Комаров Владимир Николаевич (өлкә башҡарма комитеты рәйесе)

Комаров Владимир Николаевич (1911 йыл — 30 декабрь 1974 йыл) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре, Амур өлкә башҡарма комитеты рәйесе (1956—1960).

Комаров Владимир Николаевич (өлкә башҡарма комитеты рәйесе)
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Өфө, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө XX быуат
Вафат булған урыны билдәһеҙ
Уҡыу йорто Юғары партия мәктәбе[d]
КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың ХХ съезы[d] һәм КПСС-тың XXI съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

1930 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1941 йылда ауыл хужалығы техникумын, 1954 йылда — ВКП(б) — КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы юғары партия мәктәбен тамамлай.

1930 йылдан алып 1951 йылға тиклем Башҡорт АССР-ында агроном, зоотехник, район ер бүлеге мөдире, хеҙмәтсәндәр депутаттары район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Бер нисә йыл дауамында КПСС-тың район комитетының беренсе секретары итеп һайлана.

  • 1951—1954 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы ауыл хужалығы министры урынбаҫары,
  • 1954—1956 йылдарҙа — КПСС Үҙәк Комитеты аппаратында,
  • 1956—1960 йылдарҙа — Амур өлкә советы башҡарма комитеты рәйесе,
  • 1968—1974 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының статистика идаралығы начальнигы.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены,
  • «Почёт Билдәһе» ордены;
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы,
  • «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы.
  • «Ауыл хужалығы алдынғыһы» — СССР ауыл хужалығы министрлығының тамғаһы.

Сығанаҡтар үҙгәртергә