Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы — кеше һәм хайуандар организмында ҡан циркуляцияһын тәьмин итеүсе органдар системаһы. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр тән органдарына һәм туҡымаларына, ә углекислый газ, метаболизм һәм йәшәйеш ҡалдыҡтары организмдан бүленә һәм шунан организмдан сығарыла.

Кеше тәнендәге иң ҙур ҡан тамырҙары схемаһы. Артериялар - ҡыҙыл, веналар күк төҫтә.

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы йомоҡ һәм йомоҡ түгел була. Кешелә, барлыҡ умыртҡалыларҙағы кеүек, йөрәк-ҡан системаһы йомоҡ.

Ҡан әйләнеше ағзаларҙан һәм организмдың туҡымаһынан лимфа ағымы менән тулыландырыла.

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы составына йөрәк һәм ҡан тамырҙары инә. Йөрәк — ҡанды хәрәкәт итергә мәжбүр иткән мускул органы, төрлө диаметрлы ҡан тамырҙары буйынса ҡан әйләнешен ритмик яҡтан көйләүсе орган.

Ҡан тамырҙары системаһының бөтә функциялары нервы-рефлектор регуляцияһы менән көйләнгән. Был тышҡы һәм эске мөхиттең даими үҙгәреүсән шарттарында гомеостазды һаҡларға мөмкинлек бирә.

Ҡан тамырҙары үҙгәртергә

Ҡан тамырҙарыҡан хәрәкәт итә торған көпшәләр. Йөрәктән органдарға барған ҡан тамырҙарын артерия тип, ә органдарҙан йөрәккә барған ҡан тамырҙарын вена тип атайҙар. Йөрәктән алыҫлашҡан һайын ҡан тамырҙары көпшәләре нәҙегәйә. Ҡан тамырҙарының бер нисә классификацияһы бар: анатомик, гистология, морфо-физиология. Р витамина етмәгән осраҡта, ҡан тамырҙарын нығытып булмай. Был комбинация ҡан тамырҙары варикозын булдырмау өсөн, атеросклероз һәм башҡа ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла.

Ҡан тамырҙары өс типҡа бүленә: вена, артерия һәм капиллярҙар. Артерия ҡанды йөрәктән башҡа органдарға ташый, ә вена киреһенсә органдарҙан йөрәккә ташый: йөрәк органы булып тора. Артерия стеналары ҡалын, юғары баҫымға сыҙамлы (250 мм терегөмөш бағанаһы) була, ә веналар стенаһы йоҡараҡ була.

Ҡан тамырҙары тармаҡла була:

эластик типтағы артериялар → артериялар → артериола → синусоидлы капиллярҙар,

эре веналар → вена → венул → өҙлөкһөҙ капиллярҙар.

Ҡан менән интерстициаль шыйыҡса араһында матдәләр алышыныу үткәреүсән стена аша — артериаль һәм веноз системаһыны тоташтырылған ваҡ ҡан тамырҙары аша башҡарыла. Бер минут эсендә бөтә капиллярҙарҙың стеналары аша 60 литрға яҡын шыйыҡса үтә.

Артерияләр һәм веналар араһында йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының периферик өлөшөн формалаштырыусы микроциркулятор үткәргес бар. Микроциркулятор үткәргес артериоллар, капиллярҙар, венулалар, шулай уҡ артериоловенуляр анастомозларҙы үҙ эсенә алған ваҡ ҡан тамырҙары системаһынан тора. Тап бына ошонда ҡан менән туҡымалар араһында матдәләр алмашы башҡарыла.[1].

Кислород һәм туҡлыҡлы матдәләр менән тулыланған ҡан артериаль тип, углекислый газ һәм матдәләр алмашыныу продукттары менән тулылыандырыған ҡан веноз ҡан тип атала.

Ҡан тамырҙарын өйрәнеү фәне ангиология тип атала.

Иң ҙур артерия — аорта.

Йөрәк үҙгәртергә

Йөрәк (лат. cor, грек. καρδιά) — эҙмә-эҙлекле ҡыҫҡартылыу нәтижәһендә ҡанды ҡан тамырҙарына ҡыуыусы мускулдарһан торған орган. Йөрәк фукнцияһы — ҡан ҡыуыу өсөн йөрәк алдарының (пресердий) һәм ҡарынсыҡтарҙың (желудочки) епсел мускулдарының ритмик ҡаҫҡарыуҙар һәм йомшарыуҙар нәтижәһендә ҡан ҡыуыу. Биологик төрөнә ҡарап йөрәк ике, өс йәки дүрт камераға бүленгән булыуы мөмкин. Имеҙеүселәрҙең һәм ҡоштарҙың йөрәге дүрт камералы. Ҡан ағымы буйынса уң йөрәк алды, уң ҡарынсыҡ, һул йөрәк алды, һул ҡарынсмыҡҡа бүлеп йөрөтәләр.

Стенаһы өс ҡатлы: эске эндокард (үҫентеләре клапан барлыҡҡа килтерә), урта — миокард (йөрәк мускулдары ирекһеҙҙән ҡыҫҡара, йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтар тоташмаған), тышҡы — эпикард (йөрәктең өҫкө өлөшөн ҡаплай).

Йөрәк анатомияһы хайуандарҙы йылы тәнле һәм һалҡын тәнлеләргә бүлеп төп алмашыныу дәрәжәһен билдәләй

Йөрәк эшмәкәрлеген көйләй тоған нерв үҙәктәре оҙонса мейелә урынлашҡан. Был үҙәктәргә теге йәки был органдың можтажлығы тураһында импульстар килә. Оҙонса мейе үҙ сиратында эшмәкәрлекте көсәйтеү йәки йомшартыу тураһында йөрәккә сигнал ебәрә. Органдарҙың ҡан ағымына ихтияжы ике төрлө рецепторһар менән теркәлә: һуҙылған рецепторҙар һәм химорецепторҙар.


Йөрәкте өйрәнеү менән шөғөлләнеүсе фән кардиология тип атала.

Йөрәк тоны үҙгәртергә

Йөрәк эшләгән ваҡытта йөрәк тоны (тауышы) барлыҡҡа килә:

  1. Систолик — түбән, оҙайлы (ҡапҡастарҙың тирбәлеүе, ике йәки өс ҡапҡаслы клапандырҙың ябылыуы).
  2. Диастолик — юғары, ҡыҫҡа (аорта һәм үпкә ярым түңәрәк клапаны ябылыуы).

Тыныс шарттарҙа йөрәк минутына 60—70 мәртәбә тибә, йөрәк тибеү йышлығы 60-тан түбән булһа — брадикардия, 90-дан юғары булһа — тахикардия тип атала.

Йөрәк мускулдары ҡыҫҡарыу ваҡытта түбәндәгесә характерлана: йөрәк алды — 0,1 секунд, ҡарынсыҡ — 0,3 секундҡа, пауза — 0,4 секунд.

Ҡан әйләнеше түңәрәктәре үҙгәртергә

Йомоҡ ҡан тамырҙары системаһының ҡан әйләнеше түңәрәге бар. Кешенең һәм ҡайһы бер умыртҡалылырҙың (балыҡтарҙан башҡа) бер нисә ҡан әйләнеше түңәрәге бар.Йөрәк алды һәм ҡарынсыҡтарынан башланған ҡан әйләнеше түңәрәктәре эҙмә-эҙлекле тоташҡан түңәрәктәрҙән тора.

Кешенең өан әйләнеше системаһы ике түңәрәктәр тора: ҙур һәм бәләкәй түңәрәк.

