Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы

Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы (КАССР, фин. Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta, KASNT) — РСФСР составындағы автономиялы республика, 5 декабрь, 1936 йылдан алып - 31 март, 1940 йылға тиклем һәм 16 июль, 1956 йылдан алып - 13 ноябрь, 1991 йылға тиклем йәшәгән республика .

Карел Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы
фин. Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta
ФлагГерб
Нигеҙләү датаһы 25 июль 1923
Рәсем
Рәсми атамаһы Karjalan autonominen sosialistinen neuvostotasavalta
Ҡыҫҡаса атамаһы Карельская АССР, Карэльская АССР, Карельська АРСР, Kareliya MSSR, Карэльская АССР һәм КАССР
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Петрозаводск
Административ-территориаль берәмек РСФСР
Идара итеү формаһы совет республикаһы[d]
Халыҡ һаны 790 100 кеше (1989)
Алмаштырылған Карел-Фин ССР-ы һәм Карелия
Алыштырған Карел-Фин ССР-ы, Автономная Карельская ССР[d] һәм Карелия хеҙмәт коммунаһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 13 ноябрь 1991
Майҙан 172 400 км²
Урынлашыу картаһы
Карта

Баш ҡалаһы — Петрозаводск.

Тарих үҙгәртергә

1936 йылдың ноябрендә Советтарҙың XI ғәҙәттән тыш съезы СССР-ҙың яңы Конституцияһын тикшерергә саҡырыла. Съезд 1936 йылдың 16 ноябрендә эш башлай һәм 1937 йылдың июненә тиклем эшен дауам итә. 1936 йылда СССР Конституцияһы ҡабул ителеү менән— 1936 йылдың 5 декабрендә Автономиялы Карел Совет Социалистик Республикаһы Карел Автономиялы ССР-ы (КАССР) тип үҙгәртелә.

16-17 июнь 1937 йылда XI съезд Советтарҙың Бөтә Карел Ғәҙәттән тыш съезы Всекарельский Карел АССР-ының Конституцияһын раҫлай, конституцияның айырым һәр бер статьяһы тауышҡа ҡуйыла һәм өс телдә — урыҫ, карел һәм фин телендә уҡыла. Карел АССР-ының гербы һәм флагы рус, карел һәм фин телендә башҡарыла.

Карел АССР-ы конституцияһы Карел АССР-ы Юғары Советын юғары закондар сығарыу органы итеп ҡабул итә.

1938 йылдың апрелендә Кандалакша ҡала статусын ала, ә 1938 йылдың майында Карел АССР-ы составынан Кандалакша районы бүленеп сыға һәм Мурманск өлкәһенә[1] ҡушыла

 
Карел АССР-ы (1938-1940), Кандалакша районынан башҡа
 
Карел АССР-ы (1956-1991)

Совет-фин ҡышҡы һуғышынан һуң Финляндия территорияһының бер өлөшө, атап әйткәндә, Выборгский губернаһы территорияһы һәм община һәм Салла менән Куусамо общиналары территориялары Карел АССР-ына ҡушыла һәм 31 март, 1940 йылда ҡала Карел-Фин ССР-ына ҡушыла — йәғни, СССР составындағы союздаш республикаға әйләнә. Артабан да был республика илдә барған үҙгәрештәр арҡаһында төрлө исемдәр аҫтында йөрөй, ул халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн Ленин ордены ( 1956 йыл) һәм илдәге төрлө юбилейҙар айҡанлы Октябрь революцияһы ордены (1970 йыл), Халыҡтар дуҫлығы ордены (1972 йыл) менән бүләкләнә.

КАССР составы (1991 й.) үҙгәртергә

  • Беломорский районы (1927-1991).
  • Калевальский районы (1927-1940, 1956-1962, 1967-1991).
  • Кемский районы (1927-1940, 1956-1991), 1962-1965 йй.
  • Кондопожский районы (1927-1940,1956-1991), 1940 194 ,1944-1956 .
  • Лахденпохский районы (1970-1991).
  • Лоухский районы (1927-1940, 1956-1962, 1965-1991), 1940-1941, 1945-1956.
  • Медвежьегорский районы (1927-1940, 1956-1991)
  • Муезерский районы (1967 -- 1991).
  • Олонецкий районы (1927-1940, 1956-1991), 1940-1941, 1962-1965 йй.
  • Питкярантский районы (1956-1957, 1967-1991
  • Прионежский районы (1927-1931, 1935-1940, 1956-1991
  • Пряжинский районы (1930-1940, 1956-1962, 1965-1991).
  • Пудожский районы (1927-1940, 1956-1991),
  • Сегежский районы (1927-1929, 1956-1991),
  • Сортавальский районы (1956-1962, 1965-1991).
  • Петрозаводск — республика ҡарамағындағы ҡала.
  • Костомукша (1983-1991) — республика ҡарамағындағы ҡала.
  • Сортавала (1970-1991) — республика ҡарамағындағы ҡала[2].

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Муниципальный район Кандалакшский район. Архивировано 10 июль 2012 года. 2012 йыл 10 июль архивланған.
  2. КГАНИ. Путеводитель. М., 2003. С.29-62; ЦГА КАССР. Путеводитель. Петрозаводск, 1963. С.313-318.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Карельская АССР. Природа. Хозяйство. — Петрозаводск, 1986. — 278 с.
  • Максимов В. А. Советская Карелия, 1917—1987: Цифры и факты. — Петрозаводск, 1987. — 271 с.
  • История Карелии с древнейших времён до наших дней / Науч. ред. Н. А. Кораблёв, В. Г. Макуров, Ю. А. Савватеев, М. И. Шумилов — Петрозаводск: Периодика, 2001. — 944 с.: ил. ISBN 5-88170-049-X

Һылтанмалар үҙгәртергә