Клаудио Монтеверди

итальян композиторы

Клаудио Монтеверди (тулы исеме — Клаудио Джованни Антонио Монтеверди, итал. Claudio Giovanni Antonio Monteverdi; 9 май 1567 йыл, Кремона (1567 йылдың 15 майы суҡындырылған) — 29 ноябрь 1643 йыл, Венеция) — һуңғы Ренессанстан иртә бароккоға күсеү дәүерендәге мәшһүр итальян композиторҙарының береһе (ренессанс һәм барокко стилендә лә эшләгән). Монтевердиҙың иң билдәле әҫәрҙәре — һуңғы осороноң мадригалдары, Ариадна Һыҡтауы, «Орфей» операһы һәм Ғиффәтле Мария Вечерняһы.

Клаудио Монтеверди
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Венеция республикаһы[d]
Тыуған көнө 15 май 1567({{padleft:1567|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Кремона[d], Миланское герцогство[d], Испан империяһы[d][2][5][6]
Дата крещения 15 май 1567
Вафат булған көнө 29 ноябрь 1643({{padleft:1643|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[2][3][4][…] (76 йәш)
Вафат булған урыны Венеция, Венеция республикаһы[d][2][5]
Ерләнгән урыны Собор Санта-Мария-Глорьоза-дей-Фрари[d]
Ҡәбере һүрәте
Бер туғандары Джулио Чезаре Монтеверди[d]
Хәләл ефете Ester Exposito[d]
Һөнәр төрө теоретик музыки, исполнитель на виоле да гамба, католический священник, композитор классической музыки, йырсы, композитор, оперный композитор, хореограф, музыка белгесе
Биләгән вазифаһы капельмейстер[d][7] һәм капельмейстер[d][7]
Уҡыусылар Giovanni Rovetta[d]
Кемдә уҡыған Индженьери, Марко Антонио[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1643
Музыка ҡоралы виола да браччо[d], виола да гамба[d] һәм орган[d][7]
Әҫәрҙәр исемлеге list of compositions by Claudio Monteverdi[d]
Сәнғәт йүнәлеше музыка эпохи возрождения[d] һәм барокко дәүере музыкаһы[d]
Жанр Опера һәм барокко дәүере музыкаһы[d]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Procuratoria di San Marco musical archive[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Досье в Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][8]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Claudio Monteverdi
 Клаудио Монтеверди Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

 
Клаудио Монтеверди, яҡынса 1597 йыл, авторы билдәһеҙ (Ашмол музейы, Оксфорд). Монтевердиҙың билдәле портреттарының иң тәүгеһе. Бында композиторға 30 йәш тирәһе, портрет Мантуяла яҙылған.

Клаудио Монтеверди 1567 йылда Төньяҡ Италияның Кремона ҡалаһында доктор, дарыуханасы, хирург Бальтазар Монтеверди ғаиләһендә тыуған[9]. Ул биш бала араһында иң өлкәне була.[10] Бәләкәй сағынан уҡ Кремонала кафедраль собор капельмейстеры М. А. Индженьериҙа уҡый. Монтеверди музыка сәнғәтен өйрәнә, дини йырҙар башҡарыуҙа ҡатнаша[11]. Ул шулай уҡ Кремона университетында уҡый. Уның баҫылып сыҡҡан тәүге йыйынтыҡтары (латинса) мотеттарҙан һәм дини (итальян) мадригалдарҙан (Sacrae Cantiunculae, 1582; Spirituali Madrigali, 1583) тора. Уның артынан өс тауышлы канцонетталар йыйынтығы (1584), шунан биш тауышлы мадригалдарҙан торған ике йыйынтыҡ (1587; 1590) килә. 1590 (бәлки, 1591) йылдан алып 1612 йылға тиклем Монтеверди герцог Винченцо I Гонзага һарайында Мантуяла (1562—1612) башта йырсы һәм гамбала уйнаусы, ә 1602 йылдан герцог һарайында бөтә музыкаль тормоштоң ойоштороусыһы, капельмейстер булараҡ эшләй.

1599 йылда Монтеверди һарай йырсыһы Клаудия Каттанеоға өйләнә[12], уның менән 8 йыл йәшәй (1607 йылда Клаудия вафат була). Уларҙың ике улы һәм ҡыҙы тыуа, тик оҙаҡламай үләләр[13]

1613 йылда Монтеверди Венецияға күсеп килә, унда Сан-Марко соборы капельмейстеры вазифаһын биләй. Был вазифала ул тиҙ арала хор музыканттарының һәм инструменталистарҙың профессиональ кимәлен тергеҙә (уға тиклем эшләгән Джулио Мартиненго Чезареның аҡсаны урынлы файҙаланмауы арҡаһында, капелла тарҡалыу хәлендә була). Ғибәҙәтхана идарасылары Монтеверди кеүек оҫта музыкантты эшкә алғандары өсөн бик шатлана, сөнки дин хеҙмәттәренең музыкаль өлөшө 1609 йылда Джованни Кроче үлгәндән һуң бик насар хәлдә була.

