«Йәш Польша» (пол. Młoda Polska) — исеме 1891—1918 йылдарҙағы Польшаның әҙәбиәте, сәнғәте һәм музыкаһы үҫешенең модернизм менән бәйле осоро. Был исем Йәш Германия, Йәш Скандинавия һәм башҡаларҙың исеменә оҡшатып алынған. Мәҙәниәттәге был ағым натурализм, импрессионизм, символизм, экспрессионизм, неоклассицизмдың Польша мәҙәниәтенә ныҡ позитив йоғонто яһағанынан килеп сыҡҡан. «Йәш Польшаның» программаһы бер төрлө генә булмаһа ла, уларҙы тормоштоң гармонияһыҙлығын тойоу, ижади азатлыҡты раҫлау, рәссамдың бойондороҡһоҙлоғон төрлө яңы әҙәби саралар аша күрһәтеу, мещан йәмғиәтенә һәм уның әхлаҡ нормаларына ҡаршы сығыу тойғолары берләштереп торған.[1] Был ағым бигерәк тә Польша сәнғәтендә, әҙәбиәтендә (шиғриәтендә), музыкаһында, театрында үҙ кәүҙәләнешен тапҡан.

«Үлем» (пол. Śmierć), Яцек Малиевский.

Ваҡыт сиктәре үҙгәртергә

XIX—XX быуаттарҙың сиге — Польша йәмғиәте һәм әҙәбиәте тормошонда үҙенсәлекле бер осор булып торған ваҡыт. «Йәш Польшаның» биләп торған ваҡыт сиктәрен күп тикшеренеүселәр күп төрлө һанап, уның ваҡытын аныҡ ҡына билдәләй алмағандар.. Казимеж Выка «Характеристика периода Молодой Польши» тигән тәнҡит хеҙмәтендә бер ниндәй әҙәби дата ла Адам Мицкевичтың «Стихи» китабының сығып, әҙәбиәттә романтизмға ҡырҡа боролош яһауының датаһын әйтә алмаған кеүек, «Йәш Польшаның» да барлыҡҡа килеү датаһын аныҡ ҡына әйтеп булмай тигән[2].

Шулай уҡ ниндәй ҙә булһа тарихи хәл-ваҡиғаны, мәҫәлән, романтизмдың хәлһеҙләнеп позитивизмға күсеүе Ғинуар ихтилалы менән бәйле булғаны кеүек итеп, «Йәш Польша» эпохаһына күсеүҙе аңлатҡаның күрһәтеп булмай.

Казимеж Выка шартлы рәүештә был осор башланыуҙы 1890 йыл менән билдәләгән, шулай ҙа ул былай тип яҙған: "Юғарыла күрһәтелгән дата әҙәбиәттә йә булмаһа сәйәси тормошта булған бер ниндәй ҙә хәл-ваҡиға, күренеш менән бәйле тугел. Ул бары тик шуны раҫлай: XIX быуаттың һуңғы ун йыллығы «Йәш Польша» ағымы менән бәйле күренештәрҙе үҙ эсенә алған, шунлыҡтан 1895—1900 йылдарҙа әҙәбиәтте тыуҙырыусы быуын төп ролде уйнай башлай һәм ул иң беренселәрҙән булып тора[3].

Юлиан Кшижановский ҙа шул уҡ датаны үҙенең: «Польский неоромантизм 1890—1915» тигән монографияһында күрһәткән. Антоний Потоцкий ҙа 1890 йылды әҙәбиәттәге ике үҫеш осороноң сиге итеп күрһәткән. Казимеж Чаховский «Образ современной польской литературы» китабында боролош датаһы итеп 1884 йылды күрһәткән. Был йылда натурализмдың тәүге теоретик һәм әҙәби күренештәре барлыҡҡа килеүе тураһында яҙған. Әммә Польша натурализмы тарихында иң әһәмиәтле факт булып Адольф Дыгасиньскийҙың (1884), Антония Сыгетиньскийҙың (1883), әҙәбиәткә аяҡ баҫып, яҙа башлауҙары тора. Ә «Йәш Польша» яҙыусылары бары тик 1890 йылда ғына әҙәбиәткә аяҡ баҫа башлайҙар: 1888 йылда Ян Каспровичтың «Стихи» китабы, Казимеж Пшервы-Тетмайерҙың 1891 һәм 1894 йылда тәүге ике йыйынтығы сыға. Зенон Пшесмыцкийҙың (Мириам) Метерлинк тураһындағы китабы 1891 йылда, Станислав Пшибышевскиҙың «Из психологии творческой личности» китабы — 1892 йылда сыға. "Был факттарға әҙәби мәҙәниәт тарихынан тағы ла ошо даталарҙы өҫтәргә була: 1893 (Тадеуш Павликовский Краков театрының яңы бинаһында директор посын биләй), 1895 (Юлиан Фалат Нәфис сәнғәт мәктәбенең директоры булып эшләй башлай)[4].

