Каллиграфия (грек. καλλιγραφία — "матур яҙыу") — рәсем сәнғәтенең бер тармағы. Уны матур яҙыу сәнғәте тип тә йөрөтәләр[1]. Заманса билдәләмәһе шундай: "билдәләрҙе тойғоло, аһәңле һәм оҫта итеп биҙәү сәнғәте"[1]; ҡулдан яҙыу оҫталығы; матур, оҫта яҙыу сәнғәте йәки һөнәре[2]; таҙа һәм матур яҙыу оҫталығы [3].

 Яҙыу тарихы — ул кешенең техник мөмкинлектәре, мәғлүмәт тапшырыу тиҙлеге, матди наҡыҫлыҡтары, ваҡыт һәм арауыҡ ҡыҫаларында  эстетик төшөнсәләрҙең  үҫеше тарихы[4]. Имлә стиле ғәҙәттә шрифт, ҡул йәки алфавит тип тасуирлана[5][6].

Хәҙерге заман каллиграфияһы ярайһы уҡ күп төрлө — ул ҡәҙимге асылмаларҙа ҡулдан яҙылғандарҙан  башлап тойғоларҙы сағылдырғанда билдәләрҙең аныҡ хәреф һүрәтләнешен юғалта төшөүе хас булған юғары сәнғәткә тиклемге даирәне биләй[1]. Классик каллиграфия шрифтлы эштәрҙән һәм ҡалыплашмаған ҡулъяҙма төрҙәренән ныҡ ҡына айырыла, хәйер, каллиграф уныһын да, быныһын да эшләй белергә тейеш; хәрефтәрҙең рәүеше борон барлыҡҡа килгән, ләкин ҡул менән яҙған саҡта улар көтөлмәгән үҙгәрештәр ҙә кисерә[7][8].

Әле каллиграфия башлыса саҡырыу асылмаларында һәм туй ҡотлауҙарында, шулай уҡ граффитиҙа, шрифтарҙа, ҡулдан яҙылған логотиптарҙа, дини сәнғәттә, график дизайнда, таштарҙағы уйылма яҙыуҙарҙа һәм тарихи документтарҙа йәшәй. Каллиграфияны телевидениела биҙәү алымы сифатында, шулай уҡ ҡылыҡһырлама, тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм башҡа документтарҙа ҡулдан яҙыу ихтыяжы булғанда ла ҡулланалар.  

 "Urkunde" (таныҡлыҡ) тигән немец һүҙенең каллиграфик яҙылышы

Көнбайыш Европа каллиграфияһы үҙгәртергә

Европа каллиграфияһы грек-рим яҙмаһы йүнәлешендә  үҫә. Уның әлегә тиклем файҙаланылыусы классик өлгөләре антиклыҡ дәүерендә үк ҡулланылған. Тәүге алфавиттар  беҙҙең эраға тиклем өсөнсө мең йыллыҡта барлыҡҡа килгән. Этруск алфавиты латин алфавитының элгәре булған. Тәүҙә тик баш хәрефтәр генә ҡулланылған, ә юл хәрефтәре һуңынаныраҡ, Каролингтар осоронда барлыҡҡа килгән. 

Христианлыҡ таралыуы Көнбайышта каллиграфия сәнғәтен үҫергән, сөнки Библияны һәм башҡа дини текстарҙы күпләп күсереп яҙырға тура килгән. Каллиграфия сәнғәтенең айырыуса сәскә атҡан осоро VII—IX быуаттарға Ирландияға һәм Шотландияға  тап килгән, унда монахтар һүрәттәр менән биҙәлгән Инжил китаптарын эшләгән. Был китаптар Урта быуаттар сәнғәте хазинаһы булып тора. 

Көнбайышта барлыҡҡа килгән гот яҙмаһы каллиграфия кәүҙәләнеше тип иҫәпләнә. 

Көнсығыш Азия каллиграфияһы үҙгәртергә

 
Сун династияһы осорондағы  каллиграфия өлгөһө (1051—1108), шағир Ми Фу автографы

Каллиграфия идеографик яҙмалы илдәрҙә (бөтәһенән элек Ҡытай, Корея,  Японияла), шулай уҡ мосолман илдәрендә үҙенсәлекле үҫеш ала. 

