Катаринский Василий Владимирович

Катаринский Василий Владимирович (1 март 1846 йыл20 май 1902 йыл) — рус һәм башҡорт тел белгесе, педагог һәм мәғрифәтсе, рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән тәүге «Букварь для башкиръ» китабының авторы.

Катаринский Василий Владимирович
Тыуған көнө

1 март 1846({{padleft:1846|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Ҡазан губернаһы

Вафат көнө

20 май 1902({{padleft:1902|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (56 йәш)

Вафат урыны

Ырымбур ҡалаһы

Ил

Рәсәй Империяһы

Ғилми даирәһе

тел белеме

Альма-матер

Ҡазан дини академияһы

Биографияһы үҙгәртергә

Василий Владимирович Катаринский 1846 йылдың 1 мартында Ҡазан губернаһында тыуған. Урта белемде Ҡазандағы дини семинарияла ала, 1872 йылда Ҡазан дини академияһының сиркәү-тарих бүлеген юғары белем алып тамамлай.

1872 — 1875 йылдарҙа В. В. Катаринский Чебоксар дини училищеһында күҙәтсе вазифаһын башҡара, шунда уҡ рус телен уҡыта. Татар һәм сыуаш телдәрен өйрәнеү буйынса үҙенең ғәмәли күнекмәләрен нығытыу өҫтөндә эшләй. Ҡаҙаҡ һәм башҡорт телдәре менән ҡыҙыҡһына башлай.

1874 йылда Ырымбур уҡыу округы ойошторолоп, унда башҡорт, ҡаҙаҡ, татар мәктәптәре вазифаһы индерелә. 1875 йылда был вазифаға Василий Владимирович Катаринский тәғәйенләнә. Ул был эште ғүмеренең аҙаҡҡы көндәренә тиклем башҡара.

В. В. Катаринский 1902 йылдың 20 майында Ырымбур ҡалаһында вафат була.

Педагогик, мәғрифәтселек эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1875 йылдың сентябрендә Ильминский Николай Ивановичтың тәҡдиме буйынса Василий Владимирович Катаринский Ырымбур уҡыу округының башҡорт, ҡаҙаҡ, татар мәктәптәре инспекторы итеп тәғәйенләнә. Биләгән вазифаһына бәйле ул башҡорт һәм ҡаҙаҡ ауылдарында йыш була, урындағы халыҡтарҙың тормош-көнкүрешен, башҡорт, ҡаҙаҡ йәнле һөйләү телдәрен ныҡлы өйрәнә. Даими рәүештә мәғрифәтселек эштәре менән шөғөлләнә. А. Г. Бессонов, И. А. Алтынһарин, Б. Ә. Юлыев, М. Ә. Ҡыуатов, Л. К. Әбделғәзизов кеүек йәш интеллигенция вәкилдәрен үҙ халыҡтары өсөн изге эштәргә саҡыра, рус-башҡорт мәктәптәренең уҡытыу пландарын, программаларын тотороҡло итергә тырыша.

Фәнни һәм фәнни-методик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

В. Катаринскийҙың башҡорттар өсөн тәүге әлифбаһы 1892 йылда автор исемен күрһәтмәйенсә Ырымбурҙа баҫыла. 1898 йылда икенсе баҫмаһы донъя күрә. Дәреслектең нигеҙенә Ырымбур башҡорттарының теле һалына. Әлифбала башҡорт алфавитына 39 рус график тамғаһы тәҡдим ителеп, уларҙың бер өлөшө үҙенсәлекле башҡорт өндәрен биреү өсөн алына. Әммә әлифбала һәр бер парлы өн (ҙ - з, ғ - г, ҡ - к, ҫ - с) бер хәреф - з, г, к, с менән бирелә. «Букварь для башкиръ» китабы - 58 биттән торған дәреслек. Уның 3-36-сы биттәрен - башҡорт бүлеге, 37-58-се биттәрен рус бүлеге тәшкил итә. Балаларға хәрефтәрҙе өйрәтеү тәүҙә өн-хәреф, шунан ижек, һүҙ, һөйләм һәм бәйләнешле текст аша таныштырыуға нигеҙләнә. Мауыҡтырғыс текстар, халыҡ ижады, педагогика һәм дидактика өлгөләре һәр уҡыусының иғтибарын йәлеп итерлек кимәлдә. В.В. Катаринскийҙың хеҙмәттәрен Ильминский Николай Иванович, Мелиоранский Платон Михайлович кеүек күренекле ғалимдар юғары баһалай. В.В. Катаринский төҙөгән һүҙлектәр: «Краткий русско-башкирский словрь» (1893), «Краткий башкирско-русский словарь» (1899-1900) рус алфавитына өҫтәп бирелгән тамғалар ҡулланылып төҙөлә. Ул төҙөгән һүҙлектәр һәм дәреслектәр - рус алфавиты нигеҙендә башҡорт яҙыуының тәүге өлгөләре. Ғалим дәреслектәрҙе Ушинский Константин Дмитриевич, Буслаев Федор Иванович, Корф Николай Александрович, Бунаков Николай Федорович, Вахтеров Василий Порфирьевич кеүек мәшһүр педагогтаҙың дидактик принциптарына таянып ижад итә. В.В. Катаринский башҡорт тел ғилемендә төҙөгән һүҙлектәре аша башҡорт лексикографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе була. Ул төҙөгән һүҙлектәрҙең ҡиммәте шунда: улар башҡорт халҡының йәнле һөйләү теленә нигеҙләнгән. Һүҙлектәрҙә ғәрәп-фарсы һүҙҙәре бик аҙ сағылыш таба, башҡорттарҙың һөйләү телендә йыш ҡулланылғандары ғына индерелә. В.В. Катаринский шулай уҡ башҡорттарға туғандаш булған төрки халҡы - ҡаҙаҡтар өсөн дә әлифба, һүҙлек төҙөй, уларҙың мәҡәлдәрен яҙып алып, китапҡа туплап сығара. Шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙың этнографияһына бәйле материалдарҙан торған йыйынтыҡ баҫтырп сығара.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Букварь для киргизов. 1892;
  • Букварь для башкиръ. 1892;
  • Краткий русско-башкирский словарь. Ырымбур, 1893;
  • Грамматика киргизского языка. 1897;
  • Киргизско-русский словарь. Ырымбур, 1897;
  • Букварь для башкиръ. Ырымбур, 1898;
  • Сборник киргизских пословиц. Ырымбур, 1899;
  • Материалы по этнографии киргиз. Ырымбур, 1899;
  • Краткий башкирско-русский словарь. 1899—1900;

Хәтер үҙгәртергә

  • Өфө ҡалаһының бер урамына Василий Катаринский исеме бирелгән.

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Э. Ф. Ишбирҙин, И.Ғ. Ғәләүетдинов, Р. Х. Халиҡова. Башҡорт әҙәби теленең тарихы. Өфө, «Китап», 1993, 156-157-се биттәр;
  • Яйыҡбаев К. Я. Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. Өфө, «Китап», 2003, 29-31-се биттәр.