Козлов Владимир Александрович (стоматолог)

Владимир Александрович Козлов (30 октябрь 1930 йыл) — СССР һәм Рәсәй стоматологы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (1997), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Козлов Владимир Александрович (стоматолог)
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 30 октябрь 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 31 декабрь 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (92 йәш)
Һөнәр төрө стоматолог
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт дипломдан һуң белем биреү академияһы[d]
Уҡыу йорто Академик И. П. Павлов исемендәге Санкт-Петербург дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

1930 йылдың 30 октябрендә Ленинградта тыуған.

1951 йылда Ленинград медицина институтын тамамлаған.

1951 йылдан алып 1954 йлыға тиклем — Беренсе республика медицина училищеһының директор урынбаҫары булып та эшләй (Ярославль).

1954 йыл — Ленинград ҡалаһында төп стоматолог, яңаҡ-йөҙ хирургияһы кафедраһы ассистенты, хирург-стоматолог.

1961 йылда «Клинико-экспериментальные исследования реплантации зубов» темаһына диссертация яҡлай

1964 йылдан алып 1966 йылға тиклем Тәһран совет госпиталь етәксеһе.

1972 йылда «Пересадка зубов» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, ә ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе импланталогия нигеҙе булып хеҙмәт итә.

1974 йылдан —Санкт-Петербург дипломдан һуң белем биреү медицина академияһының яңаҡ-бит хирургия һәм хирургик стоматология кафедраһының профессоры һәм мөдире була[1].

1997 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты булып һайлана

2014 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Стоматология өлкәһендәге белгес.

Уның етәкселеге аҫтында практикаға балаларҙың ауыҙ ҡыуышлығын планлы санациялау системаһы булдырыла, төрлө профилактик программалар индерелә.

400-ҙән ашыу фәнни эштәр авторы, 3 монография, 4 китап, 23 уҡыу әсбабы һәм методик ҡулланма, шул уҡ ваҡытта 10-дан ашыу уйлап табыуға авторлығы бар.

Уның етәкселегендә 6 докторлыҡ һәм 26 кандидатлыҡ диссертацияһы эше башҡарыла

Ленинград/Санкт-Петербургтың 3 база стоматология үҙәген ойоштороусы:

  1. Яңаҡ-йөҙ өлкәһендә йәрәхәт менән ауырыуҙы реабилитациялау үҙәге
  2. Яңаҡ-йөҙ хирургияһының тергеҙеү отделениеһы.
  3. Тыумыштан зәғиф балаларҙы дауалау буйынса үҙәк.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Козлов Владимир Александрович - Факультет стоматологии и медицинских технологий СПбГУ. dent.spbu.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.
  2. Указ Президента Российской Федерации от 13.02.2002 № 165. kremlin.ru. Дата обращения: 12 ноябрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә