Катерина Ягеллонка

Катерина Ягеллонка (пол. Katarzyna Jagiellonka, швед. Katarina Jagellonica av Polen, 1 ноябрь 1526 йыл16 сентябрь 1583 йыл) — Финляндия герцогиняһы (1562), Швеция королеваһы (1569), Финляндия бөйөк герцогиняһы (1581). Ягеллондар нәҫеленән.

Катерина Ягеллонка
пол. Katarzyna Jagiellonka
Герб
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2]
Гражданлыҡ  Речь Посполитая
Титул герцог[d]
Тыуған көнө 1 ноябрь 1526({{padleft:1526|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Краков, Поляк короллеге[d][6][3]
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1583({{padleft:1583|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[6][3][4] (56 йәш)
Вафат булған урыны Король һарайы (Стокгольм), Стокгольм[d], Стокгольм[d], Швеция[3]
Ерләнгән урыны Кафедральный собор Уппсалы[d]
Атаһы Сигизмунд I[d]
Әсәһе Бона Сфорца[d]
Бер туғандары Анна Ягеллонка[d], Изабелла Ягеллонка[d], София Ягеллонка[d], Ядвига Ягеллонка[d], Катарина, графиня Монтфорская[d], Anna Jagiellon[d], Регина Шафранец[d], Сигизмунд II Август[d], Ян[d] һәм Wojciech Olbracht[d]
Хәләл ефете Юхан III[d]
Балалары Сигизмунд III[d], Анна Шведская[d] һәм Изабелла Ваза[d]
Нәҫеле Ягеллондар
Һөнәр төрө правящая королева
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
 Катерина Ягеллонка Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Катерина Ягеллонка — поляк короле Сигизмунд I Ҡарттың һәм Бона Сфорцаның кесе ҡыҙы, швед короле Юхан III ҡатыны, польша короле һәм бөйөк литва кенәзе III Сигизмундтың әсәһе.

1561 йылда, беренсе ҡатыны үлгәндән һуң Иван Грозный уны әйттерә, әммә уны кире ҡағалар һәм ул Мария Темрюковнаға өйләнә. 1562 йылдың 4 октябрендә Катерина Вильнола швед короле Густав I улына һәм шул мәлдә хакимлыҡ иткән король Эрик XIV ҡустыһына, Финляндия герцоғы Юханға кейәүгә сыға. Юхан ағаһынан был никахҡа рөхсәт алмай. Эрик XIV башта был никахҡа ҡаршы булмай. Әммә 1561 йыл дауамында Польша менән Швеция араһында политик мөнәсәбәттәр ҡырҡа үҙгәрә. Ошо шарттарҙа Эрикҡа XIV туғаны польша короле менән туғанлашыуы уңайһыҙ була, һәм ул Юханды был никахтан баш тартыуға өгөтләй, әммә Эрик XIV ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, туй үтә. Йәш өйләнешеүселәр Або (Финляндия) һарайында урынлаша.

Юхандың Ливониялағы эшмәкәрлеге Эрикты XIV ҡустыһына һуғыш иғлан итергә мәжбүр итә. Һарайҙы баҫып алыу өсөн ғәскәр ебәрә һәм 1563 йылдың 12 авгусында замок еңелә. Катерина ире менән Швецияға ебәрелә һәм Грипсхольм замогына ябып ҡуйыла.

Иван Грозный уны иреккә сығарыу тураһында Эрик XIV менән һөйләшеүҙәр башлай. Ул Катеринанан Юханды ҡалдырып, Рәсәйгә килеп уның ҡатыны булыуын һорай. Эрик XIV саҡ был талапты үтәмәй ҡала. Катерина 1564 йылда төрмәлә ҡыҙы Изабелланы таба (1566 үлгән), 1566 йылда — улы Сигизмунд, ә 1568 йылда — ҡыҙы Анна тыуа.

Катерина менән Юхан 1568 йылда азат ителә. 1569 йылда ул Швеция королеваһы була, ә уның ире, Эрик XIV ҡолатылғандан һуң, король Юхан III булып китә.

Катерина улы Сигизмундты католик диндә тәрбиәләй. 1587 йылда ул польша короле һәм литва кенәзе була. 1592 йылда швед короле була, әммә уның католицизмға бирелгәнлеге һәм илдең халҡы менән йомшаҡ бәйләнеше арҡаһында 1599 йылда тәхетенән бушатыла.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p282
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Katarina Jagellonica (швед.) — 1917.
  4. 4,0 4,1 Katarina Jagellonica // Nationalencyklopedin (швед.) — 1999.
  5. Catherine // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. 6,0 6,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #135566967 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Herman Lindqvist: Historien om Sverige; Gustav Vasa och hans söner och döttrar (Gustav Vasa and his sons and daughters) (1997)
  • Åke Ohlmarks: Alla Sveriges drottningar (All the queens of Sweden) (1979).
  • Signum svenska kulturhistoria: Renässansen (The Renaissance) (2005)
  • Данная статья основана на материалах английской Википедии
  • При написании этой статьи использовался материал из Энциклопедического словаря Брокгауза и Ефрона (1890—1907)