Карач Терез

венгр яҙыусыһы

Терез Карач (мадьярса  Karacs Teréz; 1808 йылдың 18 апреле, Будапешт, Австро-Венгрия — 2 октябрь, 1892 йыл, Бекеш, Австро-Венгрия) — венгр яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре һәм мәғариф өлкәһе эшмәкәре. Венгрияла феминистка хәрәкәте һәм реформалар өсөн хәрәкәт лидерҙарының береһе. Мишкольц ҡалаһында Илона Зринь Грамматика мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Карач Терез
мадьярса  Karacs Teréz
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Венгрия
Тыуған көнө 18 апрель 1808({{padleft:1808|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})[2]
Тыуған урыны Пешт[d], Пешт[d], Венгрия
Вафат булған көнө 7 октябрь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})[2] (84 йәш)
Вафат булған урыны Бекеш[d], Бекеш[d], Венгрия
Атаһы Ференц Карач[d]
Әсәһе Ева Такач[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы, яҙыусы, активист
 Карач Терез Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

1808 йылда Будапешт ҡалаһында тыуа[3]. Әсәһе Ева Такач ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшеүсе, ә атаһы Ференц Карач инженер була. Уларҙың йорто йыш ҡына интеллигенцияның осрашыу урынына әйләнер була. Терез башланғыс белемде 1814 йылдан 1819 йылға тиклем Пешт ҡалаһында ала. Артабан үҙаллы уҡый, сөнки биш ҡустыһы һәм һеңлеләрен тәрбиәләү менән шөғөлләнергә тейеш була. 1824 йылда ул ун ай Венала йәшәй, ошондағы мөхит уның донъяға ҡарашын формалаштырыуға йоғонто яһай[4].

Ул ваҡытта венгр яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең һөнәри статусын танырға батырсылыҡ итмәй, ә Карач, 1922 йылда үҙенең поэма, йомаҡ, романдарын һәм башҡа әҫәрҙәрен баҫтырып сығарып, Венгрия әҙәбиәтендә билдәле шәхескә әйләнә. Ул шулай уҡ венгр әҙәби журналдарының әүҙем хәбәрсеһенә әүерелә. 1838 йылдан 1844 йылға тиклем үҙаллы рәүештә аристократик поместьены тота һәм уның хужабикәһе була. Ошо мәлдә ул, үҙенең әсәһенең юлын дауам итеп, ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшсе булып китә. Әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, ул мәктәптәптәрҙә уҡыусы малайҙар һәм ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлы булыуҙары өсөн көрәшә һәм яңғыҙ ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәрен артабан тәьмин итеү өсөн һөнәр алыу хоҡуғына эйә булыуҙары өсөн сығыш яһай.

1846 йылда Карач Мишкольцта ҡыҙҙар өсөн үҙенең мәктәбен аса һәм 1859 йылға тиклем ошо мәктәп етәксеһе була. Мәктәптә дүрт уҡытыусы эшләй мәктәптә, һәм уҡыу өс йыл дауам итә. Был уҡыу йортонда венгр һәм немец телдәре, арифметика, тегеү һәм йорт эштәре фәндәре уҡытыла.

1848 йылғы революция алдынан революцион гәзиттәрҙе әүҙем тарата. 1853 йылда уның ҡыҫҡа романтик хикәйәләре йыйынтығы баҫылып сыға. 1865 йылдан 1877 йылға тиклем Будапешта уҡытыусы булып эшләй. Репутацияһы яҡшы булғанға күрә уны Луи-Филипп I ейәненә шәхси дәрестәр бирергә саҡыра, әммә Карач был тәҡдимдән баш тарта һәм Мишкольц ҡалаһында Илона Зринь Грамматика мәктәбенә етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә ала.

1877 йылда, сығымдарҙы кәметеү маҡсатында. Кишкунхалаш ҡалаһына күсенә һәм туғандары менән йәшәй. 1880-се йылдарҙа ҡайһы бер журналдарҙа уның мемуарҙар баҫтырыла, улар бик тәнҡит менән ҡабул ителә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә