Кешенең йыуан эсәге

Йыуан эсәк (лат. intestinum crassum) — аш һеңдереү трактының, атап әйткәндә эсәктәрҙең, аҫҡы, тамамланған өлөшө, башлыса шунда һыу тәнгә һеңә һәм аҙыҡ иҙмәһе (химус) тиҙәккә әүерелә. Артҡы эсәктең сығарылмаһы булып тора.[1]

Кешенең йыуан эсәге:
1 — өҫкә ҡараған туҡ эсәк (рус. восходящая ободочная кишка человека),
2 — арҡыры ятҡан туҡ эсәк (рус. поперечная ободочная кишка человека),
3 — аҫҡа ҡараған туҡ эсәк (рус. нисходящая ободочная кишка человека),
4 — сигма һымаҡ эсәк (рус. сигмовидная кишка человека),
5 — тура эсәк(рус. прямая кишка человека).

Йыуан эсәктең көбө нәҙек эсәктекенән ҡалыныраҡ булған өсөн ул шулай аталған да инде. Шулай уҡ диаметры ла нәҙек эсәктекенән киңерәк.

Эсәктең баугиний ҡапҡасы тип аталған урынынан анусҡа (йәғни, артҡы юлға) тиклемге өлөшө йыуан эсәк тип атала.

Кешенең йыуан эсәгендә анатомия күҙлегенән ошондай бүлемдәр бар:

Йыуан эсәк кешенең ҡорһаҡ ҡыуышлығында һәм кесе таз һөйәге ҡыуышлығында урынлашҡан, оҙонлоғо 1,5 — 2 м.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. М. Г. Привес, Н. К. Лысенков, В. И. Бушкович. Анатомия человека. — 9-е изд. — М.: Медицина, 1985. — С. 275-282. — 110 000 экз.