Керелдәк сарлаҡ
Керелдәк сарлаҡ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Ржанка һымаҡтар
Ғаилә: Сарлаҡтар
Ырыу: Керелдәк сарлаҡ
Gelochelidon C.L.Brehm, 1830
Төр: Керелдәк сарлаҡ
Латинса исеме
Gelochelidon nilotica Gmelin, 1789

Керелдәк сарлаҡ (Чайконосая крачка) (Gelochelidon nilotica) Керелдәк сарлаҡ

Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 144234
Gelochelidon nilotica

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

Күгәрсен ҙурлығында. Һырты күкһел һоро, ҡорһаҡ яғы һорғолт аҡ, башында елкәһенә төшөп торған бүрке бар. Ҡыҫҡа суҡышлы, аяҡтары ҡара. Беҙҙең яҡтағы башҡа сарлаҡтарҙан ҡара аяҡтары һәм тауышы менән айырыла. Тауышы яғымлы ғына: «ке-иек», ҡурҡҡанда йәки тынысһыҙланғанда: крррек-кррррек".

Тереклек итеүе үҙгәртергә

Күсмә ҡош. Һирәк осрай. Башлыса ҡомло утрауҙарҙа, аулаҡ урындарҙа оялай.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Һыуҙан алыҫта, яландарҙа, далаларҙа туҡлана, күпләп бөжәктәрҙе, бигерәк тә сиңерткәләрҙе ҡыра, һирәкләп балыҡ та ашай. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерә.

Үрсеүе үҙгәртергә

Көрән таплы һарғылт ҡабыҡлы 3 бөртөк йомортҡаһы була.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары. — Өфө, 1986. — 50-се бит.

Һылтанмалар үҙгәртергә