Климов Юрий Семёнович

Климов Юрий Семенович (21 сентябрь 1961 йыл — 9 ғинуар 2000 йыл) — Төньяҡ Кавказдағы контртеррористик операцияла һәләк булған хәрби хеҙмәткәр. 1979 йылдан — СССР, 1992 йылдан — Рәсәй Ҡораллы Көстәре һәм 1993 йылдан — Рәсәй Эске эштәр министрлығы офицеры. Подполковник. Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000, үлгәндән һуң)

Климов Юрий Семёнович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 21 сентябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Вафат булған көнө 9 ғинуар 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (38 йәш)
Ерләнгән урыны Көньяҡ зыярат[d]
Ҡәбере һүрәте
Хәрби звание подполковник[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһы Геройы Батырлыҡ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Юрий Семенович Климов 1961 йылда Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Мораҡ ауылында тыуған. Мораҡ 1-се урта мәктәбен тамамлағандан һуң, әрме хеҙмәтенә алына. 1984 йылда Новосибирск Юғары хәрби-сәйәси дөйөм ғәскәр училищеһын тамамлай. 1984—1990 йылдарҙа Төркөстан хәрби округының махсус тәғәйенләнештәге частарында хеҙмәт итә — рота командиры урынбаҫары, аҙаҡ батальон командиры урынбаҫары була. 1993 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренәң Гуманитар академияһын тамамлай. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы органдарында хеҙмәт итә — Новосибирск өлкәһе Бердск ҡалаһында ойошҡан енәйәтселеккә ҡаршы көрәш бүлегендә оперуполномоченный, аҙаҡ Көнбайыш-Себер ойошҡан енәйәттәргә ҡаршы төбәк идаралығында төрлө вазифалар биләй. 1996 йылда Тиҙ эш итеүсе махсус отряд (СОБР) төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша һәм уның етәксеһе була.

1995 йылда махсус задание менән Чечняға китә һәм законһыҙ хәрби формированиеларға ҡаршы көрәшә. Уның етәкселегендә Али-Баба тарлауығында Дудаев боевиктарының һуғыш кәрәк-ярағы складтары юҡ ителә. Климовтың хәрби оҫталығы һәм аҡыллы етәкселеге һөҙөмтәһендә операция ваҡытында беҙҙең яҡтан юғалтыуҙар булмай, Юрий Семеновичҡа Батырлыҡ ордены бирелә.

1996 йылда ул етәкселек иткән отряд Грозныйҙа боевиктар базаһын таба һәм дошмандар менән ауыр алышҡа инә. База юҡ ителә, 13 боевик үлтерелә, 1 «КамАЗ» ҡорал тартып алына. Милиция подполковнигы Климовҡа икенсе Батырлыҡ ордены бирелә.

2000 йылдың 9 ғинуарында, Аргун ҡалаһы эргәһендә көс буйынса өҫтөнлөк иткән боевиктар менән алыш мәлендә, Климов Юрий Семёнович снайпер пуляһынан һәләк була. Рәсәй Федерацияһы Президентының 2000 йылдың 4 апрелендәге Указына ярашлы, Төньяҡ Кавказда контртеррористик операция үткәреүҙә батырлыҡ күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң «Рәсәй Геройы» исеме бирелә. Ул Новосибирск зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Ике Батырлыҡ ордены.
  • Рәсәй Геройы 2000.

Новосибирскиҙең Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

 
Көньяҡ зыяраттағы ҡәбере

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.

Һылтанмалар үҙгәртергә