Катушев Константин Фёдорович

Катушев Константин Фёдорович (1 октябрь 1927 йыл, Оло Болдино ауылы Түбәнге Новгород өлкәһе, — 5 апрель 2010 йыл, Мәскәү) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, КПСС Үҙәк Комитеты секретары (1968—77 йй.), СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары (1977—82 йй.), тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса СССР Дәүләт комитеты рәйесе (1985—88 йылдар), СССР-ҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры (1988—91 йй.).

Катушев Константин Фёдорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
 СССР
Тыуған көнө 1 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1]
Тыуған урыны Большеболдин районы[d], Түбәнге Новгород өлкәһе
Большое Болдино[d], Лукоянов өйәҙе[d], Түбәнге Новгород губернаһы[d], РСФСР, СССР[2]
Вафат булған көнө 5 апрель 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, дәүләт хеҙмәткәре, министр, илсе
Эшмәкәрлек төрө Сәйәсәт[2], халыҡ-ара мөнәсәбәттәр[d][2] һәм коммунистар партияһы[d][2]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Түбәнге Новгород дәүләт техник университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены

1952 йылдан КПСС ағзаһы. КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (19661990 йй.). СССР Юғары Советы депутаты (1966-84 йй. һәм 1986-89 йй.).

Биографияһы үҙгәртергә

Катушев Константин Фёдорович 1927 йылдың 1 октябрендә уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң 1945—1951 йылдарҙа Горький политехник институтында уҡый, инженер-механик. Горький автомобиль заводына (ГАЗ) эшкә ебәрелә. «Институтты тамамлағандан һуң автозаводта конструкторлыҡ эксперименталь бүлектә гусеницалы машиналар буйынса инженер-механик булып эшләй һәм ҙур уңышҡа өлгәшә, уны баш конструктор урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. Йәш инженерҙың мөһим ҡаҙанышы булып йөҙмә бронетранспортер ГАЗ-47 тора»[3].) 1957 йылдан партия эшендә: заводтың конструкторлыҡ эксперименталь бүлегендә партбюро секретары, 1959 йылдан Горький ҡалаһы партияның Автозавод райкомы икенсе секретары, 1961 йылдан ГАЗ партия комитеты секретары.

1963—1965 йылдарҙа КПСС-тың Горький ҡала комитетының беренсе секретары, һуңынан 1965—1968 йылдарҙа — КПСС-тың Горький өлкә комитеты секретары.

1968 йылдың апреленән — 1977 йылдың майына тиклем КПСС Үҙәк Комитеты секретары (социалистик илдәр — иҡтисади үҙ-ара ярҙам советы ағзалары менән бәйләнеш буйынса, илдәр — Варшава килешеүе ағзалары менән)[4], бер үк ваҡытта 1972 йылдан социалистик илдәрҙең коммунистик һәм эшсе партиялары менән бәйләнеш буйынса КПСС Үҙәк Комитеты Бүлеге мөди ре.

1977 йылда СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары итеп раҫлана («был вазифаһын КПСС Үҙәк Комитеты секретары менән сағыштырғанда, түбәнерәк, тип билдәләйҙәр»[5]) — 1977—1980 йылдарҙа Үҙ-ара иҡтисади Советта СССР-ҙың даими вәкиле, һуңынан СССР Министрҙар Советының рәйесе урынбаҫары — юл, Диңгеҙ флоты, транспорт төҙөлөшө, элемтә министрлығы эшмәкәрлегенең кураторы.

1982—1985 йылдарҙа Кубала СССР илсеһе.

1985 йылда тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса СССР Дәүләт комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә

1988—1991 йылдарҙа — СССР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министры. Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

Рәсәй тарихының советтан һуңғы осорҙа ҡайһы бер коммерция банктарында етәксеһе вазифаһын биләй («Диамант», «ВИП-банк»).[6][7]

2010 йылдың 5 апрелендә Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[8][9].

Донъя халыҡтары рухи берҙәмлеге халыҡ-ара академияһы академигы, Именлек, оборона һәм хокук тәртибе проблемалары академияһы академигы һәм профессоры.

Наградалары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 Konstantin Katuschew // Munzinger Personen (нем.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Katušev, Konstantin Fedorovič // Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Электронный гражданин Нижегородской области(недоступная ссылка)
  4. Возвышение Катушева до поста секретаря ЦК связывают с его участием в событиях в Чехословакии в 1968 году (Пражская весна) .
  5. Судьба и карьера Константина Катушева 2015 йыл 10 ғинуар архивланған.
  6. Гамов А., Моисеева Л. Соломенцев экономит на лекарствах, а Катушев ворочает миллиардами//Комсомольская правда, — 14.10.2004
  7. Фрумкин К. Вольский стрелок//Федеральное агентство расследований (FLB), — 25.01.2007
  8. Московские могилы. Катушев К. Ф.
  9. <Могила К. Ф. Катушева

Һылтанмалар үҙгәртергә