Йәшелғош
Йәшелғош
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: ракше һымаҡтар
Ғаилә: Сыбарсайҙар
Ырыу: Сыбарсайҙар
Төр: Йәшелғош
Латинса исеме
Merops apiaster
Linnaeus, 1758
ITIS 554661
NCBI 265611


Йәшелғош (лат. Merops apiaster, урыҫ. Золотистая щурка) — сыбарсайҙар(Meropidae) ғаиләһендәге сағыусы бөжәктәр менән туҡланыусы ҡош.

Ҡылыҡһырлама үҙгәртергә

 

Сыйырсыҡ ҙурлығында. Ғәҙәттә күмәкләшеп йөрөйҙәр. Осҡанда оҙон ҡанаты, уртаһынан нәҙек кенә ҡауырһындары сығып торған оҙон ҡойроғо күҙгә ташлана. Суҡышы оҙон, аҫҡараҡ кәкерәйеп тора. Түбәһе һәм арҡаһы һары көрән. Тамағы ҡара һыҙат менән уратып алынған һары төҫтә. ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшел. Кәүҙәһенең аҫ яғы зәңгәр. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Тауышы яңғырауыҡлы: «тири-тири». Күсмә ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Умартасыларға зыян килтерә.

Йәшәү урыны үҙгәртергә

Яландарҙағы балсыҡлы һәм ҡомло ҡабаҡтарҙа йәшәй. Ояһын ерҙе өңөп яһай.

Туҡланыуы үҙгәртергә

Төрлө бөжәктәр менән туҡлана. Күберәген сағыусы бөжәктәр менән.

Үрсеүе үҙгәртергә

5-6 бөртөк аҡ йомортҡаһы була.

Галерия үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Э. Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө, 1986 йыл.