Коканд походы (1875—1876)

1875 — 1876 йылдарҙағы Коканд походтары  — Рәсәй империяһы ғәскәрҙәре Коканд ханлығын баҫып алыу маҡсатында 1875—1876 йылдарҙа үткәргән хәрби экспедиция.

Коканд походы (1875—1876)
Хәрби ғәмәлдәр картаһы («Кокандская экспедиция» мәҡәләһенә карта «Военная энциклопедия Сытина»; 1913 йыл)
Хәрби ғәмәлдәр картаһы
Кокандская экспедиция» мәҡәләһенә карта
«Военная энциклопедия Сытина»; 1913 йыл)
Дата

18751876 йылдар

Урыны

Коканд ханлығы, Төркөстан генерал-губернаторлығы, Рәсәй империяһының Урта Азия биләмәләре

Нәтижә

Рәсәйҙең еңеүе

Үҙгәрештәр

Коканд ханлығының бөтөрөлөүе

Ҡаршы тороусылар

Рәсәй флагы Рәсәй империяһы

Коканд ханлығы

Командирҙар

Рәсәй флагы Кауфман К. П.
Рәсәй флагы Скобелев М. Д.

Абдрахман Аптабачи[1] Ҡалып:Капитуляция
Насреддин-хан
Пулатбек

Тарих башы үҙгәртергә

Хоҙаяр хан 1868 йылда генерал-адъютант Кауфман тәҡдим иткән сауҙа килешеүҙе ҡабул итә, әлеге килешеү буйынса урыҫтар Коканд ханлығында һәм урыҫ биләмәләрендә ирекле йәшәү һәм йөрөү, ҡаруанһарайҙарҙы, сауҙа агентлыҡтарын ойоштороу хоҡуғын алалар, артабан пошлиналарҙы тауар хаҡынан 2½ %-тан арттырырға мөмкин булмай. Рәсәй менән 1868 йылғы коммерция килешеүе буйынса Коканд ысынында тулыһынса бойондороҡло дәүләткә әүерелә. Бер нисә йыл дауамында Коканд ханлығының хакимы Төркөстан властары ҡушҡанын үтәй. Кауфмандың талабы буйынса ул Бохараға ҡаршы Ҡаратегиндың бәхәсле территориялары өсөн алып барылған хәрби ғәмәлдәрҙе туҡтата (1869 сентябрь — 1870 йылдың марты), генерал Абрамов отряды менән көрәштә еңелгән Шәхризәб бәктәрен Кокандтан Ташкентҡа ҡыуа, Шәхризәб оазисы менән идара итеүҙе Бохара вельможаларына тапшыра (1870 йылдың авгусы).

1871 йылда Кауфман Петербургка Хоҙаярҙың Рәсәйгә ҡаршы тороу теләгенән ваз кисеүе тураһында ышаныслы хәбәр итә. Ханға хатта I дәрәжә Изге Станислав орденының гәүһәр билдәләре һәм «светлость титулы» тапшырыла. Урыҫ дипломаты Струве 1870 йылдың май айында Хоҙаяр «һарайҙар, баҙарҙар, каруан-һарайҙар төҙөй, баҡсалар булдыра, халыҡты һыйлау өсөн оло мәжлестәр ойоштора» тип яҙа. Әммә бай провинцияларҙың юғалтыуҙары һәм һуғышта еңелеүе Коканд ханының абруйына кире йоғонто яһай һәм уны һалымдарҙы арттырырға мәжбүр итә. Рәсәй властарының Һырдарьяның уң ярының урта һәм түбәнге ағымында, шулай уҡ Ташкентта, Әүлиә-Атала, Бишкәктә һәм башҡа ҡалаларҙа нығыныуы хан ҡаҙнаһына һалым керемдәрен ҡырҡа кәметә. Тәбиғи, хаким үҙе лә, уның яҡындары ла юғалтыуҙарҙы ҡалған подданныйҙарҙы талау иҫәбенә ҡайтарырға тырышалар һәм уларҙы тулыһынса бөлгөнлөккә төшөрәләр.

Крәҫтиәндәрҙе мәжбүри эшкә йәлеп итеү киң тарала. Мәҫәлән, йәйге ҡыҙыу эш өҫтөндә хан арыҡтарын ҡаҙыу эшенә килмәгән игенселәрҙе тере көйөнсә ергә күмәләр. Ханлыҡта башҡа һыймаҫлыҡ һалымдар индерелә: ҡамышҡа, дала сәнскеләренә, быуаларҙа тотоп алынған һөлөктәргә … Өҫтәүенә эш хаҡын алмаған яугир сарбаздар халыҡты талай. Көнсығыш илдәрен өйрәнеүсе А. Кун 1870 йылдарҙың башында үткән География йәмғиәте ултырышында Коканд халҡы хан эшмәкәрләге менән ҡырҡа риза булмауы тураһында белдерә. Кауфман да Хоҙаярҙы күп тапҡыр иҫкәртә, әммә был файҙаһыҙ була

18731874 йылдарҙың яҙында Коканд ханлығында фетнәләр бер нисә тапҡыр ҡуба, әммә хан уларҙы баҫтырырға көс таба. Йыш ҡына баш күтәреүселәр урыҫ хакимдарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, әммә тегеләре һәр ваҡыт ярҙамдан баш тарталар. 1875 йылдың яҙында Хоҙаярға ҡаршы Коканд аҡһөйәктәре күтәрелә, заговорҙы ҡасандыр ҡөҙрәтле булған регент Мосолманҡолдоң улы Абдрахман-Аптабачи, мулла Исса-Әүлиә һәм хандың ағаһы, Марғиландың хакимы, Солтанморат бәк етәкләйҙәр. Шулай уҡ улар үҙ яғына тәхет вариҫы Насретдин ханды ауҙарыуға өлгәшәләр.

1875 йылдың 15 (27) июлендә Кокандҡа урыҫ илсеһе Вайнберг килә, уны Ҡашғарға юл тотҡан М. Д. Скобелев һәм 22 казактан торған конвой оҙата. Ике көндән дүрт меңлек ғәскәр башында баш күтәргән ҡырғыҙҙарға ҡаршы ебәрелгән Исса-Әүлиә һәм Абдрахман-Аптабачи боласыларға ҡушылыуҙары тураһында хәбәр алына. Ҡырғыҙҙарҙың башлығы Исхаҡ мулла үҙен хандың алыҫ туғаны Булат бәк тип иғлан итә. Заговорсылар яғына биш меңлек ғәскәр менән Андижанда торған хан улы Насретдин да күсә. Ош һәм Наманған ҡалалары уларға ҡапҡаларын асып ҡуя. 20 июлдә (1 августа) баш күтәреүселәр бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ Кокандтан 77 километр алыҫлыҡта ятҡан Марғиланға аяҡ баҫа, ә мулла Исса-Әүлиә халыҡты урыҫтарға һәм уларҙың ярандарына ҡаршы ғазауатҡа саҡыра. Вейнберг шундуҡ генерал Головачевҡа хат юлландыра, әлеге хатта хәлде тасуирлай һәм Хужандтан отряд ебәреүен үтенә.

22 июлдең (1 августың) төнөндә боласылар Кокандҡа яҡынлаша. Хан ғәскәренең яртыһы Хоҙаярҙың икенсе улы Мөхәммәт-Әлимбәк менән бергә фетнәселәр яғына күсә. Иртәнсәк ҡала халҡы араһында тулҡынланыуҙар башлана. Хоҙаяр Рәсәй властары яҡлауына һыйына. 68 пушка һәм ҡаҙна хазинаһы тейәлгән ҡарауан менән һигеҙ меңлек ғәскәр башында ул Хужандҡа табан юл ала. Уның менән бергә урыҫ илселеге лә китә: : Вейнберг, Скобелев, 22 казак, 9 сауҙагәр һәм 6 ҡарауансы ҡаҙаҡ. Кокандтан алты километр алыҫлыҡта хан, боласыларға ҡаршы торор өсөн, туҡтай, әммә уның ғәскәре лә тулыһынса дошман яғына күсә. Хоҙаяр менән яҡынса 500 кеше һәм урыҫ илселеге ҡала. Баш күтәреүселәрҙең һөжүменә даими дусар булған бәләкәй генә отряд 23 июлдең (4 августың) кисендә урыҫ ғәскәрҙәре контроле аҫтында булған территорияға барып етә, ә киләһе көн — Хужандҡа.

Хоҙаярҙың ҡасыуынан һуң ихтилал бөтә ханлыҡты ялмап ала. Хаким итеп Насретдин иғлан итәлә. Әлбиттә, ул бер ниндәй һалымды кәметеү тураһында уйламай ҙа, бөтә бәләне урыҫтарға япһыра һәм ҡәтғи рәүештә ханлыҡты элекке сиктәрендә (бер яҡтан Аҡ Мәсеттән, икенсе яҡтан — Бишкәккә тиклем) тергеҙеү кәрәклеге тураһында белдерә. Рәсәй хакимиәте ашығыс рәүештә килеп сыҡҡан хәлдән сығыу юлдарын эҙләй. Хужанд өйәҙе башлығы Нольде 23 июлдә үк (4 августа) 7-се Төркөстан линия батальонының 50 һалдатын халыҡтан тартып алынған аттарға ултырта һәм ошо тиҙ арала әҙерләнгән кавалерияны сик буйы ҡәлғәһе Махрамға ебәрә. Отряд артынан батальон һәм 2-се артиллерия дивизионы юллана, дөйөм етәкселек полковник Серафимовичҡа йөкмәтелә. Нәҡ ошо көстәрҙең сик буйына яҡынлашыуы боласыларҙы ханды һәм илселекте эҙәрлекләүҙән баш тартырға мәжбүр итә.

Хужандтағы урыҫ администрацияһы ла Хоҙаярҙы ҡуш ҡуллап ҡаршы алмай. Уның ярандары ҡала буйлап ҡораллы йөрөй, уларҙы туҡландырыу ҙа еңелдән түгел. 1875 йылдың 27 июлендә (8 августа) Верный фортынан Кауфман телеграф буйынса Хоҙаярҙы Ташкентҡа ебәрергә ҡуша. Улар Хужандтан 5 августа (17 августа) юлға сығырға тейеш була. Кокандтың яңы хакимдары был хәбәрҙе тиҙ арала белеп ҡала, көнсығыш дипломатияһы ҡағиҙәләре буйынса тәхеттән төшөрөлгән хаким тере ҡалырға тейеш булмай, шуға күрә 5 (17) һәм 6 (18) августа 10 меңдән ашыу кешенән торған Коканд ғәскәре тауҙарҙан төшә һәм Ангрен йылғаһындағы бер нисә ауылды баҫып ала. Отрядтарҙың береһе Ташкент-Хужанд трактындағы почта станцияларын үртәй, ямсыларҙы һәм үтеп барыусыларҙы әсирлеккә ала. Ура-Түбәнән Хужандҡа килә ятҡан 2-се линия батальоны табибы Петров һәм прапорщик Васильев һуйып үлтерелә, ә табиптың алты йәшлек ҡыҙын Кокандҡа алып китәләр. Шулай уҡ әсирлеккә 2-се линия батальоны юнкерҙары Клусовский һәм Эйхгольм эләгәләр. Хан әлеге боларыштар ваҡытында Пскент станцияһында булып ҡала һәм мөғжизәле рәүештә тере ҡала.

Хәйер, ҡайһы берҙә һөжүм итеүселәргә ҡаршылыҡ та күрһәтелә. Мырҙа-рабат почта станцияһында Ташкент-Сәмәрҡәнд трактында ямсылар старостаһы булып хеҙмәт иткән 3-сө уҡсылар батальонының оставкалағы һалдаты, Псков губернаһы крәҫтиәне Степан Яковлев кокандлылар яҡынлашыуы тураһында ишеткәс, станция алдын утын менән тултыра һәм ҡапҡаларҙы бикләп ҡуйып, ҡапҡа ҡаршыһындағы вышкаға менеп ултыра. Кокандлылар станцияға килеп еткәс, ҡыйыу ямсы винтовканан ут аса. Ике тәүлек тиерлек бер үҙе бөтөн отрядты тотҡарлап тота. Ахырҙа кокандлылар, һан яғынан өҫтөнлөк менән файҙаланып, станцияны яндырып ебәрә. Яковлев, приклад менән һелтәнә-һелтәнә, дошмандарға ташлана, әммә сабып үлтерелә. Батырҙың сабып алынған башын Кокандҡа алып китәләр. 1877 йылда ғына Яковлев һәләк булған урында — плитә, ә 1895 йылда — мәрмәр тәреле обелиск ҡуйыла[1].