1632 йыл тирәһендә Монтеверди рухани булып китә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында ике һуңғы шедеврын яҙа: Возвращение Улисса (Il ritorno d’Ulisse in patria, 1641) операһы һәм Коронация Поппеи (L’incoronazione di Poppea, 1642) тарихи операһы. Һуңғыһының сюжеты нигеҙенә Рим императоры Нерондың тормошонан ваҡиғалар һалынған. Коронация Поппеи әҫәре Монтеверди ижадының кульминацияһы тип иҫәпләнә. Ул трагик, романтик һәм комик күренештәрҙе (опера жанрының драматургияһында яңы аҙым), персонаждарҙың тормошсан портрет һыҙатламаларын, айырым бер йылылыҡ һәм хислелек менән айырылып торған көйҙәрҙе берләштерә. Операны башҡарыу өсөн бәләкәй оркестр ҙа етә, хор ҙа ҙур урын биләмәй. Оҙаҡ ваҡыт дауамында Монтевердиҙың опералары тарихи һәм музыкаль факт булараҡ ҡына ҡарала. 1960 йылдан башлап Коронация Поппеи донъя опера сәхнәләренең репертуарында тергеҙелә. Монтеверди Венецияла Санта-Мария Глориоза деи Фрари базиликаһында ерләнгән.

Ижады һәм стиле үҙгәртергә

Монтеверди ижады өс төркөм әҫәрҙәрҙән — мадригал, опералар һәм дини музыканан тора. Монтевердиҙың композицион техникаһының төп үҙенсәлеге — (йыш ҡына бер үк әҫәрҙә) һуңғы Яңырыу осоро композиторҙарына хас имитацион полифония һәм яңы барокко осороноң ҡаҙанышы булған гомофонияның берләшеүендә. Монтевердиҙың новаторлығы күренекле музыка теоретигы Джованни Артузи тарафынан тәнҡитләнә, уның менән бәхәстә Монтеверди (һәм уның туғаны Чезаре Джулио) үҙенең музыкала «икенсе практика» тип аталған яҡта булыуын белдерә. Ағалы-ҡустылы Монтеверди декларацияһына ярашлы, икенсе практика музыкаһында тотош шиғри текст өҫтөнлөк итә, уға музыкаль телмәрҙең бөтә элементтары, бөтәһенән элек, көй, гармония һәм ритм буйһона. Нәҡ текст һуңғыларҙың теләһә ниндәй даимиһыҙлыҡтарын аҡлай.

40 йәшенә тиклем Монтеверди башлыса мадригал жанрында эшләй (барлығы 8 йыйынтыҡ [«китап»]; туғыҙынсыһы, автор төҙөмәгән йыйынтығы, үлгәндән һуң баҫылған). Биш тауышлы мадригалдарҙан (барлығы 21) торған беренсе китабы өҫтөндә 4 йыл самаһы эшләй. Мадригалдарының тәүге һигеҙ китабы Ренессанс полифонияһынан барокко музыкаһына хас гомофонияға күсеш булып тора.

Монтевердиҙың иң популяр әҫәрҙәре араһында — «Ариадна» операһынан Ариадна һыҡтауы (итал. Lamento d’Arianna, инципит: «Lasciatemi morire») (1608; музыкаһы юғалған, либреттоһы тулыһынса һаҡланған). Ғүмере буйына Монтеверди уның өс версияһын баҫтырып сығара — мадригалдарҙың 6-сы китабында биш тауышлы мадригал төрөндә (1614), basso continuo менән бер тауышлы ария төрөндә (1623) һәм һуңғы латин контрафактураһын һуңғы — Мадонна һыҡтауы (ит. Lamento della Madonna) исеме аҫтында Selva morale дини музыка йыйынтығында (1640) . Башҡа популяр әҫәрҙәре араһында — 2 тенор һәм b.c өсөн (О. Ринуччини тексына) «Zefiro torna» мадригалы[14]

Әҫәрҙәре үҙгәртергә

Камера ансамблдәре өсөн донъяуи музыка үҙгәртергә

Мадригалдары үҙгәртергә

  • 5 тауыш өсөн 1-се китап (1587)
  • 5 тауыш өсөн 1-се китап (1590)
  • 5 тауыш өсөн 3-сө китап (1592)
  • 5 тауыш өсөн 4-се китап (1603)
  • 5 тауыш өсөн 5-се китап (1605)
  • 5 тауыш өсөн 6-сы китап (1614)
  • 7-се китап (1619): Concerto
  • 8-се китап (1638): Madrigali guerrieri, et amorosi con alcuni opuscoli in genere rappresentativo, che saranno per brevi episodi fra i canti senza gesto.
  • 9-сы китап (1651): 2 һәм 3 тауышҡа мадригалдар һәм канцонетталар (үлгәндән һуң баҫылып сыҡҡан мадригалдар һәм канцонетталар йыйынтығы)

