Колхида (боронғо грекса Κολχίς, тәүҙә мифта — Айя/Эа) (груз. კოლხეთი) — Кавказ аръяғының көнбайышында урынлашҡан тарихи өлкәнең боронғо грек атамаһы. Өлкә быға тиклем Ҡара диңгеҙҙең көнсығышында (Кавказдың Ҡара диңгеҙ буйында), Колхид уйһыулығын һәм янындағы ерҙе биләй. Заманса урынлашыуы — Абхазия, Грузия Самегрело һәм Земо-Сванети мхаре, Гурия һәм Аджария, Төркиә Арҙахан илдары, Артвин һәм Ризе.

Колхида

Б.Э.Т 1 мең йыллыҡ — Б.Э.Т IV быуат
Телдәр

боронғо кох

Преемственность

Колхида батшалығы →

Фарсия → Рим империяһы →

 Колхида Викимилектә

Колхида атамаһын гректар 1-се мең йыллыҡ башынан б. э. т. ҡулланылған һәм бында йәшәүсе кохтар ырыуҙары исеменә бәйле. Һуңғараҡ антик авторҙары шулай итеп б. э. т. VI—II быуаттарҙан б. э. тиклем был территорияла урынлашҡан дәүләтте — Колхид батшалығын атай. Боронғо грек исеме аҫтында өлкәһе һәм дәүләт исеме Европа тарихнамәһендә билдәле була

Атамаһы үҙгәртергә

Колхиданы һүрәтләү Геродот, шулай уҡ Страбон һәм Ксенофонт эштәрендә осрай.

Колхида исемен заман тикшеренеүселәре Пиндар һәм Эсхил эштәрендә тик б. э. т. 1 мең йыллыҡ уртаһында ғына күреп ҡала. Был территорияның урындағы, бәлки күпкә һуңғараҡ килеп сыҡҡан исеме — Эгриси.

Мифологияла үҙгәртергә

Колхида тураһында беренсе мәғлүмәттәр «Арго» карабында сәйәхәт иткән аргонавтар мифында осрай[1]. Мифта бәйән ителеүенсә, Троя һуғышынан бер быуын алда аргонавтар Иолктан (Фессалия) Колхидаға килә. Уларҙың юлбашсыһы Ясон булған, уға Пелий батша Колхидала Алтын тире табырға ҡуша.

Тарих үҙгәртергә

Тарихсылар фекеренсә, хәҙерге Грузия территорияһындағы һүҙгә алынған беренсе дәүләт — Колхид батшалығы, Ҡара диңгеҙҙең көнсығыш ярында урынлашҡан. Беренсе тапҡыр уның тураһында б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында грек авторҙары Пиндар һәм Эсхил телгә ала. Грузия тарихсылары шулай уҡ Геродоттың Алғы Азияның дүрт халҡы тураһындағы эшенә ҙур әһәмиәт бирә: фарсы, мидяндар, сасперс һәм колхтар, һуңғылар, фарсылар кеүек үк, үҙ дәүләтле була алған. Рәсми грузин тарихнамәһе Колхиданың б. э. т. I мең йыллыҡ уртаһында юғары үҫешкән, полистар урындағы халыҡ менән нигеҙләнгән, грек йоғонтоһо тик импорт менән сикләнгән тип һанай[2]. Әммә археологтар эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһеҙ була. Болтунова билдәләүенсә, аргонавт тураһындағы мифта ваҡыты һәм йөкмәткеһе билдәһеҙ. Бәлки ысынбарлыҡҡа ҡағылышы булмаған сюжеттар һуңғараҡ ҡына Колхида менән ассоциялана башлай. Геродот яҙмаларын дәүләт булғанын дәлилләү түгел, ә колх ырыуҙарының Әхмәнидтәр дәүләте менән бәйләнешен күрһәтеү итеп ҡарарға кәрәк[3]. Яйленко ла б. э. т. IV быуатта Колхидала ҡала мәҙәниәте үҫешкән дәүләт булыуында икеләнә[4]. Encyclopædia Iranica Әһмәнидтәр хакимлығы ваҡытындағы (б. э. т. 546—331 йылдар) протогрузин ырыуҙарына ҡарауы яҡлы[5].

