Казбек

стратовулкан, Кавказдың иң көнсығыш биш мең м бейеклектәге түбәһе

Казбек (ҡарас.-балҡ. qaz/ chaz/ qas + bek — «еңелмәҫ юлбашсы»[4]; груз. მყინვარწვერი [Мкинварцвери] — боҙ пик (түбә), йәки {{lang-ka2|მყინვარი — Мкинвари[5]; осет. Сæнайы хох; ингуш. Башлоам — иреүсе тау; чеч. Башлам — потенциаль әүҙем[6] стратовулкан,[7], иң көнсығыш Кавказ тауҙарының, иң көнсығыш биш меңлеге пятитысячник, Балтик бейеклек системаһында 5033,8 м.[8]. Үҙәк Кавказдың көнсығыш өлөшөндә Рәсәй һәм Грузия сигендә, Хох һыртының көнсығыш өлөшө]]ндә[9] урынлашҡан. Һуңғы тапҡыр вулкан б. э. т. 650 йылда урғылған[10].

Казбек
груз. მყინვარწვერი
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мцхета-Мтианети һәм Төньяҡ Осетия — Алания
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 5033 метр[1][2]
Тау һырты Оло Кавказ һәм Хохский хребет[d]
Яҡынса бейеклеге 2373 метр[3]
Топографическая изоляция 113,6 km[3]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән трахит[d]
Карта
 Казбек Викимилектә

Тау эргәһенән Хәрби-Грузин юлы үтә[11].

Казбектың Дарьяль тарлауығы (3600 метрлыҡ) яғы битләүендә бер өлөшө бәләкәй тау төйәге итеп яңынан ҡоролған (эшләмәүсе) метеостанция урынлашҡан [12].

Исеме үҙгәртергә

Тикшеренеүсе В. А. Никонов тауҙың исеме тураһында бына нимә яҙа:

«XIX быуат башында тау итәгендәге ауылға ингән биләмәләр кенәз Казбек ҡулында булған, уның исеме Казбеги ауылының атамаһы булып киткән, ауыл исемен рустар тау атамаһы итеп алған»[13].

Грузин атамаһы — Мкинварцвери (йәки ябай әйткәндә, Мкинвари) һәм «боҙло түбәле тау» йәки «боҙло түбә» тип тәржемә ителә. Казбектың осетин атамаларының береһе — Урсхох — һүҙмә-һүҙ «аҡ тау» тигәнде аңлата[14]тип тәржемә ителә[15]. Тауҙың ингуш һәм чечен атамаһы — инг. Баш-лоам / чеч. Баш-Лам «иреүсе тау».[16]. Ҡабарҙы телендәге атамаһы: Къазбэч (халыҡ араһында шулай уҡ «Бралыч» һәм «Iуашъхьэмахуэ цӏыкӏу» — «Кесе Эльбрус» булараҡ билдәле)[17]. Сармак (Саьрмак) бижийна корта — аждаһа ятҡан түбә[18].

Тикшеренеүҙәр үҙгәртергә

Казбек түбәһенә (көньяҡ-көнсығыш битләүенән) тәүге тапҡыр 1868 йылда инглиздәр — 23 йәшлек Д. Фрешфильд, Туккер һәм А. У. Мур күтәрелгән.

Казбек түбәһен буйһондороусы һәм унда тәүге геологик һәм метеорологик тикшеренеүҙәр башҡарған тикшеренеүсе рус геодезисы А. В. Пастухов (1889, төньяҡтан Генал-Дон боҙлоғонан) булған. Уның менән бергә түбәгә 60 йәшлек оҙатыусы осетин Царахов Тепсарико ла барып етә. Тикшеренеүселәр түбәгә ҡыҙыл байраҡ ҡаҙаған, һәм һауа торошо яҡшы булғанда, ул Владикавказ ҡалаһында күренә.

1891 йылда шул уҡ маршрут буйынса Готфрид Мерцбахер[19].үткән.

Казбек түбәһенә 1923 йылдың 28 авгусында Георгий Николаевич Николадзе инициативаһы менән күбеһенсә Тбилиси университеты студенттарынан (СССР-ҙа беренсе), 18 кешенән, торған совет экспедицияһы күтәрелгән.

2007 йылда ЮНЕСКО эгидаһы аҫтында Төньяҡ Осетияла үткән «Тау территорияларын тотороҡло үҫтереүҙә инновацион технологиялар» VI халыҡ-ара конференцияһында геологтар 2002 йылдың 20 сентябрендә Кармадон тарлауығы һәләкәте буйынса биш йыл алып барылған тикшеренеүҙәргә йомғаҡ яһаны. Конференция материалдарында хәбәр ителеүенсә, тикшереү күрһәтеүенсә «Йоҡлаған Казбек вулканының Колка боҙлоғона газ-динамик йоғонто яһауы ҡот осҡос „көс“ сығарып ташланышына килтергән»[20].

2004 йылда Мезмай мәмерйәһендә, фараздарҙың береһе буйынса, бынан 40 мең самаһы йыл элек «вулкан ҡышына» һәм неандерталсыларҙың юҡҡа сығыуына алып килгән Италиялағы Флегрей ҡырҙарындағы супер урғылыу һәм Көньяҡ Карпатта Изге Анна вулканының урғылыуы менән бер осорҙа Казбектың да урғылыуын дәлилләгән вулкан көлө табылған[21].

Боҙлоҡтар үҙгәртергә

Казбектың бөтә тупламаларынан массивынан да өҙөлгән көслө боҙлоҡ төрлө яҡтарға төшә[22]:

  • Гергет — көньяҡ-көнсығышта,
  • Чача — төньяҡта,
  • Девдорак — төньяҡ-көнсығышта,
  • Абано — көнсығышта,
  • Майли (Геналдон тарлауығында, шул уҡ Кармадон тарлауығында Майлийч яйлаһынан) — төньяҡ-көнбайышта[23].

Иҫтәлекле урындар үҙгәртергә

 
Картина русского художника В. В. Верещагина «Гора Казбек», 1898
 
Казбек. Август 2011.
 
Рус рәссамы В. В. Верещагин. «Казбек тауы», 1898
 
Казбек. Август 2011.

Казбек менән бик күп боронғо легендалар һәм иҫтәлекле урындар бәйле. Яҡынса 3800 м бейеклектәге мәмерйәлә 80 метрлыҡ ҡая стенала боронғо грузин Бетлеми (Вифлеем) монастыры бар. «Картлис цховреба» йылъяҙмаһы буйынса, боронғо быуаттарҙа монахтар һалынып төшкән тимер сылбыр буйынса иң мөҡәддәс святыня нәмәләр һәм сиркәү хазинаһы һаҡланған монастырға күтәрелә торған булғандар. Мәғлүмәттәр буйынса, алланың ихтыяры буйынса Бетлем монастырына күтәрелгән изге Иосиф, Ираклий батшаға Авраам сатырының киҫәген бүләк иткән.

Казбек урындағы тау халҡы менән бәйле ҡөҙрәтле аллалар һәм батырҙар тураһындағы поэтик хикәйәләр быль, хикәйәттәр сказания һәм легендалар ижад иткән үҙәк булған. Мәҫәлән, борон грузиндар Казбекты христиандаҙың изге урыны тип күҙаллаған. Ингуштар йыл һайын Казбек янында мәжүси хоҙайҙарына ҡорбан килтерәгән. Һәм «тау түбәһе» үҙе — Казбектың ҡарлы түбәһе — тау халҡының рухи ижадында күренекле роль уйнаған.

Ингуштар, Гвилети (инг. Гелат) ауыл халҡы, мәжүси хоҙайҙарына йыл һайын Казбекка яҡын ҡорбан килтергәндәр. Гвилетлыларҙың ышаныуҙары буйынса, йәнәһе, тау түбәһендә кешеләргә күктән ут урларға маташҡан өсөн аллалар сынйырлап ҡаяға беркетеп ҡуйған Куркъа исемле егет ятҡан серле мәмерйә бар. Ул, йөрәген йыртҡыс ҡош суҡығанлыҡтан, ауыртыуға сыҙай алмай ыңғыраша икән.

 
Гергетиҙа Троицк сиркәүе

Хевиҙың (Казбекка яҡын урынлашҡан тарихи өлкә) төп биҙәге һәм уның символы булып хәҙер Степанцминда тип йөрөтөлгән элекке Казбеги ҡасабаһының бер өлөшө булған Гергети ауылы өҫтөндә торған Троицк сиркәүе һанала, унда бер ваҡыт Грузия мәғрифәтсеһе изге Нино (IV быуат) тәреһе һаҡланған. Ғибәҙәтхана Казбек фонында, Степанцминда (элекке Казбег) ҡасабаһы өҫтөндә бик матур урынлашҡан. Был ҡорам Изге Троицаға арналһа ла, уның төп байрамы — 28 август, Успения Ғайса бәйғәмбәр әсәһе Богородица көнө .

Яҡынса 4100 метр бейеклектә Бетлеми боронғо мәмерйә монастырь комплексы бар. 3675 метр бейеклектә, альпинистар өсөн приют булараҡ файҙаланылған, иҫке метеостанция бинаһы урынлашҡан. Метеостанция бинаһынан өҫтәрәк, Казбек түбәһенә күтәрелгән юлда, яҡынса 3900 м бейеклектә хәҙерге заман бәләкәй сиркәүе часовня тора.

Факттар үҙгәртергә

 
1987 йылғы совет маркаһы

2013 йылдың 10 сентябрендә 45 йәшлек Грузия президенты Михаил Саакашвили Оло кавказ һыртының Казбек тауына[24]күтәрелде. Ул пост-совет арауығында, 1995 йылдың 30 июнендә күмәк кеше ҡатнашҡан альпиниада сараһында 55 йәшендә төньяҡ Тянь-Шандың Иле Алатауындағы Абай пигына (4010 м) күтәрелгән Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Әбеш улы Назарбаевтан ҡала икенсе альпинист президент булды.

Топографик картаһы үҙгәртергә

  • Лист карты K-38-42 Тарское. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1988 г.
  • Карта бите K-38-IX Орджоникидзе. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1984 год. Издание 1988 г.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Қазақстан: Ұлттық энциклопедиясы (ҡаҙ.)Қазақ энциклопедиясы, 1998. — Т. 3. — Б. 89.
  2. Mount Kazbek // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. 3,0 3,1 https://www.peakbagger.com/peak.aspx?pid=10424
  4. И. И. Алиев, 3. И. Алиева. Карачаево-балкарские личные имена. — С. 334. — ISBN 5-900471-30-6.
  5. Инструкция по русской передаче географических названий Грузинской ССР. — М., 1972. — С. 9.
  6. Лебедев В.А., Вашакидзе Г.Т. Четвертичные Вулканы Большого Кавказа И Их Каталогизация На Основе Геохронологических, Вулканологических И Изотопно-Геохимических Данных // Вулканология И Сейсмология. — 2014. — В. 2. — С. 39. — ISSN 0203-0306.
  7. [1] (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
  8. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; карта төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  9. Казбек // Словарь современных географических названий / Рус. геогр. о-во. Моск. центр; Под общ. ред. акад. В. М. Котлякова. Институт географии РАН. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  10. [2] (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
  11. Масальский В. И. Казбек, гора // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  12. Ольга Неподоба. Незаслуженно забытая Грузия. Газета «Вольный ветер», № 66, октябрь 2004 года. Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  13. Никонов В. А. Краткий топонимический словарь.. — М., 1966. — С. 167.
  14. Казбек // Словарь современных географических названий / под общ. ред. В. М. Котлякова. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
  15. Казбек — Географический словарь
  16. Кавказский Узел. Кавказский Узел. Кавказский Узел. Дата обращения: 1 июль 2018.
  17. Кумахов М. А. Адыгская (черкесская) энциклопедия. — Москва: ФОНД им. Б. Х. Акбашева, 2006. — ISBN 5-99003-371-0.
  18. Далгат У.Б. Героический эпос чеченцев и ингушей. — Москва: Наука, 1972.
  19. Сергей Анисимов Кавказский Край путеводитель. М-Л.: ГИЗ, 1927
  20. Казбек назвали причиной катастрофы в Кармадонском ущелье. Lenta.ru (31 май 2007). Дата обращения: 6 апрель 2010. Архивировано 22 август 2011 года.
  21. Ни о каких контактах неандертальцев и сапиенсов в Европе говорить не приходится — Антропогенез. РУ
  22. Казбек // Казахстан. Национальная энциклопедия. — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. III. — ISBN 9965-9746-4-0.
  23. Со всего массива Казбека спускаются во все стороны сильно разорванные мощные ледники: …
  24. Президент Саакашвили забрался на Казбек

Литература үҙгәртергә

  • Гурбанов А.Г., Газеев В.М., Лексин А.Б., Докучаев А.Я., Цуканова Л.Е. Динамика теплового поля в контурах аномалии в верховье долины р. Геналдон по данным наземных термодатчиков // Вестник Владикавказского научного центра. — 2012. — Т. 12. — № 3. — С. 13—19.

Һылтанмалары үҙгәртергә

Ҡалып:Тышҡы һылтамалар