  • Ҡан әйләнешенең ҙур түңәрәге һул ҡарынсыҡта башлана һәм буш веналар тоташҡан уң яҡ йөрәк алдында тамамлана. Ҡандың тулы әйләнеше 20-24 секунд.
  • Бәләкәй түңәрәк үпкә тамыры сыҡҡан уң яҡ йөрәк ҡарынсығында башлана һәм үпкә веналары тоташҡан йөрәк алдында тамамлана. Бер әйләнеш 4 секунд тәшкил итә.

Ҡан веноз һәм артериаль була, ләкин артериаль ҡан һәр ваҡыт артерияларҙа, ә веноз ҡан веналарҙа булмай. Был ҡан әйләнеше түңәрәгенә бәйле.

  • Оло түңәрәк буйлып: артерияларҙа — артериаль, веналарҙа — веноз ҡан.
  • Кесе түңәрәк буйлап: артерияларҙа — веноз, ә веналарҙа — артериаль ҡан.

Ҙур ҡан әйләнеше түңәрәге бөтә органдарҙы һәм туҡымаларҙы ҡан менән тәьмин итә.

Ҡан әйләнешенең кесе түңәрәгендәге үпкә менән сикләнгән, ҡанды кислород менән байыта һәм углекислый газды алыштара.

Организмдың физиологик торошона ҡарап, шулай уҡ ҡан әйләнеше өҫтәмә түңәрәктәргә бүленә:

  • плацентар — инәлектә ятҡан балала.
  • йөрәк — ҡан әйләнеше түңәрәге ҙур өлөшөн тәшкил итә.
  • виллизий — артериаль ҡулса, артерияларҙың эске бассейны умыртҡалы артерияларҙа барлыҡҡа килә һәм,ҡан баҫымының етерлек кимәлдә ҡалыуын компенсацияларға булышлыҡ итә.

Патологиялар үҙгәртергә

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы патологияһын, тәү сиратта, беренсел йөрәк сирҙәре индерә: ҡайһы бер миокардит формалары, кардиомиопатия, йөрәк шеше. Шулай уҡ бында йоғошло ауырыуҙар, йоғошло-аллергик, дисметаболик һәм системалы ауырыуҙар менән зарарланыу ҙа инә.

Йөрәк һәм ҡан тамырҙары ауырыуҙарының халыҡ-ара классификаторында "Ҡан әйләнеше системаһы аурыуҙары" исеме аҫтында берҙәм класҡа берләшкән һәм түбәндәге пункттарға бүленә:[2]:

  1. Әүҙем ревматизм, шулай уҡ әүҙем ревматик перикардит, эндокардит, миокардит инә.
  2. Хроник йөрәк сирҙәре, шул иҫәптән йөрәк етешмәүсенлеге ла.
  3. Гипертоник сир.
  4. Йөрәктең ишемия ауырыуы һәм острый инфаркт миокарда и разные формы стенокардии, атеросклеротический кардиосклероз и аневризма сердца.
  5. Йөрәктең башҡа ауырыуҙары.
  6. Баш мейеһенең ҡан тамырҙары, субарахноид ҡан һауыу, баш мейегә ҡан һауыу, баш мейе тромбозын һәм баш мейе эмбологияһы.
  7. Артериялар, артериолдар һәм капилярҙар ауырыуы.

Ауырыуҙар үҙгәртергә

Йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы сирҙәре иҡтисади үҫешкән илдәрҙә үлемдең төп сәбәптәренең береһе булып тора[2]. 1980 йылға тиклем үлем структураһында йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренең өлөшө даими арта, әммә 1981-1982 йылдарҙа хәл тотороҡлана башланы

Иҫкәрмә үҙгәртергә

  1. Оживлённый тепловой и вещественный обмен крови с омываемыми ею тканями возможен лишь потому, что её течение в кровеносных сосудах не ламинарное, а вихревоемелких кровеносных сосудах течение крови ламинарное, и преобладающими являются диффузионные процессы переноса).
  2. 2,0 2,1 Сердечно-сосудистая система. Дата обращения: 23 апрель 2012. 2012 йыл 6 апрель архивланған.