Калоев Борис Александрович

Калоев Борис Александрович (15 февраль[1] 1916 йыл, Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы — 23 октябрь[1] 2006 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй этнографы[1], тарих фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының Кавказ бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре[2]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнеүсе.

Борис Александрович Калоев
осет. Калоты Барис
Файл:Борис Александрович Калоев.png
Тыуған көнө

15 февраль 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй Федерацияһы, Төньяҡ Осетия Байком ауылы

Вафат булған көнө

23 октябрь 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (90 йәш)

Вафат булған урыны

Мәскәү

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге

этнограф

Атаһы

Александр Борисович Калоев

Наградалары һәм премиялары
1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

1916 йылдың 15 февралендә Байк Закин тарлауығы Байком ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған[3]. Коста ауылында Борис Александрович ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай[4]. 1931 йылда рабфакка уҡырға инә (Дондағы Ростов), 1936 йылда рабфакты уңышлы тамамлап Ростов дәүләт университетының тарих факультетына уҡырға инә[4]. 1937 йылда Төньяҡ-Осетия дәүләт педагогия институтының тарих факультетына күсә. 1940 йылда уңышлы тамамлай[4]. Институтты тамамлағандан һуң армия сафына алына, 1941 йылдың февралдә — Кавказ аръяғы хәрби-сәйәси училище курсанты була. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында ҡатнаша, ауыр һуғыш йылдарында Дондағы Ростов, Таганрог, Донбассты азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғышта яралана. I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм 15 миҙал менә наградлана[4].

1945 йылдың 24 июнендә Борис Александрович Мәскәү ҡалаһында Еңеү Парадында ҡатнаша[4].

1948 йылда Мәскәүҙә аспирантурала уҡый (СССР ФА этнография институты)[4]. Диссертация яҡлап: 1951 йылда «Моздок осетиндары (тарихи-этнографик тикшеренеүҙәр)» тигән темаға кандидат диссертацияһы, 1969 йылда «Осетиндар. Этнографик характеристикаларын һәм этногенез проблемалары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[3].

1950-2006 йылдарҙа А. Калоев СССР Фәндәр академияһының этнография институтының Кавказ секторында кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәр, әйҙәүсе һәм төп ғилми хеҙмәткәр вазифаларын башҡара[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә