Кавказ Минераль Һыуҙары

Кавказ Минераль Һыуҙары (Кавминводы, КМВ) — Ставрополь крайында федераль әһәмиәттәге курорттар төркөмө; Рәсәй Федерацияһының координациялау администрацияһы булған махсус һаҡланыусы экология-курорт регионы[1].. Был төбәк менән туранан-тура дәүләт идаралығы Кавказ Минераль Һыуҙары администрацияһына йөкләнгән, уның рәйесе Ставрополь крайы губернаторы тәҡдиме буйынса Рәсәй Федерацияһы президенты тарафынан билдәләнә[2]

Кавказ Минераль Һыуҙары
Герб
Нигеҙләү датаһы 1802
Дәүләт  Рәсәй
Сәғәт бүлкәте UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 1 194 859 кеше (2018)
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1717
 Кавказ Минераль Һыуҙары Викимилектә

Географияһы үҙгәртергә

Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында, Ҡара һәм Каспий диңгеҙҙәренән бер үк тиерлек алыҫлыҡта, Минераль Һыуҙар ауыш тигеҙлеге һәм Оло Кавказдың төньяҡ биттәре тоташҡан сиктәрендә урынлашҡан регион[3].

Административ-территориаль торошо

500 мең гектарҙан артыҡ (5,3 мең кв. км) майҙаны булған Кавказ Минераль Һыуҙары Рәсәй Федерацияһының өс субъекты территорияһында тау-санитария һағы округы сиктәрендә урынлашҡан:

Физик-географик тасуирламаһы (урынлашыуы)

Кавказ Минераль Һыуҙары районы Ставрополь крайының көньяҡ өлөшөн алып тора һәм Эльбрустан 20 саҡрым өҫтәрәк Баш Кавказ һыртының (Главный Кавказский хребет) төньяҡ биттәрендә урынлашҡан. Райондың көньяҡ биләмәләре — Эльбрус тауы итәктәре, Хасаут һәм Малки йылғалары үҙәне; көнбайышта — Эшкакон һәм Подкумок йылғаларының үрге ағымы; райондың төньяҡ сиге булып Минераль Һыуҙар ҡалаһы хеҙмәт итә, уның артынан Кавказ алды (Предкавказье) далалары башлана.

КМҺ ҡалалары үҙгәртергә

Гербы Ҡала Майҙан (км²) Халҡы (кешеһе)
1   Пятигорск 97 145 971[4]
2   Железноводск 93 24 950[4]
3   Кисловодск 72 130 007[4]
4   Ессентуки 50 104 288[4]
5   Минераль Һыуҙар 51 75 974[4]
6   Георгиевск 25 70 803[4]
7   Лермонтов 31 22 741[4]

Иҡтисады үҙгәртергә

«Гранд Спа Юца» турист-рекреацион тибындағы махсус иҡтисади зона Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2007 йылдың 3 февралендәге 71 номерлы ҡарары нигеҙендә Ставрополь крайы территорияһында төҙөлә. 2012 йылдың декабренән Ставрополь крайының «Гранд Спа Юца» туристик-рекреацион махсус иҡтисади зонаһы «Төньяҡ Кавказ курорттары» ААЙ-ы идаралыҡ иткән Төньяҡ Кавказ туристик кластерына индерелгән[5]..

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә