Каруанһарай (Санкт-Петербург)

Ҙур каруанһарай[2] — XVIII быуат тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы, үткән заманда — үҙәк күмәртәләп һатыу каруанһарайы, XX быуат башынан алып — универмаг. Архитекторы — Жан Батист Валлен-Деламот. ЮНЕСКО-ның һаҡлауында тора. Петербургтың тарихи үҙәгендә урынлашҡан, Нева проспекты (№ 35 йорт), Ҙур Баҡса урамына сығып тора.

Каруанһарай
Нигеҙләү датаһы 1785
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Үҙәк районы[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Санкт-Петербург, Рәсәй
Архитектор Валлен-Деламот, Жан-Батист-Мишель[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q50512288?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт bgd.ru
Указания, как добраться Невский проспект, 35 (литеры) / Садовая улица, 17 / улица Ломоносова, 4 / Думская улица
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1748
Карта
 Каруанһарай Викимилектә

Каруанһарай сауҙа йортоноң бүлмәләре 13 000 м² тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта универмаг биналары комплексының бөтә майҙаны — 78 000 м²[3].

Тарих үҙгәртергә

 
Б Патерсен. Нева проспекты һәм Ҙур баҡса урамдары сатындағы Каруанһарай бинаһы (1802)
 
И.<span typeof="mw:Entity" id="mwJA"> </span>А.<span typeof="mw:Entity" id="mwJQ"> </span>Иванов. Петербургтың Каруанһарайы күренеше (1815)

Петербург ҡалаһы төҙөлә башлағас та бында каруанһарайҙар барлыҡҡа килә һәм улар баш ҡаланың эшмәкәрлеген тәьмин итеүҙә етди роль уйнай. (Ентекләп ҡара. Санкт-Петербург каруанһарайы тураһындағы мәҡәләләр)

Был каруанһарай йортоноң башланғысы булып Йәшел күпер янындағы Мытный ихатаһы торған (архитекторы — Н. Ф. Гербель). Янғын ваҡытында, 1738 йылда, ул янып юҡҡа сыҡҡандан һуң, уны тергеҙмәйенсә генә ҡала сиктәре янында яңы каруанһарай төҙөргә булғандар.

Каруанһарай бинаһы Рәсәй империяһының эре сауҙа йорто булараҡ төҙөлгән.

Уның тарихы батшабикә Елизавета бойороғо (1748 йылда) буйынса ер аҫтындағы келәттәре өҫтөнә ҡалҡытып төҙөлгән галереялы бер ҡатлы бина булырға тейеш була. 1752 йылда бинаны ике ҡатлы итеп төҙөргә булғандар.

1750 йылда Ринальди проекты кире ҡағыла.

1757 йылда Растрелли проекты раҫлана. Төҙөлөштө сауҙагәрҙәр финансларға тейеш булған. 1758 йылғы «таш Каруанһарайҙы обер-архитектор Растреллий планы буйынса төҙөү» тураһында указ сыға, уның буйынса сауҙагәрҙәр төҙөгән кибеттәрҙе уларҙың мәңгелек һәм тыумыштан булған милке итеп һанарға ҡушыла. Растрелли проекты буйынса бина бик бай итеп һыланырға һәм скульптуралар менән биҙәлергә, ҡупшылығы менән һарайҙар бинаһынан бер нисек тә ҡалышмаҫҡа тейеш була. Төҙөлөш эштәре 1757 йылда башланып китә, әммә финанслау мәсьәләһе оҙаҡҡа һуҙыла, шунлыҡтан проект ҡабаттан тикшерелеп ҡарала.

Ахыр сиктә, Каруанһарайҙың авторы Валлен-Деламот була. Уның проекты Растрелли планындағы бинаның дөйөм планлаштырылыуын һаҡлап ҡала һәм классицизм стилендә бинаны төҙөп бөтөрә. Каруанһарай төҙөлөшө егерме йылдан ашыу дауам итә — 1761-1785 йылдар.

1840-сы йылдарҙа Каруанһарай бинаһында иң беренсе итеп газ менән яҡтыртыу үткәрелә[4].

18861887 йылдарҙа бинаның Нева проспектына сығып торған төп фасады әҙерәк биҙәп үҙгәртелә (Н. Л. Бенуа проекты буйынса).

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Каруанһарай бинаһы ныҡ зыян кисерә. Уны тергеҙеү проекттары конкурсы блокада ваҡытында уҡ башлана — 1942 йылда. 19451948 йылдарҙа Каруанһарай йорто тергеҙелә.

Бианы тергеҙеү билдәле ленинград архитекторы О. Л. Лялин проект буйынса алып барыла. Фасады Деламот планындағы ҡиәфәтте ала, төп портик өҫтөндә яңы, тәрән барельефтар менән декорланған фронтон төҙөлә. Невский проспектына сығып торған фасады яғында йүкә аллеяһы ултыртыла.