Геродот һәм Сицилиялы Диодор колхтарҙың килеп сығышы тураһында түбәндәгене яҙып ҡалдыра. Геродот эштәрендә:

Колхид батшалығы — б. э. т. VI быуатта колх ырыуҙары Көнбайыш Грузия территорияһында төҙөгән сәйәси берәмек[6].

Колхид батшалығындағы төп хужалыҡ тармағы булып ер эшкәртеү тора. Шулай уҡ металлургия, етен, ағас эшкәртеү, керамика етештереү, ювелир һөнәре, тәңкә сүкеү юғары үҫеш алған[6].

Колхид батшалығының ҡалалары Риони йылғаһы буйында, хәҙерге Даблагоми, Вани тораҡ пункттары урынында урынлашҡан.[6]

Б. э. т. VIII быуатта Колхида Ассирия йоғонтоһона эләгә, бында, Геродот фекеренсә, Фәләстандан сығарған халыҡ менән Саргон II батша урынлашҡан[6].

Б. э. т. VI быуат аҙағында һәм V быуат уртаһында колхтар Персияға буйһоноуына ҡарай[6].

Б. э. т. II быуатта Колхидa Понтий батшалығы тәьҫиренә эләгә, һуңғараҡ б. э. т. I быуатта — Рим империяһына[6].

Гректарға тиклем күпкә алдан, б. э. т. XVI—VIII быуаттарҙа Колхидала бронзанан әйберҙәр эшләү һөнәре яҡшы үҫеш алған. Шулай уҡ антик авторҙары Хорезм халҡының Амударья һәм Каспий диңгеҙе сауҙа юлдары менән Эвксин Понты (Εύξεινος Πόντος, боронғо грекса Ҡара диңгеҙ атамаһы). Был Междуречье һәм Кавказ боронғо һәйкәлдәре ҡаҙылмаларында табылған материаль культура элементтары менән дә раҫлана.

Гректарға Колхида б. э. т. VI быуаттан Диоскуриада һәм Фасис грек колониялары аша билдәле була. Боронғо грек мифологияһында Колхида һәм Кавказды етеп булмаҫлыҡ «ер сиге» тип һанайҙар. Кавказ тауҙарына Прометей бығауланған, Колхида батшалары ҡояш аллаһы Гелиос тоҡомонан. Колхидаға Аргонавттар алтын руно артынан бара.

 
1706 йылда Лейпцигта баҫтырылған Христофор Целлариустың Колхида һәм Иберия картаһы.

Грек географы Скилак аңлатыуынса, Колхида Диоскуриаданан Апсареға тиклем һуҙылған, унан һуң ҙур булмаған төркөмдәр менән колхтар ырыуҙары йәшәгән.

Боронғо Колхида уңдырышлы була: гректар бында шарап, емеш-еләк, карап төҙөүгә яраҡлы ағастар, киндер, етен, балауыҙ һәм сайыр, алтын ҡом.

Арриан буйынса бында: апсилы, абазги, санны, махелоны, гениохи, зидреты, лазы, саниги ҡәбиләләре йәшәгән. Птолемей шулай уҡ манралдарҙы (мингрель) һүҙгә ала.

 
Грузияла табылған алиһә Никаның статуэткаһы

Астронимикала үҙгәртергә

Колхида хөрмәтенә астероидҡа (1135) Колхида исемен бирәләр, уны 1929 йылдың 3 октябрендә Симеиз обсерваторияһында совет астрономы Григорий Неуймин аса (Тбилисиҙа тыуған)[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар
  1. Любкер Ф., 2005, с. 533 (Колхида)
  2. Шнирельман В. А. Войны памяти: мифы, идентичность и политика в Закавказье. Москва: Академкнига, 2003. — С. 216—222. — 592 с. — 2000 экз.
  3. Болтунова А. И. Колхи и держава Ахменидов // Пиотровский (п.р.). Проблемы античной истории и культуры. в 2 т. , Ереван, АН АрмССР, 1979
  4. Яйленко В.
  5. Keith Hitchins.
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 6,4 6,5 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 12. Кварнер — Коигур. 1973. 624 стр., илл., 35 л.
  7. Schmadel, Lutz D. Dictionary of Minor Planet Names.

Әҙәбиәт үҙгәртергә