Каширин Иван Дмитриевич

Каширин Иван Дмитриевич (15 ғинуар 1890 йыл — 20 сентябрь 1937 йыл) — Урал казагы, революция һәм Граждандар һуғышы эшмәкәре, совет хәрби начальнигы. П Д. Кашириндың һәм Н. Д. Кашириндың туғаны.

Каширин Иван Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 ғинуар 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 20 сентябрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (47 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Уҡыу йорто Ырымбур казак училищеһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d]
Хәрби звание подъесаул[d]
Ойошма ағзаһы СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Ырымбур губернаһының Форштадт ҡасабаһында уҡытыусы-казак, һуңынан пугачевсы, Верхнеурал станицаһы атаманы Дмитрий Иванович Каширин йортонда тыуған. Ғаиләлә ағалы-ҡустылы дүрт туған (барыһы ла революцион хәрәкәттә ҡатнашыусылар) һәм ике ҡыҙ тәрбиәләнә.

1907—1910 йылдарҙа Ырымбур юнкер училищеһында уҡый. Хорунжий дәрәжәһенән йөҙ башына тиклем (өлкән ағаһы Николай кеүек) күтәрелә, 1911—1912 йылдарҙа Варшавала Ырымбур полкында хеҙмәт итә. Бер нисә тапҡыр тәртип боҙғандан һуң полктың строевой частары составынан ҡыуыла. 1912 йылда Верхнеурал станицаһының Форштадт ҡасабаһына ҡайта. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән мобилизациялана. Көньяҡ-Көнбайыш фронтында һуғыша. Батша офицеры — рус император армияһының подъесаулы. наградаларға лайыҡ була, шул иҫәптән, көмөш шашкаға.

Февраль революцияһынан һуң анархистарға ылыға, дивизион комитеты рәйесе итеп һайлана. 1918 йылдың июнендә Верхнеурал өйәҙе Советының Башҡарма комитеты рәйесе (Ырымбур губернаһы), дутовсылар (Ғәскәри атаман А. И. Дутов етәкселегендәге Ырымбур казак ғәскәре), аҡтар һәм чехословактар менән һуғышта ҡатнаша. Ағалы-ҡустылы Кашириндарҙың Верхнеурал өйәҙендә абруйҙары ҙур була, әммә, В. К. Блюхер иҫләүенсә,

«мин, улар ул ваҡытта (һүҙ 1918 йылдың июле хаҡында бара) тулыһынса сәйәси яҡтан өлгөргән һәм үҙ ролдәрен аңлаған, тип әйтмәҫ инем. И. Д. Каширин партияһыҙ була. Ул бер аҙ үтә тантаналы итеп кейенә ине, ғәҙәттә ҡыҙыл күлдәк кейә торғайны. Н. Д. Каширин үҙенең ағаһынан ҡырҡа айырыла ине. Ул шул уҡ осорҙа партия ағзаһы була. Бик тыйнаҡ, баҫалҡы һәм аҡыллы кеше ине»

. Июнь-сентябрҙә И. Д. Каширин башта — Верхнеурал-Троицк, һуңынан Верхнеурал отряды (1918 йылдың 16 июленән партизан отрядтары Н. Д. Каширин етәкселегендәге йыйылма Урал отрядына берләштереләләр) менән етәкселек итә. 2 августа Верхнеурал ҡалаһы аша ҡамауҙан уңышһыҙ сығырға маташыу арҡаһында хәрби советы тарафынан главком вазифаһына В. К. Блюхер тәғәйенләнә, ул отрядтарҙы полктарға, батальондарға һәм роталарға үҙгәртеп ҡора. Был мәлде үҙенең иҫтәлектәрендә П. Маркелов һүрәтләй:

«Һүҙҙе Николай Каширин алды: — Күреүегеҙсә, мин етәкселек итә алмайым. Туранан-тура әйтергә кәрәк, беҙ яңылыштыҡ та. Беҙҙең Екатеринбургка йырып сығыу планы хата ине. Василий Константиновичтың икенсе планы була — Кама тирәһендә Ҡыҙыл Армия менән тоташыу. Бөтә шарттар Блюхер яғында дөрөҫлөк икәнен дәлилләй. Уға етәкселекте бирергә кәрәк тә. Ул быға лайыҡлы. Яугирҙар уны хөрмәт итә, уның артынан барасаҡтар. Әйҙә штаб булдырһын, прорыв менән етәкселек итһен. Беҙ барыбыҙ ҙа уға ярҙам итәсәкбеҙ»

.