14 октябрендә 1948 йылдың СССР Министрҙар Советы Каруанһарай бинаһын архитектура ҡомартҡыһы итеп таный һәм дәүләт тарафынан һаҡланырға тейеш тигән ҡарар ҡабул итә.

19551967 йылда яңынан реконструкция үткәрелгән. Архитекторҙары — А. И. Вакс һәм Л. С. Катонин, инженеры — М. И. Юношев («Ленпроект» институтынан) айырым магазиндарҙы уратылған анфилада итеп үҙгәртә. 178 магазин урынына берҙәм «Каруанһарай» универмагы алмашҡа килә, шулай итеп Ленинградтың төп универмагына әйләнә. 3 ноябрь 1967 йылда бина ҡаршыһында метро станцияһы асыла.

Каруанһарай линияһы үҙгәртергә

 
Сауҙа тармағы буйынса урында урынлашҡан. 1917 йылда[5]

Оло Каруанһарай бинаһы ҡаланың төрлө оҙонлоҡтағы дүрт фасады дүрт урамға сығып тора.

Ойошма үҙенең аҡсаһына универмаг бинаһына этаплап капиталь ремонт һәм реставрация үткәрә. Эш бер нисә йылға һуҙылған, был сығымдар федераль әһәмиәттәге ҡомартҡылар менән файҙаланған өсөн түләү сығымдары иҫәбенә инә

  • Баҡса урамы — иң оҙон фасад
  • Чернышев тыҡрығы (хәҙ. Ломоносов урамы) — иң ҡыҫҡа фасад
  • Перинный урамы (Дума урамы менән бергә ике айырым урам итеп һаналған) — оҙонлоғо буйынса икенсе урында тора
  • Нева проспекты — фасадының оҙонлоғо буйынса өсөнсө урынды биләй.

Ҡала сленгында Гостинка һүҙе йыш ҡулланыла, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары ла Каруанһарайҙы йыш ҡына Гостинка тип атай.

Универмаг 1994 йылда акционерҙар йәмғиәтенә әйләнә, ошо ваҡыттан алып ул ОАО «Оло Каруанһарай» тип атала. Генераль директоры 2008 йылда — Елена Коршунова .

XXI быуат үҙгәртергә

 
2007 йылда фасадтың тышҡы күренеше
 
Ҡала думаһы һәм Каруанһарай бинаһы Яңы йылға биҙәлгән. 2010 йылдың ғинуарында.

Каруанһарай ҡаланың иң ҙур универмагы булып ҡала. Бина РФ Мәҙәниәт Министрлығы милке булып иҫәпләнә.

Бында 3 000 компанийларҙың тауарҙары һатыла, 170 тысяч яҡын төрҙә һәм ике миллион берәмек тауар. Көн һайын Рәсәй Төньяҡ-Көнбайышының һәм Скандинавияның эре сауҙа үҙәгенә көн һайын 300 тысяч һатып алыусы тауар һатып ала.

XX быуат аҙағында бинаның Нева проспекты линияһын реконструкциялау үткәрелә (10 йыл самаһы дауам итә), бының өсөн приватизацияға тиклем 5 миллион доллар һәм 12 миллион — хосусилаштырыуҙан һуң аҡса индерелә. Невский линияһы 1998 йылда асыла һәм уның икенсе ҡатында Юғары мода галереяһы урынлашҡан, унда Франция һәм Италияның билдәле дизайнерҙарының тауарҙары ҡуйылған.

Универмаг көн һайын иртәнге ундан киске унға тиклем асыҡ.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

  • Каруанһарай (мәғәнәләре)
  • Каруанһарай
  • Кесе каруанһарай
  Тышҡы видеофайлдар
  YouTube сайтында Гостиный двор

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Большой Гостиный двор 2016 йыл 12 март архивланған.
  3. Деловой Петербург Корр:Елена Чигарева Гостиный двор пустит инвесторов // Деловой Петербург ISSN 1606-1829 (Online). — 10:07 26 мая 2008 года.(недоступная ссылка)
  4. Большой Гостиный Двор // Прогулки по Петербургу
  5. См. «Весь Петроград» за 1917 год.

Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "Знатная" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.
Өҙөмтә хатаһы: <references> билдәләнгән "ЭСБЭ" исемле <ref> тамға алдағы текста ҡулланылмай.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Богданов И. А. Большой Гостиный двор в Петербурге. — СПб.: Искусство-СПБ, 2001. — 256 с. — (Три века Петербурга). — 5000 экз. — ISBN 5-210-01548-3.
  • Буренина М. С. Прогулки по Невскому проспекту. — СПб.: Литера, 2002. — 272 с. — ISBN 5-94455-065-1.
  • Кириков Б. М, Кирикова Л. А., Петрова О. В. Невский проспект. Дом за домом. — СПб.: Центрполиграф, 2006. — 379 с. — ISBN 5-9524-2069-9.
  • Журнал Город, № 17, 2006

Һылтанмалар үҙгәртергә