Карин Ларссон (швед. Karin Larsson, 3 октябрь 1859 йыл — 18 февраль 1928 йыл) — Швеция рәссамы.

Карин Ларссон
швед. Karin Larsson
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Швеция
Тыуған көнө 3 октябрь 1859({{padleft:1859|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})[2][3][4][…]
Тыуған урыны Эребру[d][2][4]
Вафат булған көнө 17 февраль 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[5][6] (68 йәш)
Вафат булған урыны Сундборнс[d], Фалун[d], Даларна[d], Швеция[2][5][6]
Үлем сәбәбе Язва желудка[d][5] һәм Q57668814?[5]
Атаһы Adolf Axel Bergöö[d][6]
Хәләл ефете Карл Улоф Ларссон[d][7][6]
Балалары Брита Ларссон[d][6], Сюзанна Ларссон[d][6], Ульф Ларссон[d][6], Понтус Ларссон[d][6], Лисбет Ларссон[d][6], Матс Ларссон[d][6], Эсбьёрн Ларссон[d][6] һәм Керсти Ларссон[d][6]
Әһәмиәтле кеше Ханна Хирш-Паули[d][8]
Һөнәр төрө рәссам, мәҙәниәт хеҙмәткәре, художник по текстилю
Уҡыу йорто художественная школа Августа Мальмстрёма[d]
Женское отделение Королевской художественной академии[d]
Franska Skolan[d]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 1928[1]
Ойошма ағзаһы Svenska hem[d] һәм Колония Грез[d]
Вики-проект Project Svenskt kvinnobiografiskt lexikon[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
 Карин Ларссон Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Карин Ларссон (ҡыҙ фамилияһы Бергё (Bergöö)) Эребру ҡалаһында тыуған, Халльсбергта үҫкән, унда уның атаһы, Адольф Бергё, уңышлы эшҡыуар булған. Кесе һеңлеһе Стина британ геологы Фрэнсис Артур Батерға кейәүгә сыҡҡан.

Карин бала саҡтан һынлы сәнғәттә һәләттәрен күрһәтә, тәүҙә Стокгольмда Franska skolan, һуңынан Slöjdskolan (хәҙер Констфактың университет колледжы) уҡый, ә 1877—1882 йылдар осоронда ирекле сәнғәттәрҙең Король академияһында уҡый. Академияны тамамлау менән Париждан алыҫ түгел Гресюр-Луэнға скандинав рәссамдар колонияһына китә.

Гре-сюр-Луэнда ул швед рәссамы Карл Ларссон менән таныша. 1883 йылда Стокгольмға улар бергә ҡайта, унда өйләнешәләр. 1884 йылда беренсе балалары, ҡыҙы Сюзанна тыуғандан һуң, улар Гре-сюр-Луэнға китә, ә 1885 йылда яңынан Швецияға ҡайта.

1888 йылда Карлдың ҙур картинаһын үҙ коллекцияһына һатып алырға теләгән швед коллекционеры Понтус Фюстенберг тәҡдиме буйынса Ларссондар Парижда тағы бер йыл йәшәй.

Карин Карлдың эште хуплай, һәм уның төп моделе һәм тәнҡитсеһе була. Ҙур йорт һәм һигеҙ балаға эйә булып, ул үҙенең көстәрен дизайн эшмәкәрлегенә йүнәлтә: киндер һуға, сигә, үҙе һәм балалар өсөн кейем моделдәре уйлап сығара һәм хатта йыһаздар проектлай. Ул сағыу сәскәләр, үҫемлектәрҙең стилләштерелгән сигелгән һүрәттәре менән үҙенең ҡабатланмаҫ швед стиле булдыра, япон мотивтары индерә.

Карин Ларссон 1928 йылда вафат була.

1997 йылда Виктория һәм Альберт музейы Карл Ларссон күргәҙмәһендә интерьер дизайны күрһәтә.

2018 йылда Японияла Carl Larsson and His Home: Art of the Swedish Lifestyle күргәҙмәһе Карин авторлығында текстиль һәм Карл төшөргән картиналарҙы күрһәтә.

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 RKDartists (нидерл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 18591003 Larsson f. Bergöö, Karin // (unspecified title)
  3. Karin Bergöö // RKDartists (нидерл.)
  4. 4,0 4,1 Sundborns kyrkoarkiv, Dalarnas län, Församlingsböcker. Bunden serie, SE/ULA/11487/A II a/13 (1916-1925), bildid: 00192262_00096
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Sundborns kyrkoarkiv, Dalarnas län, Död- och begravningsböcker, SE/ULA/11487/F/7 (1895-1931), bildid: F0008630_00151 — Б. 132.
  6. 6,00 6,01 6,02 6,03 6,04 6,05 6,06 6,07 6,08 6,09 6,10 6,11 Karin Larsson 1859-10-03 — 1928-02-17 Konstnär
  7. Carl O Larsson (швед.) — 1917.
  8. Hanna Pauli

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Axel Frieberg. Karin. En bok om Carl Larssons hustru. Stockholm: Bonnier, 1967. OCLC 11865494
  • Ingrid Andersson. Karin Larsson: Konstnär och konstnärshustru. Stockholm: Gidlunds, 1986. ISBN 9789178440696
  • Michael Snodin and Elisabet Stavenow-Hidemark. Carl and Karin Larsson: Creators of the Swedish Style. Exhibition catalogue. London: V & A, 1997. ISBN 9781851772018