Хужант янындағы алыш үҙгәртергә

1875 йылдың 8 (20) авгусында кискеһен кокандлылар Хужандты баҫып ала. Мулла Исса-Әүлиә урындағы халыҡҡа прокламациялар тарата, әммә тегеләр элекке ваҡытта Коканд яугирҙарының Ташкентҡа походтар ойошторған саҡтағы ҡыйралыштарҙы яҡшы хәтерләйҙәр һәм ғазауатҡа ҡушылырға ашыҡмайҙар. Ул ваҡытта Хужандта бер батальон һәм ике пехота ротаһы, казактар йөҙлөгө һәм артиллерия батареяһы була. 9 (21) августа полковник Савримович етәкселеге аҫтында әлеге көстәр дошмандың 15 меңлек ғәскәренең һөжүмен кире ҡағыуға өлгәшәләр. 10 (22) августа Ура-Түбәнән майор Скарятин етәкселегендәге өҫтәмә көс килеп етә һәм дошманды ҡала ҡапҡаларынан алып ташларға ярҙам итә.

 
«Коканд ханлығын буйһондорғаны өсөн» миҙалы

12 (24) августа полковник Савримович етәкселегендә 4 рота, казактар йөҙлөгө һәм артиллерия дивизионы 16-меңлек Коканд ғәскәренә ҡаршы һөжүм башлай. Коста-Ҡола ауылы эргәһендә торған Коканд ғәскәренә Абдрахман Аптабачи етәкселек итә. Кокандлылар көслө артиллерия утынан сигенә башлайҙар. Артабан уларҙы пехота эҙәрлекләй. Шул уҡ көндө Хужандҡа Ташкенттан полковник Гарновский етәкселегендә 1-се уҡсылар батальоны килеп етә, улар оборонаның иң ауыр участкаларында Хужандты яҡлаусыларға алмашҡа киләләр. Ҡамауҙың файҙаһыҙ булыуын аңлап, кокандлылар Хужандты ҡалдыралар.

Генерал-губернатор Кауфман 6 (18) авгусынан 7 (19) авгусҡа ҡараған төндә Коканд ғәскәрҙәренең Хужандты баҫып алыуы тураһында хәбәр ала һәм шундуҡ хәрби ғәмәлдәр районына ғәскәрҙәрҙе туплай башлай. Теләү ҡалаһына генерал-майор Головачевтың отряды ебәрелә. Ташкенттан полковник Аминовтың колоннаһы сыға. 18 (30) авгусына урыҫ ғәскәрҙәре Хужандта тупланалар, шунда уҡ Кауфман да килә. Абдрахман Аптабачи 50-меңлек армияһы менән Хужандтан йыраҡ булмаған Махрам ҡәлғәһендә урынлаша. 20 августа (1 сентябрҙә) Кауфман дошманға ҡаршы йүнәлә. 1875 йылдың 22 авгусында (3 сентябрҙә) кокандлылар һәм уларҙың көрәштәштәре булған ҡырғыҙҙар тар-мар ителә. Яу яланында Абдрахмандың 1200-ҙән ашыу яугиры ятып ҡала. Урыҫтарҙан 6 кеше һәләк була. Аптабачи Марғиланға ҡаса.

26 августа (7 сентябрҙә) Кауфман отряды Кокандҡа табан юл ала. Уға ҡаршы Насретдин-хан солох һорап сыға. 3 августа (11 сентябрҙә) Марғилан хакимы Морат бәктән дә тәүбә хаты килә. Бер-бер артлы союздаштарын юғалтып, Абдрахман Аптабачи сигенә. Уны 6 казак йөҙлөгөн, артиллерия дивизионын, ракета батареяһын һәм ике рота һалдатын үҙ эсенә алған Скобелев отряды эҙәрлекләй. 10 сәғәт дауамында отряд 72 километр үтә һәм Мин-Түбә ауылы янында Абдрахман ғәскәренең аръергардын ҡыйрата. 10 (20) сентябрҙә һалдаттар һәм казактар Ош ҡалаһына инәләр. Абдрахман яҡлы булғандар ҡаса башлай. Тиҙҙән күп меңлек ғәскәрҙән 400 яугир тороп ҡала һәм Абдрахман шулар менән Андижан һәм Узкент араһында бәрелә-һуғыла йөрөй.

23 сентябрҙә (5 октябрҙә) Кауфман Насретдин менән Бохара һәм Хиуа килешеүҙәре тибында төҙөлгән солох килешеүенә ҡул ҡуя. Хан, Рәсәйҙән тыш, бер ниндәй дәүләт менән дипломатик килешеүҙәр төҙөргә хоҡуғы булмай. Һырдаръяның уң ярындағы ерҙәр (Наманған бәклеге) Наманған бүлеге исеме аҫтында Төркөстан генерал-губернаторлығы составы индерелә. Әлеге бүлектең башлығы итеп М. Д. Скобелев тәғәйенләнә. Хоҙаярҙы тәхеткә ҡабаттан ултыртыу тураһында мәсьәлә күтәрелмәй[1].

Абдрахман-Аптабачи фетнәһе үҙгәртергә

25 сентябрҙә (7 октябрҙә) урыҫ ғәскәрҙәре Һырдаръя аша сығып, Наманғанды биләйҙәр. Бында Кауфман яңы хәбәр ала: боласылар ханлыҡтың көнсығыш өлөшөндә ҡабаттан баш күтәргән. Аптабачи тәҡдиме буйынса хан итеп ҡырғыҙ Булат бәк тәғәйенләнә. Уның ғәскәрҙәре Андижан ҡалаһында туплана, әммә улар урыҫтарға ҡаршы тора алмай. Октябрь башында генерал-майор В. Н. Трубецкойҙың урыҫ отрядтары ҡырғыҙ атлы «өйөрҙәрҙе» тар-мар итә, әммә Андижанды яулай алмайҙар.

Ошо уҡ ваҡытта Кокандта яңы фетнә ҡуба. Абдрахман Аптабачиҙың ҡотортоуы арҡаһында ҡала халҡы хан һарайына ябырыла. Насретдин, атаһы Хоҙаяр һымаҡ, урыҫтарҙан ярҙам көтә һәм 1875 йылдың 10 (22) октябрендә Хужантҡа бара. Кокандлылар Наманғанды баҫып алалар, урыҫ гарнизоны цитаделдә йәшеренеп, көскә һөжүмде кире ҡағыуға өлгәшә. Яуап итеп, Наманған районына яңы урыҫ ғәскәрҙәре ебәрелә. Скобелев етәкләгән Наманған отряды ханлыҡтың төрлө райондарына ҡыйыу рейдтар башҡара[1].

Коканд ханлығының бөтөрөлөүе үҙгәртергә

1876 йылдың ғинуарында Кауфман Санкт-Петербургка килә һәм сит ил эштәре министрлығын ситләтеп, император Александр II санкцияһы менән Коканд ханлығының бойондороҡһоҙлоғон тулыһынса юҡҡа сығарыуға өлгәшә. Уңышы тураһында ул шундуҡ Ташкентҡа хәбәр итә һәм Скобелевҡа кисекмәҫтән Кокандты баҫып алыу буйынса әҙерлекте башларға бойора. 24 ғинуарҙа (5 февралдә) уңышһыҙлыҡтарҙан бөтөнләй баҙап ҡалған Абдрахман урыҫтарға бирелә. 2 (14) ғинуарҙа Кауфман генерал Г. А. Колпаковскийға яңы телеграмма һуға, уға Кокандҡа һөжүм башларға ҡушыла. Генерал Троцкийҙан шундай уҡ йөкмәткеле телеграмманы Наманғанда Скобелев та ала. Кокандҡа тиклем бер көн эсендә 80 километр үтеп, тәүге булып ҡалаға нәҡ Скобелев килеп етә.

Коканд һуғышһыҙ тиерлек бирелә. Был юлы Коканд ханлығының үҙаллығы тулыһынса бөтөрөлә. Уның территорияһы Фирғәнә өлкәһе сифатында Төркөстан генерал-губернаторлығы составына индерелә. Крайҙың хәрби губернаторы итеп М. Д. Скобелев тәғәйенләнә. Абдрахман-Аптабачи Рәсәйгә һөрөлә, ә бына күп ҡанһыҙлыҡта ҡатнашҡан Булат бәкте Марғиланда, үҙе урыҫ әҫирҙәрен язалаған майҙанда, язалайҙар[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Кокандская экспедиция 1875—76 гг. // Военная энциклопедия: [в 18 т.], 1911—1915

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дела Азиатской части главного штаба 1875 г. № 4 и 31, 1876 г. № 2 и 8 и 1877 г. № 1 и 57
  • Очерк Кокандского ханства. «Известия Императорского русского географического общества» 1876 г.

Һылтанмалар үҙгәртергә