Коллонтай Александра Михайловна

Александра Михайловна Коллонтай ( тыуғандағы фамилияһы – Домонтович. 19 (31) март 1872, Санкт-Петербург9 март 1952, Мәскәү). - Революционер-марксист. 1917-1918 йылдарҙа ул большевиктар Хөкүмәтенең социаль сәйәсәт буйынса халыҡ комиссарыбула. 1922 йылда Коллонтай Норвегиялағы совет вәкиллегенә дипломатик консультант итеп билдәләнә, ә бер аҙҙан вәкиллек башлығы итеп, беренсе ҡатын-ҡыҙ дипломат итеп тәғәйенләнә.

Коллонтай Александра Михайловна
рус. Александра Михайловна Коллонтай
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3][…]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
 Рәсәй[1]
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Александра Михайловна Домонтович
Тыуған көнө 19 (31) март 1872[4]
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы[5][1]
Вафат булған көнө 9 март 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[5][2][6][…] (79 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[5][1]
Үлем сәбәбе ауырыу
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Атаһы Михаил Алексеевич Домонтович[d]
Хәләл ефете Павел Ефимович Дыбенко[d] һәм Владимир Людвигович Коллонтай[d][6]
Әһәмиәтле кеше Ада Нильссон[d][7]
Һөнәр төрө революционер, дипломат, борец за права женщин, яҙыусы, политический теоретик, народный комиссар
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d], илсе[d], министр[d], поверенный в делах[d] һәм полномочный министр[d]
Уҡыу йорто Цюрих университеты[d]
Әүҙемлек урыны Осло[1]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] һәм Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VI съезд РСДРП(б)[d], VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d] һәм РКП(б)-ның XI съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ойошма ағзаһы Рабочая оппозиция[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены орден Святого Олафа орден Ацтекского орла
Тасуирлау биттәре dbpedia.org/resource/Ale…[8][9]
fr.dbpedia.org/resource/…[10]
dbpedia.org/resource/Ale…[1]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d][11]
 Коллонтай Александра Михайловна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
1888 йылда

Санкт-Петербургта бай дворян ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһе уны император адъютантына кейәүгә сығырға теләген кире ҡаға. 1893 йылда офицер Владимир Коллонтай кейәүгә сыға, ул бай ҡатламдан булмаған.

1898 йылда Цюрих университетына (Швейцария) уҡырға инә. Профессор Гернер кәңәше буйынса 1899 йылда Англияға Инглиз эшлекле хәрәкәтен өйрәнергә китә. Англияла Сидней Веб һәм Беатриса Веб менән таныша. 1901 йылда Женевала Георгий Плеханов менән таныша.

1905 йылдың 9 ғинуарында (ҡанлы йәкшәмбе) Петербург урамдарында була. 1905 йылда Петербургта Владимир Ленин менән таныша. Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһының II съезында большевиктарға һәм меньшевиктарға тарҡалғандан һуң, Коллонтай фракцияларҙың береһендә лә ҡатнашмай. [12] 1906 йылдан алып 1915 йылға тиклем меньшевиктарға яҡын була.[13]

1905 йылда «Ҡатын-хеҙмәтселәрҙең бер-беренә ярҙам итеү йәмғиәте» ойоштора. 1908 йылда «Финляндия һәм социализм» брошюраһын сығара, унда фин халҡын Рәсәй империяһының золомона ҡаршы торорға өндәй. Шунан һуң иммиграцияға китергә мәжбүр була.

Иммиграцияла ул Карл Каутский, Клара Цеткин, Роза Люксембург, Карл Либкнехт һәм башҡа танылған социалистар менән таныша.

Беренсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң һуғышҡа ҡаршы иң ныҡ сығыш яһаған большевиктарға ҡушыла.

Дипломатик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1922 йылдан дипломат булып эшләй. Башта Норвегияла, артабан Мексикала һәм Швецияла була. Коллонтай бик күп телдәр белә[14], уның Европа Социалистик хәрәкәтендә яҡшы элемтәләре булған. Иң оҙайлы (1930-1945 йылда) ул Швецияла эшләгән, Совет-фин һуғышы ваҡытында Швецияның позицияһын йомшартыуға өлгәшә, 1944 йылдың 20 сентябрендә Зоя Воскресенская менән бергә Финляндияның фашистик Германия менән союзын өҙөп, Советтар Союзы менән килешеү төҙөүенә булышлыҡ итә.

Иҫтәлеге үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118564935 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. https://biografiasampo.fi/henkilo/p4253
  4. Коллонтай Александра Михайловна // Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  5. 5,0 5,1 5,2 Коллонтай Александра Михайловна // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  6. 6,0 6,1 Aleksandra Mikhaylovna Kollontay // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  7. Ada Konstantia Nilsson 1872-09-21 — 1964-05-23
  8. Record #13029 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  9. https://datos.bne.es/resource/XX847427 (исп.): El portal de datos bibliográficos de la Biblioteca Nacional de España — 2011.
  10. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  11. https://www.lanacion.com.ar/cultura/las-obras-de-que-escritores-quedan-libres-de-derechos-en-2023-nid02012023/
  12. Simkin, John, Alexandra Kollontai, at Spartacus Educational
  13. Большая биографическая энциклопедия (недоступная ссылка)
  14. Зоя Воскресенская, Эдуард Шарапов «Тайна Зои Воскресенской». серия «Досье»»: Олма-Пресс; Москва; 1998

Әҙәбиәт үҙгәртергә

{{:ru: викицитатник}}

  • Георгий Петров. А. М. Коллонтай в годы первой мировой войны // журнал "История СССР", № 3, 1968.
  • Георгий Петров. "Бороться за правое дело..." // журнал "Наука и жизнь", № 3, 1968. стр.11-18
  • Иткина А. М. Революционер, трибун, дипломат: Страницы жизни А. М. Коллонтай. 2-е изд. — М.: Политиздат, 1970. — 287 с.: ил.
  • Миндлин Э. Л. Не дом, но мир: Повесть об Александре Коллонтай. — М.: Политиздат, 1968. (Пламенные революционеры) — 447 с., ил. То же. — 2-е изд. — 1978. — 399 с., ил.
  • Великая Октябрьская социалистическая революция: энциклопедия. 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1987.
  • Русские писатели. 1800—1917. Биографический словарь. Т. 3: К — М. — М.: Большая российская энциклопедия, 1994. С. 22—23.
  • Шейнис З. С. Путь к вершине: Страницы жизни А. М. Коллонтай / Шейнис Зиновий Савельевич. — М.: Сов. Россия, 1987. — 298 с.: ил.
  • Константин Михайлович Оберучев «В дни революции. Возвращение в Россию за месяц до революции.»
  • Clements, Barbara Evans (1979). Bolshevik Feminist: The Life of Aleksandra Kollontai. Bloomington: Indiana University Press. ISBN 0-253-31209-4.
  • Farnsworth, Beatrice (1980). Alexandra Kollontai: Socialism, Feminism, and the Bolshevik Revolution. Stanford: Stanford University Press. ISBN 9780804710732.
  • Porter, Cathy (1980). Alexandra Kollontai: A Biography. London: Virago. ISBN 0-86068-013-4.
  • Александра Коллонтай и Финляндия / Под ред. Тимо Вихавайнена и Евгения Хейсканена. Перевод с финского на русский: Евгений Хейсканен. Renvall Institute Publications 29. Hakupaino Oy. Helsinki, 2010. 109 стр. — ISBN 978-952-10-6755-6.

Һылтанмалар үҙгәртергә