Көнсығыш Азияла каллиграфия өсөн тушь менән ҡылҡәләм ҡулланыла. Унда каллиграфия (ҡыт. 書法, шуфа, яп. 書道, сёдо:, кор. 書藝, сое, йәғни «яҙыу юлы») бик мөһим сәнғәт, һынлы сәнғәттең нәзәкәтле төрө тип һанала. Каллиграфия һынлы сәнғәттең уныҡына оҡшаш техникалы (тушь) ҡайһы бер стилдәренә лә йоғонто яһай (мәҫәлән, Япониялағы һәм Ҡытайҙағы Суми-э). Ҡытайҙа каллиграфия теориялаштырылған беренсе сәнғәт төрө булып тора (Цуй Хуань 77-142; Чжао И 178?; Цай Юн, 133—192).

Япон каллиграфияһы үҙгәртергә

Японияла каллиграфик яҙыу  VII быуатта ҡытай стилдәре нигеҙендә хасил була. Япон каллиграфтары ябайыраҡ һәм хислерәк бер нисә яңы стиль ижад итә. Япон идеограммалары тотош төшөнсәләрҙе бирә, улар тәрән фәлсәфәүи мәғәнәгә эйә һәм кешеләрҙең структуралы-образлы аңын үҫтерә.  Эдо дәүерендә (1600—1868)  кабуки-модзи һәм дзё-рури-модзи стилдәре барлыҡҡа килә, улар Кабуки һәм Дзёрури театрҙарының программаларын һәм афишаларын эшләүҙә файҙаланыла. [9].

Япон каллиграфияһы сәнғәте ифрат ҙур иғтибар һәм башҡарыу ижадкәрлеген талап итә. Уға  дзэн-буддизм йоғонтоһо ла ҙур була, дзэнда ул медитация сараһы, танып белеү юлы һәм остаздың рухи мираҫы булып тора[9].

Хәҙерге заман япон каллиграфияһы күп быуатлыҡ традицияларҙы һаҡлай һәм улар нигеҙендә яңы йүнәлештәр тыуҙыра. 1948 йылда Хәҙерге заман каллиграфияһы оҫталары ассоциацияһы ойошторола. Ул әле лә каллиграфия өлкәһендә төп берекмәләрҙең береһе һанала. Был ойошма йыл һайын күргәҙмәләр үткәрә, уларҙа боронғо өлгөләрҙең күсермәләре, хәҙерге заман оҫталарының һәм данлыҡлы каллиграфтарҙың эштәре күрһәтелә. 

1950-се йылдар башында каллиграфияның абстракт йүнәлеше барлыҡҡа килә. Был стилдә яҙылған иероглифтар ғәмәлдә аныҡ мәғәнәһен юғалта һәм хис-тойғоло сәсәнлеккә этәргес бирә. Абстракт каллиграфия авторҙың уй-фекерҙәрен, хис-тойғоларын, кәйефен тамашасыға асыҡтан-асыҡ һәм туп-тура тапшыра, шул уҡ ваҡытта традицион ҡылҡәләм һәм тушь менән эш итеү  мәҙәниәтен  дә һаҡлай[9].

Ғәрәп каллиграфияһы үҙгәртергә

 
Ғәрәп каллиграфияһы

Ғәрәп каллиграфияһы (ғәр. хатти йәки хутут) ислам сәнғәтендә айырым урын биләй. Ул Ҡөрьәнде күсереп яҙыу нигеҙендә барлыҡҡа килә.  Шул сәбәпле яҙма һүҙ изге мәғәнә ала. Ҡазый Әхмәт ибн  Мирмунши әл-Хөсәйен (16 б.) әйтеүенсә, «мосолман Шәреғендә яҙма  һүҙҙә илаһи хикмәт күреү Ҡөрьәнде күсереп яҙыуҙа ла гонаһтарҙан ярлыҡау ҡеүәһе барлығына инандыра». Урта быуат хакимдарының күбеһе Ҡөрьән күсерергә ниәтләп нәҙер әйтер булған, әммә бының өсөн каллиграфия оҫталығына өйрәнеү талап ителгән.  IX быуатта Бағдад хәлифтәре күпләп китап йыя һәм махсус үҙәктәр төҙөй башлай  (ғәр. «Дар әл-хикмә» — аҡыл йорто), уларҙа тәржемәселәр һәм күсереп яҙыусылар хеҙмәт итә. Ошо арҡала XIII быуатта Бағдадта тиҫтәләрсә мең китаплы китапханалар барлыҡҡа килә. Пергамент урынына ҡағыҙ ҡуллана башлағас, күп һанлы оҫталар Ҡөрьән күсереү, грек, пәһләүи, копт телдәренән тарих, медицина буйынса китаптарҙы тәржемә итеү менән шөғөлләнә. Һүрәтле, географик карталы китаптар барлыҡҡа килә. Артабан ғәрәп авторҙарының  шиғри йыйынтыҡтары, дивандары (шәжәрә тупланмалары) һәм башҡа әҫәрҙәре донъя күрә башлай[10].

Үҙенсәлектәре

Ҡөрьән әҙәм, януар йә Алла һүрәтен төшөрөүҙе тыя, шунлыҡтан Аллаға рәсем аша табыныу дәһрилеккә, йәғни аллаһыҙлыҡҡа тиң тип ҡарала. Был ҡағиҙә хатта дингә ҡағылышы булмаған заттарға ла ҡағыла. Әммә каллиграфик яҙмала һын-һүрәттәр ҡулланыу рөхсәт ителә. 

Каллиграфик стилдәр

Тәүҙә ғәрәптәр хижази стилен ҡуллана. Тора-бара яңы ысулдар хасил ителә, уларҙың күпселеге «күркәм алтау»ҙың төрләнештәре булып тора. Күркәм алтау — ул алты ҡануни почерк: нәсх (ғәр. الخط النسخ‎‎), мөхәккәк, сүлс (ғәр.  الخط الثُلُث‎‎), рүҡә (ғәрخط الرقعة‎‎), рәйхани һәм тәүҡи. Һәр береһе билдәле бер даирәлә ҡулланыла. Мәҫәлән, дивани яҙыуы менән (ديواني) дипломатик документтар яҙылған, рүҡә көнкүрештә ҡулланыуға тәғәйенләнгән, ә нәстәлиҡ  (ғәр. تعليق‎)  менән Ҡөрьән тәфсирҙәрен яҙғандар. Хижази нигеҙендә хасил ителгән күфи яҙмаһы (ғәр. الخط كوفي‎‎) әле булһа архитектурала һәм ҡулланма сәнғәттә файҙаланыла.

Яҙыу стиле төрлө сәбәптәргә бәйле булған. Яҙыу ваҡыты ла, оҫта ла, хатта ҡараның төҫө лә әһәмиәтле һаналған. Ҡайһы бер каллиграфтар Ҡөрьән күсереү өсөн Мәккәлә булып ҡайтҡан ҡараларҙы ғына тотонған. Мосолман донъяһында китаптың абруйы артҡан һайын тиҙ яҙыу стилдәре нығыраҡ тарала барған. Һуңғыраҡ осор манускриптарының күпселеге рүҡә яҙыуы менән яҙылған[10].

Нисбәттәр

Каллиграфияны теүәл фәндәр рәтенә ҡуйыр булғандар[10]. Һүҙҙәрҙе яҙған саҡта вертикаль хәрефтәрҙең бейеклеге, һүҙҙең юлдың ни тиклем өлөшөн алыры иҫәпләнгән. Хәрефтәрҙең киңлеге  (яҙыу үҙенсәлегенә ҡарап) ике йә өс ромб тәшкил иткән[11]. Нисбәтте төҙөү ҡағиҙәһе ғәрәп алфавитының беренсе хәрефе булған «әлиф»тең үлсәменә нигеҙләнә. Ул вертикаль һыҙыҡ рәүешендә яҙыла. Каллиграфияла үлсәү берәмеге итеп ғәрәп нөктәһе алынған, ул оҫтаның төп эш элементы тип һанала. Әлифтең бейеклеге өстән ун икегә тиклем нөктәнән тора, нөктәләрҙең һаны стилгә һәм каллиграфтың яҙыу үҙенсәлегенә бәйле була. Әлифтең киңлеге бер нөктәгә тиң. Әлиф шулай уҡ бөтә ғәрәп хәрефтәрен яҙып ҡуйырлыҡ түңәрәк булып та хеҙмәт итә. Шулай итеп, нисбәттең нигеҙен әлифтең бейеклеге менән киңлеге һәм түңәрәк хасил итә, был  өс элементтың үлсәмдәрен оҫта үҙе сығара. 

Каллиграммалар

Семәрле каллиграммалар яҙыу өсөн оҫталар Ҡөрьәндең киң таралған өҙөктәрен ҡуллана. Ҡайһы берҙә был каллиграммаларҙа текстың көҙгөләге сағылышы кеүек тағы бер өлөшө була.  [10].

