб комиксын төҙөүсе тип һанала, әммә бер тапҡыр ғына рөхсәт ителгән «Костёр» журналындағы баҫманан һуң (1966 йыл), ул сәйәси карикатураға кире ҡайтырға мәжбүр була.

Балалар өсөн ҙур булмаған тарихтар «Весёлые картинки» журналында, өлкәндәр өсөн — «Крокодил» журналында сыҡҡан, бик һирәк сит ил комикстары «Наука и жизнь» журналында баҫылған.

1991—1994 йылдарҙа «Муха» журналы баҫтырылған. 1990—1998 йылда Афғанстан ветерандары Рәсәй союзы предприятиеһы, йәш быуынға патриотик белем бирер өсөн, «Велес-ВА» комикстар журналын нәшер иткән[9][10][11][12], унда шулай уҡ күңел асыу өсөн дә комикстар сыҡҡан; журнал уңышлы һаналған[13][14] һәм комикстары һаман да яңынан баҫтырып сығарыла[15]. 1999—2003 йылдарҙа «Великолепные приключения» журналы сыҡҡан. 2010-сы йылдарға ҡарата Рәсәйҙә комикстар ҙур популярлыҡ яулай алмай.

2010-сы йылдар уртаһында Рәсәйҙә тәү тапҡыр комикстар билдәлелек яулай[16][17]. Һүрәтле тарихтарҙы «42», XL Media, Bubble, «Комикс Арт», «Панини», «Азбука» нәшриәттәре сығара. Билдәле сит ил график романдары урыҫ теленә тәржемә ителә, махсус комикстар магазиндары асыла. Йыл да «КомМиссия» комикстар фестивале уҙғарыла. Ҡайһы бер нәшерселәр фекеренсә, был комикстарҙы экранизациялау һәм комикс-берләшмәләр барлыҡҡа килеү менән бәйле[16][18].

2012 йылда «Иллюстрациялы Рәсәй Конституцияһы» комиксы сыға[19][20]. 2012 йылда «Bubble Comics» нәшриәте дүрт төрлө комикстарҙы баҫтыра: «Майор Гром», «Бесобой», «Красная фурия» һәм «Инок»; ике йылдан һуң яңы сериялар — «Экслибриум» һәм «Метеора» сыға.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Скотт МакКлауд. 2013 йыл 20 июль архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Ж. Садуль. Всеобщая история кино. Том 1. — М.:"Искусство", 1958.
  3. Comics Timeline — Infoplease.com
  4. Andelman, Bob, Will Eisner: «A Spirited Life», ISBN 1-59582-011-6
  5. CBR News Team DC Flashback: The Flash.
  6. Zicari, Anthony Breaking the Border - Rants and Ramblings 2007 йыл 26 август архивланған..
  7. Виталий Шишикин На злобу дня: „Весёлые картинки“. Комиксы в СССР и России // «Мир фантастики». — июнь 2011. — № 94.
  8. Статья о художнике на сайте «Искусство и архитектура русского зарубежья» 2016 йыл 8 март архивланған.
  9. Дмитриева Д. Г. Феномен американского супергероя в контексте визуальной культуры XX века 2015 йыл 18 апрель архивланған.. — диссертация, с. 168—170
  10. Наши комиксы: в России супер-Путин, а в Украине Рэмбо-казаки // Сегодня.ua
  11. Российские комиксы начала 90-х // белорусская газета «Виртуальные радости»
  12. Комиксы Велес 2013 йыл 20 март архивланған.
  13. Кунин А.: «В России я вижу будущее не комиксов, а рисованных историй» 2017 йыл 7 ғинуар архивланған.
  14. Волков А. По прозвищу «Стерва» 2015 йыл 9 сентябрь архивланған.
  15. сайт издательства «Тиен», которое переиздает комиксы издательства
  16. 16,0 16,1 Бум комиксов в России: мнение издателей. Мир фантастики № 128; апрель 2014
  17. Бластер. «Комиксы в России». Особое мнение
  18. Как делают и продают комиксы в России: интервью с Артемом Габреляновым
  19. «О комиксах. С любовью». Журнал «Ваш досуг» (СПб) № 09 (29 апреля-12 мая 2013): «А в 2012 году и вовсе был издан комикс „Иллюстрированная Конституция России“, в 2013 вышло второе издание. А это значит… жизнь продолжается!»
  20. "Комикс-конституция получил «Почетную безграмоту» «Московский Комсомолец» № 26185 от 14 марта 2013: «Комикс-Конституция содержит немало уникальных картинок».

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә