Китапхана (грек. βιβλίον «книга» + θήκη «һаҡлағыс»[3]) — йәмәғәтселек өсөн матбуғатты һәм яҙма әҫәрҙәрҙе йыйыусы һәм һаҡлаусы, шулай уҡ белешмә-библиографик эш алып барыусы учреждение.

Китапхана
Рәсем
Праздник святого 24 октябрь[1]
Ойошма етәксеһенең вазифаһы глава библиотеки[d]
Ҡайҙа өйрәнелә библиотековедение[d] һәм library assessment[d]
Содержит библиотечный фонд[d] һәм library materials[d]
Модель элементы Библиотека Лауренциана[d], Британия китапханаһы, Ватиканская апостольская библиотека[d], Нью-Йоркская публичная библиотека[d], Японияның милли парламент китапханаһы һәм Александрийская библиотека[d]
Вики-проект WikiProject Heritage institutions[d]
WordLift URL data.thenextweb.com/tnw/…[2]
Берекмәләре исемлекте ҡарағыҙ[d]
Ҡапма-ҡаршыһы antilibrary[d]
Категория-эпоним Category:Wikipedia categories named after libraries[d]
 Китапхана Викимилектә
Британия музейының күренекле уҡыу залы (1857 йылдың башында асылған)

Хәҙерге ваҡытта китаптарҙың күбеһе цифрлы форматҡа әйләндерелә һәм электрон вариантта һаҡлана, ҡайһы бер китаптар нәшер ителмәй һәм ҡағыҙға баҫылмай. 1999 йылдан башлап октябрҙең һуңғы дүшәмбеһендә ЮНЕСКО башланғысы менән Бөтә донъя китапханалар көнө билдәләнә[4].

Тарихы үҙгәртергә

 
Эфес ҡалаһындағы Цельс китапханаһы емереклектәре

Китапханалар тәүге тапҡыр Боронғо Көнсығышта барлыҡҡа килгән. Ғәҙәттә, беҙҙең эраға тиклем яҡынса 2500 йылда шумер ҡалаһы Ниппур ғибәҙәтханаһында табылған балсыҡ табличкалар коллекцияһы беренсе китапхана тип атала. Мысыр Фивы ҡалаһы янындағы ҡәберлектәрҙең береһендә күсеү осоро папирустары һалынған йәшник табылған (б.э.т. XVIII—XVII быуаттар). Яңы батшалыҡ дәүерендә Рамсес II 20 000 самаһы папирус туплай. Иң билдәле боронғо көнсығыш китапханаһы — беҙҙең эраға тиклем VII быуатта Ассирия батшаһы Ашшурбанипалдың Ниневиялағы һарайындағы шына яҙыулы таҡталар йыйынтығы. Боронғо Грецияла беренсе асыҡ китапханаға тиран Клеарх (беҙҙең эраға тиклем IV быуат) Гераклеяла нигеҙ һала.

Антик китаптарҙың иң ҙур үҙәге булып Александрия китапханаһы тора. Б. э. т. III быуатта Птолемей I тарафынан булдырыла һәм бөтә эллин донъяһының белем биреү үҙәге булып тора. Александрия китапханаһы һаҡланып ҡалған mouseĩon (музей) комплексының бер өлөшө була[5]. Комплексҡа торлаҡ бүлмәләр, ашханалар, уҡыу өсөн биналар, ботаника һәм зоология баҡсалары, обсерватория һәм китапхана инә. Һуңыраҡ уға медицина һәм астрономия ҡоралдары, хайуандарҙың ҡарасҡыһы, уҡытыу өсөн файҙаланылған статуялар һәм бюстар өҫтәлә. Мouseĩon 200 000 папирусты (боронғо китапханаларҙың барыһы ла тиерлек ғибәҙәтханаларға беркетелгән) һәм мәктәптә 700 000 документты үҙ эсенә алған. Музей һәм Александрия китапханаһының күп өлөшө беҙҙең эраның яҡынса 270 йылында емерелә.

 
Изге Флориан монастырының боронғо китапханаһы, Австрия. Был бинала-яҡынса 30 000 китап

Урта быуаттарҙа монастырь китапханалары китап сығанағы була, уларҙа скрипторийҙар (скриптории) эшләй (Библиотеки эпохи Каролингов мәҡәләһен ҡара). Изге Яҙмалар һәм Сиркәү Аталарының (Отцов Церкви) яҙмалары ғына түгел, боронғо авторҙарҙың әҫәрҙәре лә күсереп яҙылған. Яңырыу дәүерендә ренессанс эшмәкәрҙәре ысын мәғәнәһендә монастырҙарҙа һаҡланған грек һәм латин текстарын эҙләй[6]. Ҡулъяҙмаларҙың хаҡы ҙур булыу һәм уларҙы эшләүҙең күп көс талап итеүе арҡаһында китаптар китапхана кәштәләренә сылбырҙар менән беркетелә.

Баҫма станок уйлап табыу һәм китап баҫыуҙың үҫеше китапханаларҙың тышҡы ҡиәфәтенә һәм эшмәкәрлегенә ҙур үҙгәрештәр индерә, улар тора-бара архивтарҙан ныҡ айырыла башлай. Уларҙың фондтары йылдам үҫешә бара. Грамоталылыҡ таралыу менән, Яңы заманда китапханаларға килеүселәр ҙә арта[7].

Бөгөнгө көндә китапханаларҙа 130 миллионға яҡын китап иҫәпләнә (Google версияһы буйынса)[8].

Тарихта билдәле китапханалар үҙгәртергә

Төрҙәре үҙгәртергә

 
Францияның Аленсон ҡалаһындағы төбәк китапханаһы, 1800 йылда төҙөлгән

Китапхана төрҙәре:

  • Дәүләт
  • Бюджет
  • Муниципаль
  • Шәхси
  • Шәхси (ғаилә)
  • Уҡыу

һәм башҡалар

Универсаль китапханаларҙың социаль төрҙәре:

  • Асыҡ
  • Һуҡырҙар өсөн
  • Балалар
  • Үҫмерҙәр
  • Юғары уҡыу йорто
  • Академик
  • Тармаҡ
  • һәм башҡалар

Махсус тармаҡ китапханалары:

  • Медицина
  • Ауыл хужалығы
  • Техник
  • Әҙәби әҫәрҙәр
  • һәм башҡалар
 
Сиэтлдағы Үҙәк китапхана (архитекторы Рем Колхас, 2005)

Милли китапхана дәүләт сығарған, уға уҡыусыларҙың ихтыяжы ҙур булған һәм теге йәки был мөнәсәбәттәге бөтә баҫма, йәнәшә продукцияның һаҡланыуын тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уның фондының тулылығын тәьмин итеү өсөн күп илдәрҙә мотлаҡ экземпляр системаһы файҙаланыла. Рәсәйҙә милли китапхана функцияһын Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт китапханаһы (элекке Ленин исемендәге) һәм Санкт-Петербургтағы Рәсәй милли китапханаһы башҡара.

Төбәк китапханалары милли китапхана филиалдары ролен башҡара, был илдең алыҫ төбәктәре өсөн айырыуса көнүҙәк. Рәсәйҙең Урал һәм Себерҙең бер нисә төбәк китапханаһы, мотлаҡ экземпляр алыу хоҡуғына эйә булған ике милли китапхана менән бер рәттән, айырыуса мөһим роль уйнай.

Асыҡ китапханалар уҡыусыларҙы киң таралған һәм популяр баҫмалар менән тәьмин итә.

Файл:Уличная библиотека в Малоярославце, 2015.jpeg
Малоярославецта урам китапханаһы

Махсус китапханалар билдәле бер типтағы (нота баҫмалары, һуҡырҙар өсөн китаптар, дәүләт стандарттары, патенттар, пальма биттәрендә күрәҙәлектәр һ.б.) йәки билдәле бер тематикалы баҫмаларҙы йыя. Ҡайһы бер осраҡтарҙа махсус китапханалар кәрәклеге баҫмаларҙы һаҡлауҙың һәм улар менән файҙаланыуҙың айырым шарттары менән аңлатыла. Махсус китапханалар кәрәклеге ҡайһы бер осраҡтарҙа баҫмаларҙы һаҡлау һәм файҙаланыу өсөн айырым шарттар менән бәйле, әммә күпселек осраҡта баҫмаларҙы бер бүлмәлә туплай алмау һәм бер учреждениела эшләүҙе тәьмин итеү менән бәйле. Рәсәйҙә һуңғы тиҫтә йылдарҙа Бөтә Рәсәй сит ил әҙәбиәте дәүләт китапханаһы айырыуса мөһим роль уйнай башланы. Ул үҙәктән ситтә ятҡан төбәктәрҙең китапханалары функцияларын үҙ өҫтөнә ала һәм шул арҡала ҙур мәҙәни үҙәккә әйләнә.