Каллиграфтар

Каллиграфия оҫталары ғәрәп мосолман донъяһында күп була. Улар араһында иң билдәлеләре: Хәлид ибн әл-Хайядж, әл-Фәрәхиди (VII б.), әл-Дахак, әл-Ишәк, Әхмәд әл-Ҡәлби, Ибраһим менән Йософ әл-Шараджи, Әхүәл әл-Мөхәррир (IX б.), Мөхәммәт ибн Али ибн Мүклә, Ибраһим әс-Сүли (X б.), Әбел-Хәсән Али ибн әл-Бәүүәб (XI б.), Фатима әл-Бағдади һәм Шүһдә бинт әл-Абнари (XII б.), Яҡут әл-Мөстәсими (XIII б.), әл-Ҡалҡашанди (XV б.) һ.б. Иң оҫта каллиграф тип Яҡут әл-Мөстәсими (1203—1298) табылған. Ул каллиграфия стилдәре системаһын һәм уның серҙәренә өйрәтеү методикаһын да эшләгән[10].

Әрмән каллиграфияһы үҙгәртергә

 
 
1. Әрмән алфавитының За хәрефе 1197 йылғы ҡулъяҙмала.
2. XVII быуат ҡулъяҙмаһынан өҙөк

Вагаршапат ҡалаһы әрмән каллиграфияһының һәм ҡулъяҙма китабының тәүге үҙәге була. Тарихҡа әрмән каллиграфияһы менән ҡулъяҙма сәнғәтенең 1500-ҙән ашыу үҙәге билдәле[12], улар төрлө осорҙа барлыҡҡа килгән һәм ҙурлығы буйынса ла төрлө булған. Иң әһәмиәтлеләре Вагаршапат, Сюник (Татев, Гладзор һ.б.), Вараг, Нарек, Аргин, Ахпат, Санаин, Ахтамар, Гетик, Гошаванк, Хоранашат, Хор Вирап, Глак ҡала-ауылдарында, шулай уҡ  Муш, Ерзнка,  Карин,  Карс, Апракунис, Адана, Ван, Битлис, Яңы Джульфа һәм башҡа монастырҙарҙа урынлашҡан булған[12].

Һинд каллиграфияһы үҙгәртергә

Һиндостанда яҙыу тарихы беренсе император Ашока (б.э.т. 3 б.) осоронан баш ала. Ашока үҙ ҡулы аҫтында булған халыҡтарҙың бөтә тормош-көнкүрешен, йәшәйешен солғарлыҡ хоҡуҡ ҡағиҙәләрен иғлан итә. Был ҡағиҙәләр ташҡа уйып яҙыла. Тиҙҙән Кхарости һәм Брахми тигән ике яҙыу системаһы барлыҡҡа килә. Брахми хәҙерге осорҙағы деванагари  («Аллалар ҡалаһынан килгән шрифт») шрифтының нигеҙе булып тора. Дини текстарҙа девангари һирәк ҡулланыла. Һиндтәр баҡыр таҡталарға, ағас ҡағыҙына, пальма япраҡтарына яҙыр булған [13].

Матур каллиграфик яҙыу сәнғәте  15-16 быуаттарҙа мосолмандар менән бергә килә. Ошо осорҙа мәктәптәр асыла, оҫталар эшенә,  файҙаланылған материалдарға, буяуҙарға, туштарға төп талаптар барлыҡҡа килә. Һиндостандың һәр төбәгенә үҙ стиле хас була. Мәҫәлән, Бенгалияла — туғра стиле, Һиндостандың көнсығышында һәм Гуджаратта  — тәүки, нәсх, риҡә, көньяғында нәстәлиҡ стилдәре киң тарала[13].

Һинд оҫталары каллиграфик яҙмаларын төрлө материалдарға төшөрә. Улар ташҡа, ҡағыҙға, тәңкәләргә, туҡымаға һ. б. яҙа [13].

Материалдар һәм эш ҡоралдары үҙгәртергә

Яҙыу өсөн кәм тигәндә ҡағыҙ, перо һәм тушь кәрәк. Шулай уҡ төрлө төҫтәге пасталы авторучкалар, акварель, гуашь, ҡара, буяулы баллонсыҡ (граффити өсөн), пастель, күмер һ. б. ҡулланыла ала. 

