Кафетци Иоанна

спринт һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә махсуслашҡан грек еңел атлетика спортсыһы

Яннула «Иоанна» Кафетци (греч. Γιαννούλα «Ιωάννα» Καφετζή; 30 май 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2] (47 йәш), Неа-Иония[d], Фессалия[d]) —спринт һәм оҙонлоҡҡа һикереүҙә махсуслашҡан грек еңел атлетика спортсыһы[3]. Кафетци 4 тапҡыр 100-әр м ҡатын-ҡыҙҙар эстафетаһы составында Туниста үткән 2001 йылғы Урта диңгеҙ уйындарында бронза миҙалын яулай. Артабан ул оҙонлоҡҡа һикереү буйынса ярыштарға иғтибарын йүнәлтә, һәм үҙ илендә үткән 2004 йылғы йәйге Олимпия уйындары[4] ҡатнашыусыһы була. Ханьела[5] үткән халыҡ-ара турнирҙа Кафетци үҙенең спорт карьераһы дауамында оҙонлоҡҡа һикереүҙә шәхси рекорд күрһәтә — 6,71 метр.

Кафетци Иоанна
грек. Γιαννούλα Καφετζή
грек. Γιαννούλα (Ιωάννα) Καφετζή
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Греция[1]
Тыуған көнө 30 май 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[2] (47 йәш)
Тыуған урыны Неа-Иония[d], Волос[d], Магнисия[d], Фессалия[d], Греция
Туған тел Грек теле
Һөнәр төрө еңел атлет, бегун на короткие дистанции, прыгун в длину
Масса 55 килограмм
Спорт төрө Еңел атлетика
Спорт дисциплинаһы Оҙонлоҡҡа һикереү
Ҡатнашыусы Йәйге Олимпия уйындары 2004[d] һәм Средиземноморские игры 2001[d]
Бейеклеге/буйы 1,65 метр

Биографияһы үҙгәртергә

Яннула Кафетци 1976 йылдың 30 майында тыуған[3].

Карьераһы үҙгәртергә

Олимпия уйындары үҙгәртергә

Кафетци, үҙе өсөн йорт уйыны булған Афинала үткән 2004 йылғы йәйге олимпия уйындарында, Стилиани Пилату һәм Ники Ксанту менән бер рәттән, оҙонлоҡҡа һикереүҙә ҡатнаша[4]. Уйындарҙан ике ай алдараҡ ул, 6,71 метр һикереп, үҙенең шәхси рекордын ҡуйҙы. Был хәл Ханьелағы.халыҡ-ара ярыштарҙа була. Иоаннаның һөҙөмтәһе Олимпия уйындары ҡатнашыу мөмкинлеге биреү мөмкинлеген бирә, шул арҡала ул Греция йыйылма командаһы составына инә[5][6]. Афинала алдан ярыш ваҡытында Кафетци күңеленә яҡын тамашасыларын беренсе һынау һикереүендә үк 6,49 м оҙонлоҡҡа өлгәшеп, шатландырыра. Шуға ҡарамаҫтан, ҡалған ике һикереү килеп сыҡмай: икенсе һикереүҙә бер аҙ аша һикерә, ә өсөнсө һикереүе беренсеһенән көсһөҙөрәк була. Квалификация буйынса Кафетци бары тик ун етенсе урында була, һәм ун ике финалсы араһына эләгер өсөн уға 6 сантиметр[7] етмәй.

2005 йылғы донъя чемпионаты үҙгәртергә

тәҡдим итә 2005 йылғы еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында Кафетци Греция исеменән сығыш яһай, әммә тағы ла финал раундына сыға алмай. Кафетци В квалификацион төркөмөндә сығыш яһай, һәм икенсе һынауҙа 6,31 м-ға һикереп, 11-се һөҙөмтәгә өлгәшә. Беренсе һәм өсөнсө тырышыуы уңышһыҙ булып сыға[8].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Sports-Reference.com (ингл.)
  2. 2,0 2,1 Ioánna Kafetzi // https://worldathletics.org/athletes/-/14280650
  3. 3,0 3,1 Кафетци Иоанна — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы
  4. 4,0 4,1 Largest ever Greek Olympic team confirmed, IAAF (23 July 2004). 27 апрель 2019 тикшерелгән.
  5. 5,0 5,1 Χειροκρότημα για Σακοράφα  (грек), Rizospastis (29 июнь 2004). 27 апрель 2019 тикшерелгән.
  6. Good jumping and vaulting, as Sakorafa returns to record venue in Chania, IAAF (23 июль 2004). 22 февраль 2015 тикшерелгән.
  7. Αποτυχίες αλλά και εμπειρίες  (грек), Rizospastis (20 август 2004). 27 апрель 2019 тикшерелгән.
  8. 10th IAAF World Championships in Athletics — Helsinki 2015 — Long jump — Women — Qualification (ингл.). IAAF (9 август 2005). Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано 18 октябрь 2013 года.

Һылтанмалар үҙгәртергә