Кетли Анна

Венгрия сәйәсмәне

Кетли Анна (мадьярса  Anna Kéthly, 16 ноябрь 1889 йыл — 7 сентябрь 1976 йыл) — XX быуат уртаһындағы социал-демократик йүнәлештәге венгр сәйәсмәне. 1945—1948 йылдарҙа Венгрия социал-демократик партияһының парламент фракцияһы башлығы, 1956 йылғы мадьяр ихтилалы ваҡытында партияны тергеҙеүсе.

Кетли Анна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 16 ноябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Будапешт, Австро-Венгрия[2]
Вафат булған көнө 7 сентябрь 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2][3][4][…] (86 йәш)
Вафат булған урыны Бланкенберге[d], Брюгге[d], Западная Фландрия[d], Бельгия[2]
Ерләнгән урыны Новое общественное кладбище[d]
Ҡәбере һүрәте
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d], Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d][5], депутат Временного национального собрания Венгрии[d][6] һәм Венгрия дәүләт йыйылышы ағзаһы[d]
Әүҙемлек урыны Будапешт
Сәйәси фирҡә ағзаһы Социал-демократическая партия Венгрии[d]
Изображение памятной доски
 Кетли Анна Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Кетли Анна 1889 йылдың 16 ноябрендә Австро-Венгрияла, Будапештта тыуа. Ул ярлы ғаиләләге туғыҙ баланың береһе була. 1917 йылда Венгр социал-демократик партияһына инә һәм уның әүҙем ағзаһы була. 1919 йылда Кетли партия комитетына һайлана. Артабанғы йылдарҙа « Népszava» партия гәзитенә йыш ҡына мәҡәләләр яҙа. 1922 йылда Социал-демократик партияһынан парламентҡа һайлана һәм 1944 йылдың мартында немец оккупацияһына тиклем парламентта партия вәкиле булып тора. Немецтар ингәс Будапешттан китә һәм Венгрияла ялған документтар буйынса йәшәй.

Икенсе донъя һуғышынан һуң ҡабат сәйәси йәһәттән әүҙемләшә һәм Венгрияның Социал-демократик партияһын үҙгәртеп ҡорорға ярҙам итә. 1945 йылдың апрелендә Ваҡытлы Милли йыйылыш ағзаһы итеп һайлана һәм шул уҡ йылдың ноябрендә үткән парламент һайлауҙарында социал-демократик фракция рәйесе булараҡ, шулай уҡ парламенттың вице-спикеры итеп һайлана. Һуғыштан һуңғы Венгрияла үҙ партияһының Венгр коммунистар партияһы һәм Венгр эшселәр партияһы менән ҡушылыуына ҡаршы була. 1948 йылдың мартында башланған власть өсөн эске көрәштә ул партия сафынан сығарыла һәм бер аҙҙан, парламентта үҙ урынын юғалтҡандан һуң, ике йыл өйҙәге тотҡонлоҡта ултыра.

Ҡулға алыу үҙгәртергә

1950 йылдың июнендә Кетли, социал-демократик партияның башҡа бер нисә ағзаһы менән коммунистар власы тарафынан ҡулға алына. 1954 йылдың ғинуарында, өс йылдан ашыу төрмәлә ултырғандан һуң, шпионлыҡта һәм дәүләткә ҡаршы йүнәлтелгән эшмәкәрлектә ғәйепләнә. Кетлиҙы ғүмерлеккә иркенән мәхрүм итеүгә хөкөм итәләр. Көнбайыштың социалистик партиялары баҫымынан һуң уны ярлыҡайҙар һәм азат итәләр, әммә ул даими күҙәтеү аҫтында була.

Мадьяр ихтилалы һәм ҡамғаҡ тормош үҙгәртергә

1956 йылдың 31 октябрендә, ихтилал осоронда Венгр социал-демократик партияһытергеҙелгәндән һуң, уның президенты партияһы була. 1 ноябрҙән Австрияның Вена ҡалаһында Халыҡ-ара Социалистик кәңәшмәлә ҡатнаша. Икенсе көндө, 2-се ноябрҙә, Венгрия хөкүмәте уны Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһына делегат итеп тәғәйенләй. 3 ноябрҙә уның төркөмө Имре Надя коалицион хөкүмәтенең министры итеп тәғәйенләнә, әммә икенсе көндө таңдан, 1956 йылдың 4 ноябрендә, Советтар Союзы Венгрияға баҫып инә һәм уға Нью-Йоркка осорға һәм БМО-ның Генераль Ассамблеяһына Венгрия исеменән мөрәжәғәт итергә ҡушыла. Ахырҙа ул Бөйөк Британияла, Лондонда урынлаша һәм социалистик баҫмаларға мәҡәләләр яҙыуға һәм мөхәррирләүгә тотона. 1962 йылда Венгрияның Юғары Суды уны хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлеге өсөн ситтән тороп өс йылға төрмә срогына хөкөм итә. Анна Кетли 1976 йылдың 7 сентябрендә Бельгияла, Бланкенбергта вафат була.

1990 йылдың октябрендә кәүҙәһе Венгрияға алып ҡайтып ерләнелә. 1994 йылдың 7 июлендә Анна Кетли тулыһынса аҡлана.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә