Канашев Михаил Иванович

Михаил Иванович Канашев (4 (16) сентябрь 1896 йыл — 1917 йылдан һуң) — вахмистр, атаман, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһы Дәүләт Думаһының IV саҡырылыш депутаты (1912—1917), прогрессист.

Канашев Михаил Иванович
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 4 (16) сентябрь 1866
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Оренбургское генерал-губернаторство[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1917
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Прогрессивная партия[d]
Социаль синыф казактар
Хәрби звание атаман[d]
 Канашев Михаил Иванович Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Михаил Иванович Канашев 1896 йылдың 4 (16) сентябрендә Силәбе өйәҙе (Ырымбур губернаһы) Мейәс станицаһының Канашевский ҡасабаһында (хәҙер Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл Армия районының административ үҙәге — Мейәс ауылы) казак ғаиләһендә тыуа. Белеме тураһындағы мәғлүмәттәр айырыла: бер сығанаҡтар буйынса, ул Канашевский ҡасаба мәктәбен тамамлаған[1][2][3], икенләренә ярашлы — өйҙә башланғыс белем генә алған[4].

1884—1886 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үтә[5], 3-сө Ырымбур казак полкында вахмистр булып хеҙмәт итә, ә һуңынан, «льготаға сығып», дүрт йыл яңы саҡырылыштағы йәш казактарҙы өйрәтеү буйынса инструкторҙар була. 1903—1906 йылдарҙа тыуған ҡасабаһы атаманы. Шунан һуң, 1906—1912 йылдарҙа, бөтә Мейәс станицаһы атаманы итеп һайлана. Дәүләт наградаһына лайыҡ була — Станислав таҫмаһындағы «Тырышлығы өсөн» көмөш миҙалы менән бүләкләнә[5].

Ауыл хужалығы менән шөғөлләнә: үҙенең биләмәһендә 25 дисәтинә (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 13) ере була.

 
Канашев Михаил Иванович (1913 йыл тирәһе)

1912 йылда 25 октябрендә Ырымбур губернаһы казак станицаларынан Рәсәй империяһы Дәүләт Думаһы дүртенсе саҡырылышына депутат итеп һайлана. Һайлау ваҡытында 39 — «ыңғай» һәм 22 «ҡаршы» тауыш йыя[6].

Тәүге сессияла Думаның прогрессистар фракцияһына инә, әммә икенсеһендә бойондороҡһоҙ депутаттар төркөмынә ҡушыла[7]. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, был төркөмгә 1914 йылда Ырымбур губернаһынан икенсе депутат — Е. Г. Колбинцев та ҡушыла[8].

Думаның дүрт комиссия ағзаһы була: халыҡ мәғарифы буйынса, һунарсылыҡ, юлдар һәм урындағы үҙидара буйынса (земство буйынса). Һуңыраҡ, күпселек прогрессистар менән бергә, Прогрессив блокка керә.

1913 йылдың 3 декабрендә «Төньяҡ Кавказ мосолмандары өсөн айырым диниә назараты (мөфтиәт) булдырыу тураһында» ҡануниәт проектына ҡул ҡуйған 39 парламентарий араһында була. Ул ваҡытта кавказ мосолмандары рәсми рәүештә Ырымбур диниә назараты ҡарамағында була. Закон проектына шулай уҡ Ырымбур депутаттарынан М. И. Гродзицкий һәм Н. Д. Кудрявцев ҡул ҡуя[9].

Артабанғы, «Думанан һуңғы» яҙмышы билдәһеҙ.

Ғаиләһе үҙгәртергә

1912 йылда никахта тора, ике улы була.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Архив сығанаҡтары
  • Страница Ҡалып:Шаблон:Comment/styles.css не имеет содержания.РГИА. Ф. 1278. Оп. 9. Д. 321.
  • Об учреждении особого духовного правления (муфтиата) для мусульман Северного Кавказа и об упразднении горских словесных судов в Терской и Кубанской обл. 1913 г. Канцелярия наместника на Кавказе // ЦИАГ. Ф. 13. Оп. 11. Д. 233. Л. 10—11.