Ковальский Антон Филиппович

Антон Филиппович Ковальский (1906 — 14 апрель 1945) — 134-се гвардия айырым сапер батальоны саперы (11-се гвардия танк корпусы, 1-се гвардия танк армияһы, 1 Украина фронты), гвардия ефрейторы, Советтар Союзы Геройы (1944).

Ковальский Антон Филиппович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Ғафури районы
Вафат булған көнө 14 апрель 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание рядовой
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Антон Филиппович Ковальский[1] 1906 йылда хәҙерге Ғафури районының Урыҫ Һаҫыҡкүле ауылында тыуған.

Украин. ВКП(б) ағзаһы. Һуғышҡа тиклем колхозда балта оҫталары бригадиры булып эшләй.

1942 йылдың ғинуарында Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға алына.

1943 йылдың февраленән Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.

Гвардия ефрейторы А. Ф. Ковальский 1944 йылдың 19 июлендә Көнбайыш Буг йылғаһын кискәндә һуғышта батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 14 апрелендә алыштарҙың береһендә һәләк була.[2][3].

Батырлығы үҙгәртергә

«134-се гвардия айырым сапер батальоны (11-се гвардия танк корпусы, 1-се гвардия танк армияһы, 1 Украина фронты) саперы гвардия ефрейторы А. Ф. Ковальский 1944 йылдың 19 июлендә, дошмандың туҡтауһыҙ артиллерия уты һәм һауанан авиация менән бомбаға тотоу шарттарында Көнбайыш Буг йылғаһын аша сыҡҡанда, үҙенең саперҙар взводы менән бер сәғәт эсендә емерелгән күперҙе тергеҙә һәм танк өсөн урап үтә торған юл эшләй. Биш сәғәт дауамында Ковальский, һыу эсендә тороп, кисеүҙе тотоп тора. Бригаданың бөтә хәрби машиналарының өҙлөкһөҙ үтеүен тәьмин итә.

1944 йылдың 23 июлендә төндә, дошмандың автомат һәм миномет уты аҫтында Сан йылғаһы аша сыҡҡанда, рулевой булараҡ, пехотаны батальонға тиклем аша сығара, ә 1944 йылдың 24 июлендә Сан йылғаһы аша күпер төҙөгәндә, дошмандың миномет уты һәм бомбаға тотоуы аҫтында терәүҙәр ҡуйыу буйынса ҡуйылған заданиены үтәп сыға».

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 23 сентябрендәге указы менән, командованиеның заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн, гвардия ефрейторы Антон Филиппович Ковальскийгә Советтар Союзы Геройы исеме бирелә һәм Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 4572) тапшырыла.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Урыҫ Һаҫыҡкүле ауылында А. Ф. Ковальский уҡыған мәктәп бинаһында мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Республиканский Музей Боевой Славы — Ковальский Антон Филиппович 2016 йыл 5 март архивланған.. Проверено 16 марта 2013. 8 апреля 2013 года.
  2. Биография А. Ф. Ковальского на сайте Блоозерского сельсовета. Гафурийский район Республики Башкортостан.
  3. Биография А. Ф. Ковальского на официальном сайте сельского поселения Белоозерский сельсовет муниципального района, Гафурийский район Республики Башкортостан.
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 21, л. 612, 613).
  5. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686043, д. 104, л. 28).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 4500, л. 1, 7, 8).
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 5353, л. 1, 16, 17).
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 301, л. 3, 47, 48).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2006. — 624 с. — ISBN 5-88185-062-9.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Ковальский Антон Филиппович. «Герои страны» сайты.