Кесе Юлдаш[1][2] (рус. Малоюлдашево) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Плешаново ауыл биләмәһе составына инә.

Ауыл
Кесе Юлдаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Ҡыҙыл Гвардия районы (Ырымбур өлкәһе)

Координаталар

52°49′ с. ш. 53°34′ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 223 824 005

ОКТМО коды

53 623 424 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Кесе Юлдаш (Рәсәй)
Кесе Юлдаш
Кесе Юлдаш
Кесе Юлдаш (Ырымбур өлкәһе)
Кесе Юлдаш

Атамаһы үҙгәртергә

Яңы Юлдаш (рус. Новоюлдашево) һәм Кесе Юлдаш (рус. Малоюлдашево) ауылдары халыҡ телендә — Абдулла ауылы. Абдулла ауылының уртаһынан изге шишмә үтә. Ауыл кешеләре бер-береһен аръяҡтар, биръяҡтар тип йөрөтә. Шул аръяҡ менән биръяҡты икегә бүлеп, рус телендә ауылды айырып Новоюлдашево, Малоюлдашево тигән исем биргәндәр.

Тарихы үҙгәртергә

Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.

Абдулла ауылы зыяратыны урынлашҡан тауҙың битендә, үрҙәрәк, әүлиә ҡәбере бар. Ололар һөйләүе буйынса, был яҡтарға дин таратырға 17 мосолман килгән булған. Шуларҙың береһе эсе ауыртыуына сыҙамай мәмерйә алдында тәгәрәп йөрөп үлгән. Уны Абдулла ауылының тауына ерләгәндәр. Халыҡтан аҡса йыйып, 2017 йылда был ҡәбер кәртәләнеп алына.

Халҡы үҙгәртергә

Халыҡ иҫәбе
2010[3]
143

2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[4].

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә