Козель Арнольд Израилевич

Козель Арнольд Израилевич (9 ноябрь 1940 йыл, Һарытау, СССР18 июнь 2019 йыл, Силәбе, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй нейрохирургы, Рәсәй Медицина фәндәре академияһының һәм Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы (2014).

Козель Арнольд Израилевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 9 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 18 июнь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (78 йәш)
Вафат булған урыны Силәбе, Рәсәй
Һөнәр төрө нейрохирург
Уҡыу йорто Һарытау дәүләт медицина университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Арнольд Израилевич Козель СССР-ҙың Һарытау ҡалаһында 1940 йылдың 9 ноябрендә тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Һарытау медицина институтының «дауалау эше» факультетына уҡырға инә.

1965 йылда Арнольд Израилевия Козель Һарытау медицина институтын уңышлы тамамлап сыға.

1970 йылдаСиләбе ҡалаһының торба прокатлау заводы медицина санитар бүлегенең нейротравматология бүлексәһен етәкләй.

1981 йылдан алып А. И. Козель Силәбе ҡалаһының ашығыс ярҙам дауаханаһындағы нейрохирургия бүлегендә эшләй. 1982 йылда был дауахана уның етәкселеге аҫтында Силәбе ҡалаһының нейрохирургия үҙәге итеп үҙгәртелә, ә 1996 йылда — был медицина учреждениеһы Силәбе лазер хирургияһы институты үҙәге итип үҙгәртелә. А. И. Козель уның директоры була.

2000 йылда А. И. Козель Рәсәй Медицина фәндәре академияһының мөхбир-ағзаһы итеп һайлана.

2014 йыл — Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһының Силәбе ҡалаһында 2019 йылдың 18 июнендә вафат була[1].

Фәнни эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Арнольд Израилевич Козель 25 патентлы нейрохирургия методтарын уйлап тапҡан, уларҙың 4-һе уның исемен йөрөтә: («Умыртҡа бағанаһы остохондрозын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Өсөнсөл нервы невралгияһын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Аденогипофиз ауырыуын А. И. Козелса дауалау ысулы», «Наркоманиянан А. И. Козелса дауалау ысулы»).

Арнольд Израилевич Козель етәкселеге аҫтында өс медицина фәндәре докторы һәм дүрт медицина кандидаты әҙерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре ?һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Умер Козель Арнольд Израилевич. Дата обращения: декабрь 2019.

Һылтанмалар үҙгәртергә