Ка́рло Паскуа́ле Франче́ско Рафаэле Бальдасса́ре де Бла́зис (итал. Francesco Carlo Blasis Raffaele de Pasquale Baldassare, 4 ноябрь 1797 йыл. Неаполь — 15 ғинуар 1878 йыл, Черноббьо) — итальян бейеүсеһе, хореографы, бейеү буйынса практик һәм теоретик.

Карло Блазис
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Италия короллеге[d]
Тыуған көнө 4 ноябрь 1797({{padleft:1797|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[3]
Тыуған урыны Неаполь[d], Неаполитанское королевство[d][3]
Вафат булған көнө 15 ғинуар 1878({{padleft:1878|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[3] (80 йәш)
Вафат булған урыны Черноббьо[d], Комо[d], Ломбардия[d], Италия короллеге[d][3]
Һөнәр төрө бейеүсе, хореограф, балетмейстер, балет артисы
Уҡыусылар Карлотта Брианца[d] һәм Giovanni Lepri[d]
Кемдә уҡыған Пьер Гардель[d], Сальваторе Вигано[d], Огюст Вестрис[d] һәм Jean-Baptiste Blache[d]
 Карло Блазис Викимилектә

Тормошо һәм ижады үҙгәртергә

Карло де Блазис дворян ғаиләһендә тыуған. Яҡшы белем алған, тарих, сәнғәт, музыка, математика, анатомия, әҙәбиәт өйрәнә, күп фәндәр менән ҡыҙыҡһына. Ж.-Ж. Новерра һәм Пьер Гарделдә уҡый. 1817 йылда Блазис Бордо һәм Париж сәхнәләрендә яңғыҙ паритялар башҡарыусы бейеүсе була. 1818—1834 йылдарҙа Карло Паскауле Рафаэле Бальдассаре төрлө итальян театрҙарында бейей, Италияла бик популяр. Әммә аяғына ауыр йәрәхәт алғандан һуң Блазис бейеүҙе туҡтатырға мәжбүр була, үҙен хореографиялар ижад итеүгә арнай. Блазистың сәйәхәттәр георгафияһы Италияға тиклем ҡыҫҡара, ҡайһы саҡта Милан театры менән Лондонға (1847 йыл), Варшаваға (1856—1857), Лиссабонға (1857—1858), Парижға (1860) һәм Мәскәүгә (1860—1863) гастролдәргә сыға. 1837 йылдан ул — Миланда балеттың Император академияһы директоры, ул Европала иң яҡшы бейеү академияларының береһе була. Практик күнекмәләрҙән башлап лекция дауамдары менән, Блазис индергән дәрестәр планы, үҙе төҙөгән бейеүҙең яңы принциптарын булдырыу өсөн феноменаль эффект бирә.

Карло Блазис хореография буйынса бик күп хеҙмәттәр яҙа, Рәсәйҙә билдәлеләренең береһе: «Traité élémentaire, théorique, et pratique de l’art de la danse» (Paris 1820), тиҙҙән баҫылып сыҡҡандан һуң инглиз теленә тәржемә ителә һәм баҫыла. Рәсәйҙә билдәле хореографтың хеҙмәттәре тәржемәләнмәй ҡала

Блазис бейеү сәнғәте терминологияһының реформаторы булып тора. Мәҫәлән, бейеүсе Джованни да Болоньяның Меркурий скульптура торошонда аттитюд күрә, классик бейеү теорияһында торош, ҡул һәм аяҡтар торошо үҙгәрә, корпус тура.

Әҫәрҙәр (һайланма) үҙгәртергә

  • Traité élémentaire, Théorique et Pratique de l’Art de la Danse contenant les développemens, et les démonstrations des principes généraux et particuliers, qui doivent guider le danseur. Bologna 1820.
  • The Code of Terpsichore: a Practical and Historical Treatise on the Ballet, Dancing, and Pantomime; with a Complete Theory of the Art of Dancing (Üb.: R. Burton), London: J. Bulcock, 1828.
  • The Young Ladies Book. London 1829.
  • Studi sulle arti imitatrici. Milano 1844.
  • Notes upon Dancing. London: Delaporte, 1847.
  • Dello stato attuale del ballo, mimica e della coreografia. Torino 1852.
  • Charles Villeneuve. в: Gazetta dei teatri. 18 maggio 1854.
  • Del Carattere della Musica sacra e del sentimento religioso. Milano 1854.
  • L’Uomo fisico, intellettuale e morale, opera di Carlo Blasis. Milano 1857.
  • L’Uomo fisico, intellettuale e morale, opera di Carlo Blasis. Milano 1857.
  • Leonardo da Vinci per Carlo Blasis. Milano 1872.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  1. Record #4926855, Record #32808751 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Archivio Storico Ricordi — 1808.