Канбе́рра[2] (ингл. Canberra, [ˈkænbᵊrə] йәки [ˈkænbɛrə] тип әйтелә[3]) — Австралияның баш ҡалаһы, илдең иң эре эске ҡалаһы. Канберра халҡы 431 826 кеше (2021) тәшкил итә, ә юлдаш ҡалаһы Куинбиан менән Канберра - Куинбиан ҡала агломерацияһы булараҡ халыҡ һаны 462 213 кешегә етә (2021)[4]. Ҡала шулай уҡ Австралияның баш ҡалаһы биләмәһенең (уға ҙур булмаған ауыл хужалығы зонаһы һәм Намаджи милли паркы керә) административ үҙәге булып тора. Канберранан төньяҡ-көнсығышҡа табан 250 саҡрым алыҫлыҡта Сидней, көньяҡ-көнбайышҡа табан 450 саҡрым алыҫлыҡта Мельбурн урынлашҡан.

Ҡала
Канберра
ингл. Canberra
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Австралия

Статус

баш ҡала

Территория

Австралия баш ҡала территорияһы

Координаталар

35°18′10″ ю. ш. 149°08′30″ в. д.HGЯO

Баш министр

Кэтти Галлахер

Нигеҙләнгән

12 март 1913 йыл

Ҡала с

1913 йыл

Майҙаны

814,2 км²

Бейеклеге

578 м

Климат тибы

субтропик муссонлы

Рәсми теле

инглиз

Халҡы

431 826[1] кеше (март 2021)

Тығыҙлығы

530.37 кеше/км²

Сәғәт бүлкәте

UTC+10, йәйге UTC+11

Телефон коды

0251, 0252, 0261, 0262

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

act.gov.au  (инг.)

Канберра (Австралия)
Канберра
Канберра

1908 йылда хәҙерге Канберра биләмәһе Австралия Союзының буласаҡ баш ҡалаһы сифатында һайлана, был илдең ошо статус өсөн конкурентлыҡ иткән ике ҙур ҡалаһы — Сидней менән Мельбурн араһында компромисс була. 1913 йылда башлаған төҙөлөштөң нигеҙе өсөн иң яҡшы дизайнға халыҡ-ара конкурс үткәргәндән һуң, Чикаго ҡалаһынан архитекторҙар Уолтер Берли Гриффин һәм Мэрион Махони Гриффиндың планы алына. Канберраның дизайны тәбиғи үҫемлектәрҙең ҙур зоналарын күҙ уңында тотҡан баҡса-ҡаланың концепцияһына нигеҙләнгән, шул арҡала австралиялылар баш ҡаланы «bush capital» (инглиз теленән «ҡыуаҡлы баш ҡала» тип тәржемә ителә) тип атайҙар. Беренсе бөтә донъя һуғышы һәм Бөйөк депрессия ҡаланың үҫеүенә һәм үҫешенә ҡамасаулауына ҡарамаҫтан, Икенсе донъя һуғышынан һуң Канберра сәскә атҡан ҡалаға әүерелә.

Канберра — Австралия хөкүмәте резиденцияһы, уның биләмәһендә Австралия парламенты, Юғары суд һәм бихисап министрлыҡтар, агентлыҡтар урынлашҡан. Шулай уҡ ҡалала Австралияның Милли галереяһы һәм Австралияның Милли музейы кеүек дәүләт тәғәйенләнешендәге ижтимағи һәм мәҙәни учреждениелар урынлашҡан. Федераль хөкүмәт ҡаланың тулайым продуктына ҙур өлөш индерә һәм Канберрала иң эре эш биреүсе булып тора.

Географияһы үҙгәртергә

Канберра 814,2 км²[5] майҙан биләй һәм Австралияның көнсығыш ярҙарынан яҡынса 150 км алыҫлыҡта Бриндабелла (ингл. Brindabella Ranges) тауҙары янында урынлашҡан. Баш ҡала 550 - 700 м бейеклектәге убалы тигеҙлектә ята. Иң бейек нөктәһе — Маджура тауы (ингл. Mount Majura, 888 м)[6][7]. Канберра эвкалипт саванналарының, болондарҙың, урман райондарының, һаҙлыҡтарҙың һәм ҡоро эвкалипт урмандарының ҡушылған урмандары менән уратып алынған. Ҡала аша Молонгло йылғаһы аға.