Перо барлыҡҡа килгәнсе яҙыу билдәләре ташҡа уйыла, таяҡ менән балсыҡҡа яҙыла. Сағыштырмаса ҡаты өҫлөктәргә билдәләрҙе төшөрөүҙең төрлө ысулдары таралыу ала  (ҡайын туҙына, балауыҙға яҙыу). Беренсе перолар шәкәр ҡамышынан яһала. Урта быуаттарҙа нигеҙҙә ҡаҙ ҡанатынан алынған ҡауырһын ҡулланыла. 18 быуатта ҡорос перо барлыҡҡа килә.  

Каллиграфия алымдары үҙгәртергә

Каллиграфияның төрлө алымдары бар. Кәкерсәктәр, ҡойроҡсалар, ырғаҡтар, ҡаты һәм йомшаҡ штрихтар, тулҡынлы һәм һыныҡ һыҙыҡтар, мөйөшләп яҙыу, хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе геометрик фигураларға йә башҡа төрлө арауыҡҡа урынлаштырыу, ҡайһы бер хәрефтәрҙе ҡатлап, ҡалғандарын ҡатламай ғына яҙыу, һүҙҙәрҙе йә хәрефтәрҙе ниндй ҙә булһа һын ҡиәфәтенән индереү (ғәрәп каллиграфияһы), рамдарға алыу, хәрефтәрҙе икешәр йә өсәр ҡат ҡатлау, хәрефтәрҙең ҡайһы бер һыҙыҡтарына йәнәш башҡа төҫ менән һыҙыҡтар өҫтәү һ. б. ҡулланыла. 

Каллиграфияның үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Каллиграфия, ҡағиҙә булараҡ, яҙманы ҡатмарлаштыра, уҡыуҙы ҡыйынлаштыра, ләкин күркәмләндерә.  Ҡайһы берҙә каллиграфия яҙманы уҡып булмаҫлыҡ итеп үҙгәртә  — бындай каллиграфияны документтарҙа ҡулланыу тыйыла.

Каллиграфияны ҡулланыу үҙгәртергә

 
Мальмё ҡалаһындағы каллиграфия рәүешле тег өлгөһө

Каллиграфия күп төрлө рәсми булмаған документтарҙа, мәҫәлән, асылмаларҙа, тыуған көнгә ҡотлауҙарҙа һ. б. ҡулланыла.  Ләкин рәсми документтарҙа уның иң еңел һәм һәр кемгә аңлайышлы алымдары ғына ҡулланыла ала. Йәнә имза кеүек итеп һалынан граффитиҙар  йыш ҡына каллиграфияға оҡшаш була, уның тик штрихтары ғына ҡалыныраҡ.

Каллиграфия музейҙары үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 Mediavilla 1996
  2. Русско-башкирский словарь по изобразительному искусству (Р.Р.Фатихов)
  3. Русско-башкирский словарь терминов и понятий по черчению (Ф.М.Бикбаев, 2008)
  4. Diringer 1968
  5. Fraser and Kwiatkowski 2006
  6. Johnston 1909
  7. Pott, 2006 и 2005
  8. Zapf 2007 и 2006
  9. 9,0 9,1 9,2 Каллиграфия // Япония от А до Я. Энциклопедия. — EdwART, 2009.
  10. 10,0 10,1 10,2 10,3 10,4 Ольга Бибикова. Каллиграфия / Исламское (мусульманское искусство). Энциклопедия Кругосвет. Дата обращения: 28 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года.
  11. ромб, образованный при прикосновении косо заточенной тростниковой палочки к бумаге, в арабской каллиграфии берётся за эталон отсчета
  12. 12,0 12,1 Армянская советская энциклопедия. — 1977. — Т. 3. — С. 237.
  13. 13,0 13,1 13,2 Индийская каллиграфия или танец в письме. Дата обращения: 29 апрель 2013. Архивировано 29 апрель 2013 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Дирингер, Давид (1968) The Alphabet: A Key to the History of Mankind 3rd Ed. Volume 1 Hutchinson & Co. London.
  • Fraser, M., & Kwiatowski, W. (2006) Ink and Gold: Islamic Calligraphy. Sam Fogg Ltd. London.
  • Johnston, E. (1909) Manuscript & Inscription Letters: For schools and classes and for the use of craftsmen, plate 6. San Vito Press & Double Elephant Press 10th Impression.
  • Mediavilla, C. (1996) Calligraphy. Scirpus Publications.
  • Pott, G. (2006) Kalligrafie: Intensiv Training Verlag Hermann Schmidt Mainz.
  • Pott, G. (2005) Kalligrafie:Erste Hilfe und Schrift-Training mit Muster-Alphabeten Verlag Hermann Schmidt Mainz.
  • Zapf, H. (2007) Alphabet Stories: A Chronicle of technical developments, Cary Graphic Arts Press, Rochester, New York.
  • Zapf, H. (2006) The world of Alphabets: A kaleidoscope of drawings and letterforms, CD-ROM.
  • Китайский язык. Практический курс для начинающих (основы каллиграфии).(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 22-05-2013 (1091 день))
  • Соколов-Ремизов С. Н. «Куанцао» — «Дикая скоропись» Чжан Сюя 2007 йыл 15 сентябрь архивланған. // Сад одного цветка: Сб. статей и эссе. М.: Наука. Главная редакция восточной литературы, 1991, с. 167—196. ISBN 5-02-016750-9
  • Маслов А. Каллиграфия: образы иного в потёках туши 2007 йыл 20 август архивланған. // Маслов А. А. Китай: колокольца в пыли. Странствия мага и интеллектуала. — М.: Алетейя, 2003, с. 251—260. ISBN 5-98639-025-3
  • Беляев И. С. Практический курс изучения древней русской скорописи для чтения рукописей XV-XVIII столетий. Изд. 2-е, исправленное и дополненное. М.: Синодальная типография, 1911 — [6], 100 с.: ил.
  • Богдеско И. Т. Каллиграфия. — СПб.: Агат, 2005. ISBN 5-91044-001-2
  • Горячева И. А. Церковнославянские прописи и уроки орнамента. — М.: Издат. Мос. Патр., 2010. ISBN 978-5-88017-155-2
  • Кауч М. Творческая каллиграфия. — М.: Белфакс, 1998. ISBN 985-407-090-5
  • Клеминсон Р. Каллиграфия. Рукописные шрифты Запада и Востока. — М.: Контэнт, 2008. ISBN 978-5-98150-196-8
  • Ноордзей Г. Штрих. Теория письма. — М.: Д. Аронов, 2013. ISBN 978-5-94056-029-6
  • Печинский А. И. Руководство к изучению круглого ленточного (ronde) шрифта / Сост. А. И. Печинским. — 3. изд., значит. доп. — СПб. : Картогр. заведение А. А. Ильина, 1906. — 25 л.: ил.;
  • Палеографический альбом: Учеб. сборник снимков с рукописей рус. документов XIII-XVIII вв. Сост. В. А. Петрова ; Под ред. проф. С. В. Валка. — [Ленинград]: [Изд-во Ленингр. ун-та], [1968]. — 94 с.: факс.;
  • Проненко Л. И. Каллиграфия для всех. — М.: Книга, 1990. — 247,[1] с.: ил.; ISBN 5-212-00287-7 (В пер.)
  • Семченко П. А. Основы шрифтовой графики. — Мн.: Выш. школа, 1978.
  • Таранов Н. Н. Искусство рукописного шрифта. — М.: Издательство МПИ, 1991. — 154,[1] с.: ил.;
  • Таранов Н. Н. Рукописный шрифт. — Львов: Вища школа, 1986.
  • Таранов Н. Н. Методические указания по выполнению практических работ по курсу «Искусство шрифта». — Волгоград, «Перемена», 2005.
  • Тоотс В. Современный шрифт. — М.: Книга, 1966. — 255, [16] с.: ил.;
  • Художественные шрифты и их построение: Руководство по начертанию каллиграфических надписей и шрифтов для чертежей, диаграмм, плакатов, книжных украшений и пр. / Редакция А. М. Иерусалимского; Работы художников: Е. Д. Белухи, А. А. Горобова, Е. М. Иерусалимской... [и др.].— Л.: Благо, 1927. — 64, [40] с.: ил.
  • Чобитько П. П. Азбуковник: Азбука Древнерусского Письма. — СПб. — М.: 2008. — 112 с., с.: ил.
  • Цапф Г. Философия дизайна Германа Цапфа. Избранные статьи и лекции о каллиграфии, шрифтовом дизайне и типографике. — М., 2013. 260 с. ISBN 978-5-98062-067-7
  • Кашевский, П. А. Шрифты. — Мн. : ЛіМ, 2012. — 192 с.
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «каллиграфия» мәҡәләһе бар

Һылтанмалар үҙгәртергә