«Йәш Польшаның» тамамланыу датаһы ла билдәле түгел. Хәйер, күп кенә әҙәбиәт тарихсылары 1918 йылды был ағымдың тамамланыу йылы итеп иҫәпләйҙәр. Әммә был бик бәхәсле иҫәп. «Йәш поляктарҙың» таныҡлы күбеһе: Реймонт, Каспрович, Жеромский, Стафф, Берент, Анджей Струг — Беренсе һәм икенсе бөтә донъя һуғыштары араһында ла бик уңышлы һәм әүҙем эшләгәндәр. Шуға миҫал булып, Польша реалистик прозаһының данлыҡлы әҫәрҙәре булып Сенкевич, Прус, Ожешко әҫәрҙәре тора. Уларҙың әҫәрҙәре модернизм лирикаһының иң юғары нөктәһенә тиклем үҫешкән ваҡыты менән бер үк осорҙа яҙылған.

«Йәш Польша» осоро ҡырҡа икегә бүленә: 1905 йылдағы революцияға тиклемге һәм унан һуңғы осор. 1905 йылдан алып поляк әҙәбиәтендә революция йоғонтоһонда ҙур үҙгәрештәр була, бер генә поляк яҙыусыһы ла әҫәрҙәренең тематикаһында, проблематикаһында, хатта формаһында ла был осорға ышаныс күрһәтеү, тормошҡа ашмаҫ хыялдар менән йәшәү, был хыялдарҙың селпәрәмә ватылыуы арҡаһында йәшәү йәмен-тәмен юғалтыу кеүек күренештәрҙе кәүҙәләндермәйсә үтә алмаған.

Төшөсәнең барлыҡҡа килеүе һәм мәғәнәһе үҙгәртергә

«Йәш Польша» әҙәбиәттәге, музыкалағы театрҙағы ағымды ғына түгел, ә әҙәби мөхиттәге тормош стилен дә аңлатҡан. Мәҙәниәттәге йәш быуынды Краковтың «Жиче» журналында Артур Гурский үҙенең мәҡәләләр циклында иң беренсе булып атаған. Яңы сәнғәт поляк милли характерлы, йәштәргә генә хас дәртле, ялҡынлы булырға тейеш тип яҙған. Беренсе тапҡыр ошо исем менән Пшибышевский янында тупланған Краков модернистарын атай башлағандар.Үҙ заманының әҙәбиәте тураһында фекер йөрөткәндә ике быуат араһындағы поляк тәнҡитсеһе Ян Лорентович «йәш» һүҙенә шундай мәғәнә һалған: "Кем тормоштоң иҫкесә ағыуынан баш тарта, кем иҫкергән әҙәби хөрәфәттәрҙән ситләшә, үҙенең шәхсәнлеген яулап ала —шул «йәш» була "[5]. Үҙ йөҙөңдө яулап, даулап алыу законлы рәүештә "йәш поляктарҙың " әҙәби ҡыланыштарына, әҙәби алымдарына быға тиклем булмаған йүнәлештә эшләргә мөмкинлек биргән күренеш.

Музыкалағы сағылышы үҙгәртергә

  • Кароль Шимановский
  • Людомир Ружицкий
  • Гжегож Фительберг

Әҙәбиәттәге сағылыш үҙгәртергә

  • Адамович, Богуслав
  • Вацлав Берент
  • Тадеуш Бой-Желеньский
  • Кароль Иржиковский
  • Ян Каспрович
  • Болеслав Лесьмян
  • Тадеуш Мичинский
  • Эдвард Порембович
  • Тадеуш Риттнер
  • Вацлав Серошевский
  • Леопольд Стафф
  • Казимеж Пшерва-Тетмайер

Һынлы сәнғәттәге сағылыш үҙгәртергә

  • Ксаверий Дуниковский

Ҡаршы фекерҙәгеләр үҙгәртергә

  • Теодор Еске-Хоинский

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. История культуры славянских народов. В 3-х тт. / Отв. ред. Г. П. Мельников. — М.: ГАСК, 2003. — Т. III.
  2. Цит. по: Eustachiewicz L. Młoda Polska. Charakterystyka okresu i wybór tekstów. — Warszawa, 1979. — С. 8.
  3. Там же. — Warszawa, 1979. — С. 8.
  4. Там же. — Warszawa, 1979. — С. 9.
  5. Lorentowicz J. Młoda Polska. — Warszawa, 1908. — Т. II. — С. 4.