Һуҡырҙар өсөн китапханалар һуҡырҙар һәм насар күргән уҡыусыларға мәғлүмәт менән танышыу мөмкинлеге бирә. Бындай китапханаларҙа Брайль шрифты менән йыйылған китаптар һәм төрлө аудиокитаптар була. Рәсәйҙең һуҡырҙар өсөн иң ҙур китапхана — Һуҡырҙар өсөн Рәсәй дәүләт китапханаһы. Рельефлы (ҡалҡыу) шрифт менән һәм аудиоға яҙылған китаптарҙан тыш, унда һуҡырҙарға төрлө әйберҙәрҙең тышҡы ҡиәфәтен өйрәнеү мөмкинлеге биргән рельефлы-күләмле моделдәрҙең ҙур коллекцияһы бар[9].

 
Мәктәп китапханаһы уҡыусыларҙы әҙәбиәт менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән һәм һәр кем файҙалана алмай

Университет, институт, мәктәп китапханалары уҡыусыларҙы уҡыу процесына кәрәкле әҙәбиәт менән тәьмин итә һәм фонд составы буйынса махсус китапханаға яҡынлаша. Ведомство китапханалары тураһында ла шуны уҡ әйтеп була. Әммә махсус китапханаларҙан айырмалы рәүештә, институт һәм ведомство дөйөм ҡулланылышҡа эйә түгел һәм тейешле уҡыу йортона йәки бүлеккә ҡараған уҡыусыларҙы ғына хеҙмәтләндерә. Хәйер, был принципты тормошҡа ашырыу милли традицияларға һәм билдәле социаль-мәҙәни шарттарға бәйләнгән: мәҫәлән, Американың ҡайһы бер университет китапханалары теләүселәрҙең барыһына ла үҙ фондтары менән ҡулланыу мөмкинлеге бирә.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

 
Китапхана каталогы
 
Китап һаҡлағыс, Белгород дәүләт универсаль ғилми китапханаһы

Китапханаларҙың уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү буйынса эшмәкәрлеге ике төп формала алып барыла. Китапхана абонементы уҡыусыға китапты билдәле бер ваҡытҡа үҙ ҡарамағына алырға хоҡуҡ бирә. Икенсе осраҡта китап менән китапхана бинаһында ғына танышырға мөмкин (ҡағиҙә булараҡ, махсус бүленгән уҡыу залында). Ҡайһы бер китапханаларҙа тик абонемент йәки уҡыу залы ғына эшләй, икенселәрендә был хеҙмәтләндереү формалары берләштерелә, шулай ҙа бөтә һаҡлау берәмектәре өсөн икеһе лә булырға тейеш түгел.

Китапхананың тағы бер мөһим характеристикаһы — уның фонды структураһы. Баҫмаларҙың күпселек өлөшө (китап уҡыусылар араһында ҙур һорау менән ҡулланған) асыҡ урынлаштырыла һәм уҡыусыларҙың китап кәштәһенән ҡарап сығыу мөмкинлеге бар, шул уҡ ваҡытта баҫмаларҙың күбеһе китап һаҡлағыстарҙа урынлаша һәм унан китапхана каталогы аша заказ биреп кенә алырға мөмкин. Айырыуса һирәк, зыян күргән йәки дәүләт сере булған баҫмаларҙы уҡыусы махсус һорау йәки рөхсәт алып ҡуллан ала. Был СССР-ҙа тәжрибә айырыуса киң ҡулланыла һәм тарихҡа махсус һаҡлағыс (спецхран) булараҡ ингән[10].

Күсмә китапханалар алыҫта урынлашҡан райондарҙа, ҡарттар йорттарында йәшәүселәр өсөн китаптарға һәм Интернетҡа инеү мөмкинлеген еңеләйтә. Китаптарҙы һәм элемтә сараларын тапшырыу өсөн автобустар һәм фургондар (ингл. bookmobile, исп. bibliobus) ҡулланыла, ә ҡайһы бер илдәрҙә (мәҫәлән, Зимбабвела) — ишәктәр[11]).Рәсәй тарихсыһы һәм әҙәбиәт белгесе, мәғрифәтсе һәм гуманист Дмитрий Лихачев былай тип раҫлай:

«Әгәр ниндәйҙер емергес һәләкәт һөҙөмтәһендә бөтә мәғариф һәм мәҙәниәт үҙәктәре юҡҡа сыҡһа, әгәр донъяла китапханаларҙан башҡа бер нәмә ҡалмаһа, донъя һәм кешелек яңынан тыуыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ»

