Кедрин Максим Николаевич

Кедрин Максим Николаевич (21 сентябрь 1982 йыл) — Рәсәй саңғысыһы, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1999—2003), Рәсәй чемпионатының көмөш призеры (1999, 2003 — слалом, 2003 — тиҙ йөрөшлө шыуыу (скоростной спуск) һәм супергигант), үҫмер спортсылар араһында донъя чемпионы (1999), FIS халыҡ-ара ярыштарҙың бронза призеры (2000 — слалом), Австрия чемпионатының бронза призеры (2002 — слалом-гигант)[1][2][3].

Кедрин Максим Николаевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 21 сентябрь 1982({{padleft:1982|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (41 йәш)
Тыуған урыны Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты
Ҡатнашыусы 2002 йылғы Ҡышҡы Олимпия уйындары[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Максим Николаевич Кедрин 1982 йылдың 21 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

Тау саңғыһы техникаһы оҫталығына тренерҙары Вячеслав Николаевич һәм Галина Дмитриевна Астаховтар етәкселегендә өйрәнә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Санкт-Петербургҡа күсә, әсәһе эшләгән олимпия резервы мәктәбендә уҡый. 2001 йылдың ноябрендә Максим Францияла «Халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры» спорт разряды нормаларын һәм талаптарын үтәй[4].

Алған йәрәхәттәре арҡаһында 2003 йылда ҙур спорттан китергә мәжбүр була[5][6].

Спорт династияһы үҙгәртергә

  • Атаһы: Николай Кедрин — слаломда СССР үҫмерҙәр беренселегендә ике тапҡыр чемпион[7], халыҡ-ара класс спорт мастеры[8], 70-се йылдарҙа саңғы спорты буйынса СССР-ҙың йыйылма командаһы ағзаһы[9].
  • Әсәһе: Кедрина Людмила Владимировна — тау саңғыһы буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР-ҙың йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнаша, Европа беренселеге призеры була.
  • Апаһы: Кедрина Анастасия Николаевна — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2009, Таштагол, супергигант, суперкомбинация), донъя беренселегендә ҡатнашыусы (2009, Германия), 20082009 йылдар миҙгелендә Рәсәйҙең тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы уны үҫмер спортсылар араһында «Миҙгел асышы» тип таный, 2009 йылдан Рәсәйҙең төп йыйылма командаһы составында шөғөлләнә.

Һүрәттәр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә