Йүрүҙән (башҡорт теленең көнсығыш диалектында: юр үҙән, «өлкән йылға» мәғәнәһендә; рус. Юрюзань) — Көньяҡ Уралдағы йылға. Башланған урыны — Ямантауҙың төньяҡ итәге, Белорет районында.

Йүрүҙән
Йүрүҙән йылғаһы (Усть-Катав ҡалаһы янында)
Йүрүҙән йылғаһы (Усть-Катав ҡалаһы янында)
Характеристика
Оҙонлоғо 404 км
Бассейн 7240 км²
Һыу сығымы 55 м³/с
Һыу ағымы
Инеше Көньяҡ Урал
Тамағы Павловка һыуһаҡлағысы Ҡариҙел)
 · Координаталар 54°17′39″ с. ш. 58°14′28″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
РДҺР 10010201112111100023101
Йүрүҙән Викимилектә

Силәбе өлкәһе, Башҡортостандың Белорет, Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап аға. Ҡариҙел йылғаһына һул яҡтан ҡушыла (тамағынан 262 км алыҫлыҡта).

Географияһы үҙгәртергә

Йылға буйында Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән, Ҡытаутамаҡ (рус. Усть-Катав) ҡалалары, Башҡортостандың Салауат районы үҙәге Малаяҙ ауылы, «Янғантау» шифаханаһы урынлашҡан.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

Төп ҡушылдыҡтары:: уң — Кошелевка (Йүрүҙән ҡушылдығы), Оло Көтөм, Оло Берҙәш, Миҫе (Йүрүҙән ҡушылдығы); һул — Ҡатай (Йүрүҙән ҡушылдығы), Көҫкәнде (Ҡондоҙтамаҡ), Айыр, Ҡотҡур, Илек (Йүрүҙән ҡушылдығы), Ҡарамалы (Вязовка) һ.б.[1]

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә


  1. Йүрүҙән ҡушылдыҡтары