Климаты үҙгәртергә

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 41,4 42,2 37,5 32,6 24,5 20,1 19,7 24,0 28,6 32,7 38,9 39,2 42,2
Уртаса максимум, °C 28,0 27,1 24,5 20,0 15,6 12,2 11,3 13,0 16,2 19,4 22,7 26,1 19,7
Уртаса температура, °C 20,6 20,1 17,6 13,4 9,4 6,6 5,6 7,0 9,7 12,8 15,7 18,7 13,1
Уртаса минимум, °C 13,2 13,1 10,7 6,7 3,2 1,0 −0,1 1,0 3,2 6,1 8,7 11,3 6,5
Абсолют минимум, °C 1,3 3,0 −1,1 −3,7 −7,5 −8,5 −10 −8,5 −6,4 −3,3 −1,8 1,1 −10
Яуым-төшөм нормаһы, мм 59,3 56,1 50,8 46,0 44,7 41,1 41,3 46,6 52,3 62,7 64,2 52,5 617,4
Сығанаҡ: Австралийское бюро метеорологии

Канберра ла тау һыҙаттары булған субтропик континенталь климат[8]. Шул сәбәпле Канберрала тәүлек әйләнәһенә температураның ныҡ үҙгәреүе күҙәтелә, ә йәй, ғәҙәттә, артыҡ ҡоро булмай. Ғөмүмән, ҡышын ҡалала ҡар яуа, ләкин ул тиҙ ирей. Сентябрҙән мартҡа тиклем йәшенле ямғырҙар була. Яуым-төшөмдөң максималь күләме яҙ һәм йәй айҙарына тура килә.

Тарихы үҙгәртергә

Европалылар килгәнгә тиклем үҙгәртергә

Хәҙерге Канберра территорияһында Европанан халыҡ килгәнгә тиклем австралия аборигендары — нгуннавал һәм валгалу ҡәбиләләренең төйәге булған. Ҡаланан көньяҡ-көнсығышҡа табан ерҙәрҙә — нгариго, төньяҡҡа — гундунгурра, яр буйҙарында — юни һәм көнбайышта виратюри ҡәбиләләре йәшәгән. Археологик мәғлүмәттәр буйынса, хәҙерге Канберра районында яҡынса 21 000 йыл элек кеше күсеп ултырған.

Европанан тәүге күсенеп килеүселәр үҙгәртергә

1820-се йылдар башында Канберра биләмәһенә Европанан тикшеренеү һәм халҡының күсеп ултырыуы башлана[9][10][11]. 1820 йылдан 1824 йылға тиклем дүрт экспедиция була[10][11]. Районда аҡ тәнлеләр торамаһы иһә 1823 йылға ҡарай, ул саҡта Джошуа Джон Мур тарафынан ялланған эшселәр, әлеге Эктон ярымутрауы территорияһында усадьба йәки һарыҡсылыҡ фермаһы төҙөйҙәр[12]. Рәсми рәүештә был биләмә уның тарафынан 1826 йылда һатып алына һәм «Canberry» тип атала[13]. 19 быуат барышында Канберра районындағы европалылар аҡрынлап арта[14]. Шул уҡ ваҡытта Европанан килеүсе халыҡтың артыу фонында Австралия аборигендарының һаны башлыса сәсәк һәм ҡыҙылса кеүек килтерелгән ауырыуҙар арҡаһында кәмей.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Regional population, 2019-20 (ингл.). Australian Bureau of Statistics. Дата обращения: 10 октябрь 2021. Архивировано 11 апрель 2021 года.
  2. Канберра // Большой энциклопедический словарь (БЭС). — М.: Большая российская энциклопедия.
  3. Macquarie ABC Dictionary. — The Macquarie Library, 2003. — С. 144. — ISBN 1-876429-37-2.
  4. The population of the Australian Capital Territory. Дата обращения: 6 ноябрь 2016. Архивировано 7 ноябрь 2016 года.
  5. Planning Data Statistics. ACT Planning & Land Authority (21 июль 2009). Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 2 август 2008 года.
  6. Lady luck or lucky lady? The Queanbeyan Age (19 июль 2002). Архивировано 3 март 2012 года. 2012 йыл 3 март архивланған.
  7. Canberra Nature Park: Mt Majura Nature Reserve. ACT Government Territory and Municipal Services (2004). Дата обращения: 13 май 2010. Архивировано 26 март 2012 года. 2012 йыл 26 март архивланған.
  8. Climate: Canberra - Climate graph, Temperature graph, Climate table. Climate-Data.org. Дата обращения: 5 сентябрь 2013. Архивировано 16 октябрь 2013 года.
  9. «Canberra - Australia's capital city», Australian Government, 4 February 2010, <http://australia.gov.au/about-australia/australian-story/canberra-australias-capital-city>  2014 йыл 12 февраль архивланған.
  10. 10,0 10,1 Fitzgerald, 1987, p. 5
  11. 11,0 11,1 Gillespie, 1991, pp. 3—8
  12. Gillespie, 1991, p. 9
  13. LETTERS. 6. NSW: National Library of Australia (31 ғинуар 1934). Дата обращения: 8 октябрь 2012. Архивировано 28 июль 2013 года.
  14. Gibbney, 1988, p. 48

Һылтанмалар үҙгәртергә