Каратаева Надежда Юрьевна

совет һәм рәсәй театр һәм кино актрисаһы

Каратаева Надежда Юрьевна (25 ғинуар[1] 1924 йыл, Мәскәү10 октябрь 2019 йыл[2], шунда уҡ) — СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актрисаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1981). СССР-ҙың халыҡ артисы Анатолий Папановтың тол ҡатыны. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Каратаева Надежда Юрьевна
рус. Надежда Юрьевна Каратаева
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған ваҡыттағы исеме рус. Надежда Юрьевна Каратаева
Тыуған көнө 25 ғинуар 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 10 октябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Хәләл ефете Анатолий Дмитриевич Папанов[d]
Балалары Елена Анатольевна Папанова[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр
Эш урыны Театр сатиры (Москва)[d]
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР»

Биографияһы үҙгәртергә

Надежда Юрьевна Каратаева 1924 йылдың 25 ғинуарында Мәскәүҙә тыуған[1]. Ата-әсәһенең сәнғәткә бер ниндәй ҙә мөнәсәбәте булмаған: атаһы хәрби кеше, әсәһе ябыҡ ғилми-тикшеренеү институтында лаборантка булып эшләй. Надежда бала сағынан театрҙы яратҡан, мәктәп драма түңәрәктәрендә героиняларҙы уйнаған[3].

1941 йылдың июнендә урта мәктәпте тамамлағандан һуң шунда уҡ, ГИТИС-тың актёрлыҡ факультетына уҡырға инә. Әммә башланған Бөйөк Ватан һуғышы уның пландарын үҙгәртә. Атаһы фронтҡа китә, ә Надежда институтта бер аҙ уҡып, әсәһе менән Новосибирск ҡалаһына эвакуацияға китә. Унда ул сандружинниктар курсын үтә, ә һуңынан хәрби комиссариатҡа барып үҙ ирке менән фронтҡа ебәреүҙәрен һорай. Хәрби госпиталдә эшләй, ә һуңынан Мәскәүҙән яралыларҙы тылға алып китеүсе 74-се ЧитаМәскәүЧита санитар поезында сандружинник була. Яралы һалдаттарға уколдар яһай, яраларын бәйләй, ашарға алып килә, һауыт-һаба йыуа. Вагон буйлап йөрөй уларға хәрби яңылыҡтар һәм шиғырҙаруҡый[3][4].

1943 йылда ГИТИС дәрестәр башлай. Надежда институтҡа әйләнеп ҡайта, унда Анатолий Папанов менән таныша, ул туранан-тура алғы һыҙыҡтан килгән була (сәләмәтлек торошо буйынса комиссия үтмәй). Уға Надежда менән бер курста, шунда уҡ икенсе курста уҡырға тәҡдим итәләр, сөнки унда ир-аттар булмай һәм ҡыҙҙарға этюдтар уйнау мөмкин булмай. 1945 йылдың 20 майында Надежда һәм Анатолий өйләнешәләр[3][4].

1946 йылда Надежда Каратаева ГИТИС-ты тамамлай ( М. Н. Овчининский һәм В А. Орловтың актёрлыҡ курсын)[1].

Институтты тамамлағандан һуң ире менән бергә Литва ССР-ының Клайпеда ҡалаһында Рус драма театрында эшләй[1].

1948 йылда театр режиссёры Гончаров Андрей саҡырыуы буйынса Надежданың ире Мәскәүгә ҡайта, ә Надежда һуңыраҡ килә[3].

1950 йылдан 2014 йылға тиклем Надежда Каратаева сатира Мәскәү академик театры актрисаһы була.

2019 йылдың 10 октябрендә Мәскәүҙә вафат була. Ире Анатолий Папанов менән йәнәш Новодевичье зыяратында ерләнә.

Ғаиләһе үҙгәртергә

Сатира Мәскәү академия театрында 1948 йылдан алып вафатына тиклем уның ире. актёр Анатолий Папанов та уйнай (1922—1987).

1954 йылда ҡыҙҙары, Елена Папанова тыуа, һуңынан Н.Ермолова исемендәге Мәскәү драма театры актрисаһы.

Ижады үҙгәртергә

Театрҙа эштәре үҙгәртергә

Мәскәү Сатира театры үҙгәртергә

Надежда Каратаева театрҙа 1950 йылдан 2014 йылға тиклем эшләй, сәхнәлә күп һанлы спектаклдәрҙә уйнай:

  • «Не ваше дело»
  • «Квадратура круга»
  • «Подруги»
  • «Безумный день, или Женитьба Фигаро»
  • «Старая дева»
  • «Смейтесь, паяцы»
  • «У времени в плену»
  • «Родненькие мои»
  • «Ревизор»
  • «Гнездо глухаря»
  • «Маленькие комедии большого дома»

Фильмографияһы үҙгәртергә

  1. 1966 — Лабиринт (фильм-спектакль) — судья ҡатыны
  2. 1971 — Офицер флота (фильм-спектакль) — ҡарауылсы ҡатын
  3. 1974 — Совесть (1-се серия) — медсестра
  4. 1974 — Маленькие комедии большого дома (фильм-спектакль, сюжет № 1 «Смотровой ордер») — Серафима Ивановна Ива́нова
  5. 1977 — Личное счастье (4-се серия) — участка табибы
  6. 1978 — Таблетку под язык (фильм-спектакль) — Оксана Сметанкина
  7. 1978 — У времени в плену (фильм-спектакль) — илгиҙәр әсәһе
  8. 1982 — Ревизор (фильм-спектакль) — унтер-офицер тол ҡатыны
  9. 1987 — Гнездо глухаря (фильм-спектакль) — Наталья Гавриловна, Судаковтың ҡатыны
  10. 2003 — Подари мне жизнь — Ольганың оләсәһе
  11. 2004 — Лола и маркиз. Виртуозы лёгкой наживы — оләсәй
  12. 2004 — Под небом Вероны — академик ҡатыны
  13. 2005 — Время собирать камни — хужабикә
  14. 2005 — Неотложка-2 (6-сы серия «Мумия») — оләсәй
  15. 2006 — Восемь любящих женщин (фильм-спектакль) — Шанель
  16. 2006 — А вы ему кто? — Таня әбей
  17. 2006 — Врачебная тайна — Некрасова
  18. 20062007 — Любовь как любовь — Кузминична
  19. 2008 — Родные люди (Украина) — Рая әбей
  20. 20092010 — Спальный район — Марья Павловна, мәктәп директоры
  21. 2011 — Сделано в СССР — Катя әбей, Михаилдың күршеһе
  22. 2012 — Инспектор Купер (7-се фильм «Смерть звезды») — Семёновна

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Рамазан Рамазанов. Актриса Надежда «Каратаева: Мне — 90, и это не предел!» Газета «Вечерняя Москва» // vm.ru (25 января 2014 года)
  2. Умерла вдова Анатолия Папанова актриса Надежда Каратаева
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Вдова Папанова: «Играть спектакль Толю привозили под конвоем». Надежда Каратаева рассказывает о своём супруге, известном актёре театра и кино Анатолии Папанове. Журнал «Коллекция. Караван историй», март 2015 года. // 7days.ru (27 марта 2015 года)
  4. 4,0 4,1 Рамазан Рамазанов. Надежда Каратаева: «Папанов сватал меня другу». Архивная копия от 18 май 2015 на Wayback Machine Газета «Вечерняя Москва» // vm.ru (31 октября 2014 года)

Һылтанмалар үҙгәртергә