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

 
Дублиндың Тринити-колледжы китапханаһының оҙон залы (XVIII быуат)
  • Викитека
  • Донъяның иң ҙур китапханалары
  • Милли китапхана
  • Күсмә китапхана
  • Электрон китапхана
  • Бөтә донъя һанлы китапхана
  • Бөтә Рәсәй китапханалар көнө
  • Китапхана 2.0
  • Йәмәғәт китап шкафы

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.eblida.org/activities/kic/library-days-in-europe.html
  2. https://thenextweb.com/vocabulary/library/
  3. Советский энциклопедический словарь / Гл. ред. А. М. Прохоров. — 4-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — 1600 с.
  4. Бөтә донъя китапханалар көнө
  5. Библиотека // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Попов, А. В. Архивы и библиотеки : общее и особенное в сохранении исторической памяти // Роль архивов в информационном обеспечении исторической науки : сб. статей / Aвт.-сост. Е. А. Воронцова; отв. ред. В. Ю. Афиани, Ю. А. Петров. — М. : Этерна, 2017. — С. 190–197. — 992 с. — ББК 79. — УДК 930.2+069+008+004(G). — ISBN 978-5-480-00382-6.
  7. Попов, А. В. О периодизации истории архивов // Мир Евразии : журн. — 2017. — № 4 (39). — С. 44–49. — УДК 651.53(G).
  8. Google сосчитал книги всех библиотек мира. Дата обращения: 7 сентябрь 2010. Архивировано 8 август 2010 года.
  9. Общие сведения о библиотеке на официальном сайте 2008 йыл 11 октябрь архивланған.
  10. Glasnost im sowjetischen Bibliothekswesen 2012 йыл 7 февраль архивланған. (нем.)
  11. «Donkeys help provide Multi-media Library Services» 2007 йыл 14 ғинуар архивланған. (International Federation of Library Associations and Institutions, 25.02.2002)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

урыҫ телендә
  • Абрамов К. И. История библиотечного дела в СССР. 3-е изд. М., 1980
  • Абрамов К. И. История библиотечного дела в России: В 2 ч. М., 2000—2001
  • Библиотека // Еврейская энциклопедия Брокгауза и Ефрона. — СПб., 1908—1913.

Попов А. В. Архивы и библиотеки: общее и особенное в сохранении исторической памяти // Роль архивов в информационном обеспечении исторической науки. — М.: Издательство Этерна, 2017. — С. 190—197

  • Библиотека // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Библиотеки России на пороге XXI века: цифры и факты. М., 2002
  • Володин Б. Ф. Всемирная история библиотек. — СПб.: Профессия, 2004. — 464 с. — (Библиотека). — 3000 экз. — ISBN 5-93913-073-9. (в пер.)
  • Земсков А. И., Шрайберг Я. Л. Электронные библиотеки. М., 2003
  • Карташов Н. С., Скворцов В. В. Общее библиотековедение: В 2 ч. М., 1996—1997
  • Майстрович Т. В. Электронный документ как объект библиотечного дела. М., 2004
  • Мотульский Р. С. Общее библиотековедение. М., 2004
  • Основы законодательства Российской Федерации о культуре: Закон Российской Федерации. М., 2000
  • Справочник библиотекаря. 2-е изд. СПб., 2001
  • Стандарты по библиотечному делу. СПб., 2000
  • Столяров Ю. Н. Библиотека: структурно-функциональный подход. М., 1981
  • Столяров Ю. Н. Электронное библиотековедение // Научные и технические библиотеки. 2005. № 2
  • Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Федеральный закон Российской Федерации «О библиотечном деле» // Библиотека и закон: Справочник. М., 1996. Вып. 1
  • Федеральный закон Российской Федерации «Об обязательном экземпляре документов» // Библиотека и закон: Справочник. М., 1996. Вып. 1
  • Шрайберг Я. Л. Мировые тенденции развития библиотечно-информационной сферы и их отражение на пространстве СНГ. М., 2004
  • Шрайберг Я. Л. Современные тенденции развития библиотечно-информационных технологий. М., 2004.
  • Энциклопедия Майкрософт® Encarta® 2006. © 1993—2006 Microsoft Corporation.
башҡа телдәрҙә
  • Das Bertelsmann Lexikon 24 томлыҡ. Штутгарт, 2000.

Һылтанмалар үҙгәртергә