1872

Кәшәнә
Катопули һәйкәле
Файл:Ф.Д. Котопули кәшәнәһендәге фәрештә һыны, реестрҙа Диметта ҡәбере.jpg
Ил Россия
Ҡала Таганрог, Иҫке ҡала зыяраты
Төҙөлгән ваҡыты 1872 йыл

Катопули һәйкәле (Котопули, Катапули) —(сығышы менән грек) итальян сауҙагәре Катопулиҙың кәшәнәһендә ҡулына тәре тотҡан фәрештә һыны рәүешендә эшләнгән монумент Таганрог ҡалаһының Иҫке ҡала зыяратында тора.

Тасуирлама үҙгәртергә

Һәйкәл мөйөштәре рустовкалы колонналарҙағы дүрт көмбәҙле кәшәнә өҫтөнә урынлашҡан. Көмбәҙҙең үрге үҙәк өлөшө (инеү) медальон менән оздоблять ителгән, мөйөштәрҙәге бағаналар — үҫемлек орнаменты рәүешендә. Бөтә конструкция тура мөйөшлө көмбәҙле башня менән ябылған, ул фәрештә фигураһы өсөн пьедестал булып тора. Ҡайғырыусы фәрештә һыны комплексҡа сентименталлек биреп тора. Кәшәнә менән һәйкәлдең бейеклеге — 7 метр самаһы. Бөтә конструкция аҡ мәрмәр менән көпләнгән. Ҡайғырыусы фәрештә йөҙө айырыуса тасуири уйылған. Ул 30 сантиметр диаметрлы пьедесталға баҫтырылған тәре тотоп тора.[1].

Һәйкәл 1872 йылда төҙөлгән һәйкәл, уны Италия дәүләтендә төҙөгәндәр һәм Таганрогҡа өлөштәргә бүлеп диңгеҙ буйлап алып килгәндәр[2]. Әлеге ваҡытҡа комплекстың тышҡы ҡиәфәте бер аҙ үҙгәргән: тәре урыны менән емерек хәлдә, комплексты көпләгән мәрмәр менән бергә медальон юҡҡа сыҡҡан. Тәре үҙәгендәге Мәсих Ғайса барельефы хәҙерге ваҡытта кәшәнән алыҫ булмаған икенсе ҡәбер кәшәнәһенә ҡуйылған. кәшәнәнең тимер ишеге бик ауыр, уның өҫтөнә: « КОТОПУЛЯ ФИЛИПП ДМИТРИЕВИЧ 1814 ЙЫЛДЫҢ 23 ДЕКАБРЕНДӘ ТЫУҒАН, 1867 ЙЫЛДЫҢ 13 ИЮЛЕНДӘ ВАФАТ БУЛДЫ»- тип яҙып ҡуйылған. Кәшәнә тәҙрәләре көпләп бикләнгән.

Киң таралған версия буйынса, төрбә А. П. Чеховтың ."Ионыч" әҫәрендә итальян йырсыһы Диметти кәшәнәһе булараҡ иҫкә алынған. Ҡайһы бер тарихсылар, итальян йырсыһы Диметти ысынлап та Таганрогҡа концерт менән килгән .Шунлыҡтан был яңғырауыҡлы исемде яҙыусы Котопули кәшәнәһен тасуирлағанда ҡулланған. Был турала ысын тарихи мәғлүмәттәр юҡ[3].

Ростов өлкә халыҡ депутаттары советының (18.11.1992 фыл) 301 Ҡарарына ярашлы һәйкәл төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора. Башта һәйкәлде яҙыусы А. П. Чеховтың «Ионыч» хикәйәһендә яҙылған Диметта ҡәберенә ҡуйылған һәйкәл тип иҫәпләйҙәр. Һуңынан хата төҙәтелгән. Хәҙер мәҙәни мираҫтың исеме « Яҙыусы А. П. Чеховтың „Ионыч“ хикәйәһендә Диметти һәйкәле тип тасуирланған Ф. Д. Котопулиҙың ҡәбере өҫтөндәге фәрештәле кәшәнә»[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Кукушин В. С. «История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья» — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996 — с. 275
  2. Энциклопедия Таганрога / Гл. ред. В. И. Тимошенко. — 2-е изд., перераб. и доп. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2003. — 510, [1] с. : ил., [4] л. ил., портр., карт. — 3000 экз.
  3. Рабочая поездка губернатора В.
  4. Усыпальница Ф.