Башҡа йыйынтыҡтары үҙгәртергә

  • Scherzi musicali (1607), 3 тауыш, 2 скрипка өсөн һәм b.c. (төрлө жанрҙағы 16 пьеса)
  • Scherzi musicali cioè arie (1632), 1-2 тауыш өсөн һәм b.c. (төрлө жанрҙағы 7 пьеса)

Опералары үҙгәртергә

  • Орфей (L’Orfeo, 1607)
  • Возвращение Улисса на родину (Il ritorno d’Ulisse in patria, 1640)
  • Коронация Поппеи (L’Incoronazione di Poppea, 1642)

Дини һәм сиркәү музыкаһы үҙгәртергә

  • Месса «In illo tempore» («Во время о́но»; 1610)
  • Четырехголосная месса a cappella (1641) (др. назв. «Месса in F»; из сб. «Selva morale e spirituale»)
  • Четырехголосная месса a cappella (1650, посмертная публикация)
  • Вечерня Блаженной Девы (Vespro della Beata Vergine, часто сокращённо — «Вечерня»; 1610)
  • Cantiunculae sacrae (1582), рухи латин текстарына мотеттар йыйынтығы
  • Рухи мадригалдар (Madrigali spirituali), 4 тауышҡа (1583)
  • Selva morale e spirituale (букв. «Нравоучительный и духовный лес», 1640), «рухи» текстарға төрлө жанрҙағы әҫәрҙәр йыйынтығы — месса, мотеттар (шул иҫәптән билдәле Salve regina тексына өс мотет), ике магнификат, рухи мадригалдар һәм «өгөт-нәсихәт» канцонеттары.

Юғалған әҫәрҙәре үҙгәртергә

  • «Ариадна» операһы (1608; либреттоһы һаҡланған)
  • «Андромеда» операһы (Мантуя өсөн)
  • «Мнимая безумная Ликори» операһы
  • «Похищение Прозерпины» операһы
  • «Свадьба Энея и Лавинии» операһы

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Bukofzer M. Music in the Baroque era. New York, 1947.
  • Schrade L. Monteverdi, creator of modern music. London, 1950.
  • Бронфин Е. Клаудио Монтеверди. — Л., Музыка, 1970.
  • Конен В. Д. Монтеверди. Москва, 1971.
  • Arnold D. Monteverdi. London, 1975.
  • The letters of Claudio Monteverdi, ed. by D. Stevens. London, 1980.
  • Arnold D., Fortune N. The new Monteverdi companion. London, Boston, 1985.
  • Stattkus M.H. Claudio Monteverdi. Verzeichnis der erhaltenen Werke: kleine Ausgabe. Bergkamen, 1985 (SV)[15].
  • Carter T. Music in late Renaissance and early Baroque Italy. London, 1992.
  • Скудина Г. Клаудио Монтеверди: Орфей из Кремоны. Москва, 1998.
  • Whenham J., Wistreich R. The Cambridge companion to Monteverdi. Cambridge, New York, 2007.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #44485902 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #118583700 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 3,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. 4,0 4,1 Claudio Monteverdi // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. 5,0 5,1 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  6. (unspecified title)
  7. 7,0 7,1 7,2 https://www.francemusique.fr/personne/claudio-monteverdi
  8. https://data.performing-arts.ch/a/8fe19c75-57f7-4bda-8faf-c08a59c88492 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
  9. Halsey, William D., ed. Collier’s Encyclopedia. Vol. 16 New York: MacMillan Educational Company, 1991.
  10. Redlich, H. F. Claudio Monteverdi: Life and Work. London: Oxford University Press, 1952.
  11. Schrade, Leo. Monteverdi: Creator of Modern Music. New York: W. W. Norton and Company, 1950.
  12. Whenham, John, and Richard Wistreich, eds. The Cambridge Companion to Monteverdi. Cambridge: Cambridge University Press, 2007.
  13. Ringer, Mark. Opera’s First Master: The Musical Dramas of Claudio Monteverdi. Canada: Amadeus Press, 2006.
  14. Не путать с 5-голосным мадригалом с тем же инципитом из VI книги (на текст сонета Петрарки).
  15. Издание большого каталога Монтеверди, запланированное на 2013 год, не состоялось в связи со скоропостижной смертью Манфреда Штатткуса. Подробней см. на странице Краткого перечня сочинений Монтеверди (Kurzfassung).

Һылтанмалар үҙгәртергә