1918 йылдың 14 авгусынан 19 авгусҡа тиклемге осорҙа, тулыландырыуҙан һуң, В. К. Блюхер етәкселегендәге Урал партизан отрядына әүерелә. 10 сентябргә армия Асҡын районына барып сыға, Тюйно-Озерский ауылы янында ҡамауҙы өҙөп, 12-14 сентябрҙә Көнсығыш фронтының 3-сө армияһы менән тоташа. Ун көндән һуң армия Көңгөргә килеп етә, унда уның төп массаһы 4-се Урал уҡсылар дивизияһына ҡушыла, уның командиры итеп В. К. Блюхер тәғәйенләнә. 1918 йылдың 24 сентябренән алып И. Д. Каширин — 3-сө армияның 2-се бригада командиры. (Партизан частары, 5-се Урал дивизияһы составына индерелгән Архангельск полкынан тыш, ҙур юғалтыуҙарға дусар булған 4-се Урал дивизияһына индерелә. Партизан отрядтары бригадаларға үҙгәртеп ҡорола. Верхнеурал отрядынан 2-се бригада формалаша, уның командиры итеп И. Д. Каширин тәғәйенләнә). 1918 йылдың 11 ноябрендә 4-се дивизия тарҡатылған 3-сө Урал дивизияһының ике бригадаһы менән тулыландырылғандан һуң 30-сы уҡсылар дивизияһы тип үҙгәртелә. В. К. Блюхер яңы вазифаға күсерелгәндән һуң дивизия командиры итеп И. Д. Каширин тәғәйенләнә.

Граждандар һуғышының аҙағын И. Д. Каширин 30-сә уҡсылар дивизияһы юлдары менән үтә. Һуғышты Көнсығыш фронтының Төркөстан армияһы Айырым казак кавалерия бригадаһы командиры булып тамамлай.

1920 йылдың март айынан июлгә тиклем — Верхнеурал өйәҙ Советының Башҡарма комитеты рәйесе (Ырымбур губернаһы). 1920 йылдың июленән алып — Көньяҡ Уралда, Волга буйында, Мәскәүҙә ВЧК-ОГПУ-НКВД органдарында. 1920 йылдар аҙағында — 30-сы йылдар башында Түбәнге Волга крәҫтиәндәренә ҡаршы үткәрелгән аяуһыҙ репрессияларҙа ҡатнаша. 1920 йылдың февраленән 1921 йылдың апреленә тиклем Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе, шул уҡ ваҡытта 1920 йылдың 19 ноябренән 1921 йылдың февраленә тиклем Башҡорт АССР-ының эске эштәр халыҡ комиссары. 1921, 1922 йылдарҙа — Һарытау губерна Ғәҙәттән тыш комиссияһы рәйесе. 1922 йылда Карелияла бандитлыҡ менән көрәшеү буйынса ВЧК — ГПУ махсус тулы хоҡуҡлы вәкиле. 1922 йылдың апреленән майға тиклем — Карелия ГПУ-ның өлкә бүлеге начальнигы. Һуңынан шул уҡ 1922 йылда Олонецк губерна ГПУ-һы бүлеге начальнигы. Артабан Волга буйы буйынса РСФСР-ҙың НКВД ҡарамағындағы ГПУ-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле булып эшләй. 1923 йылдан 1928 йылдың 27 июненә тиклем Ҡырғыҙ крайы һәм Ҡаҙағстан буйынса СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле, бер үк ваҡытта 1924 йылдың февраленән октябргә тиклем Ҡырғыҙ АССР-ның (Ҡаҙаҡ) эске эштәр халыҡ комисары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. 1928 йылдың 27 июненән 1931 йылдың 29 ғинуарына тиклем Түбәнге Волга буйынса СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ-ның тулы хоҡуҡлы вәкиле.

1931 йылдың ғинуарынан — РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Эшсе-крәҫтиән милицияһы һәм енәйәт тикшереү идаралығы начальнигы. 1937 йылдың июненә СССР-ҙың урман сәнәғәте халыҡ комиссариатының мобилизацион бүлегенең башлығы. ВЦИК-тың һәм СССР-ҙың Үҙәк Башҡарма Комитетының ағзаһы, XI, XIV, XV, XVI партия съездары һәм конференциялары делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ ордены (5657-се һанлы), Почетлы чекист билдәһенә Грамота (207-се һанлы) менән бүләкләнгән.

Репрессия үҙгәртергә

Фокин-Уралскийҙың «күрһәтмәләре» нигеҙендә 1937 йылдың 21 июнендә Вологда ҡалаһы ҡунаҡханаһында ҡулға алына, унда ул Наркомлес линияһы буйынса командировкала була. 1937 йылдың 20 сентябрендә СССР-ҙың Юғары Судының Хәрби коллегияһы тарафынан советтарға ҡаршы контрреволюцион террористик ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, үлем язаһына хөкөм ителә. 1937 йылдың 20 сентябрендә атып үлтерелә һәм Дон зыяратында ерләнә. 1957 йылдың 20 апрелендә реабилитациялана.

Хәтер үҙгәртергә

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Каширин И. Д. Последний решающий удар // Легендарный рейд. Сборник воспоминаний. — М., 1959.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Енборисов Г. В. От Урала до Харбина. Памятка о пережитом. — Шанхай, 1932.
  • Братья Каширины // Челябинская область за 40 лет Советской власти. — Челябинск, 1957.
  • Плотников И. Ф. Героическая эпопея Уральской партизанской армии Блюхера. — Уфа, 1986.
  • Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. — М., 1987.
  • Апрелков А. Красные атаманы Н. Д. Каширин и И. Д. Каширин // Солдаты Октября. — Челябинск, 1988.
  • Плотников И. Ф. Смута. — Уфа, 1994.
  • Ганин А. В. Атаман А. И. Дутов — М.: Центрполиграф, 2006.
  • Завершинский В. И. Очерки истории Тарутино. — М., 2008.

Һылтанмалар үҙгәртергә