Калганов Алексей Нестерович

Калганов Алексей Нестерович (25 март 1921 йыл16 апрель 1990 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкының орудие командиры, гвардия өлкән сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Курск ҡалаһының почётлы гражданы.

Калганов Алексей Нестерович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 март 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Ҡуғанаҡ, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 16 апрель 1990({{padleft:1990|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание старшина[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Советтар Союзы Геройы I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены III дәрәжә Дан ордены II дәрәжә Дан ордены

Биографияһы үҙгәртергә

Алексей Нестерович Калганов 1921 йылдың 25 мартында Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ҡырмыҫҡалы районы Яңы Ҡуғанаҡ ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәптә 7 класты тамамлай, һуңынан колхозда эшләй.

1942 йылдың майынан Бөйөк Ватан һуғышында: Воронеж, Брянск, Үҙәк, 1-се Белоруссия фронттарында һуғыша. Яралана, контузия ала.

Берлинға килеп ингән ерҙәрҙәге һуғыштарҙа һәм урам һуғышында батырлыҡ күрһәтә. 1945 йылдың 23-25 апрелендә расчет менән туранан-тура төҙәп 2 танкты, 3 зенит орудиеһын, 2 пулеметты, 15 фаустник, автоматсылар төркөмөн юҡ итә. Һуғыштарҙың береһендә яралана, әммә сафта ҡала, фашистарҙың тағы ике танкын яндыра һәм бер нисә һалдатын юҡ итә.

1945 йылдың 31 майында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[1][2]

1946 йылда демобилизациялана. Ауыл хужалығы етәксе хеҙмәткәрҙәренең партия мәктәбен тамамлай. 1967 йылда Өфөгә килә, бындағы витамин заводында эшләй.

1990 йылдың 16 апрелендә вафат була. Өфөлә ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 20, л. 199, 200)
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046, д. 170, л. 5)
  3. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1726, л. 4, 70, 71)
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 1984, л. 143, 144)
  5. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 5364, л. 3, 67, 68)
  6. Карточка награждённого к 40-летию Победы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында

Һылтанмалар үҙгәртергә