Йювяскюля[15][16][17], элегерәк Ювяскюль[18] һәм Ювэскюлэ[19] (фин.jyväskylä [ˈjyvæsˌkylæ]) — үҙәк Финляндияла ҡала һәм муниципалитет, Кески-Суоми берәмеге (ляни) үҙәге. Ҡала атамаһы «иген ауылы» тип тәржемә ителә.

Йювяскюля
фин. Jyväskylä
Герб
Нигеҙләү датаһы 1837
Рәсем
Рәсми атамаһы Jyväskylän kaupunki
Рәсми тел Фин теле[1]
Дәүләт  Финляндия
Административ үҙәге Центральная Финляндия[d]
Административ-территориаль берәмек Центральная Финляндия[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Статистическая область Йювяскюля[d][2]
Ассоциацияләшкән сайлау округы Центральная Финляндия[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Пяййянне[d] һәм Ювясъярви[d]
Хөкүмәт башлығы Тимо Койвисто[d]
Закондар сығарыу органы Jyväskylä City Council[d]
Ойошма ағзаһы Eurotowns network[d]
Халыҡ һаны 147 856 кеше (29 февраль 2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 90 метр
Туғандаш ҡала Ставангер[d][4][5][6], Эсбьерг[d][4][5], Дебрецен[4][7][5][…], Фьярдабиггд[d][4][5], Познань[d][4][5][8], Потсдам[d][4][5], Тарту[d][4][5][9], Ярославль[4][5], Ниидза[d][4][5], Куньмин[d][4][5][10][…], Муданьцзян[d][4][5], Минтурно[d], Эскильстуна[d][5], Энчёпинг[d], Цзинин[d][5] һәм Банска-Бистрица[11]
Милке Harju Stadium[d], AaltoAlvari[d] һәм Jyväskylä City Hall[d]
Сиктәш Муураме[d][12], Петяйявеси[d][12], Уурайнен[d][12], Лаукаа[d][12], Йямся[d][12], Йоутса[d][12], Тойвакка[d][12] һәм Луханка[d][12]
Алдағы Jyväskylän maalaiskunta[d][13] һәм Корпилахти[d][13]
Майҙан 1171,03 км² (1 ғинуар 2023)[14]
Почта индексы 40014 - 40740
Рәсми сайт jyvaskyla.fi
Урынлашыу картаһы
Коллаж
Классификация климата Кёппена субарктический континентальный климат (Dfc)[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Jyväskylä[d]
Карта
 Йювяскюля Викимилектә

Халҡы — 128,2 мең кеше[20].

Ҡала Тампере ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 147 км һәм Хельсинкинан төньяҡҡа ҡарай 270 км алыҫлыҡта, Пяййянне һәм Кейтеле күлдәре эргәһендә урынлашҡан.

Ҡалаға 1837 йылдың 22 мартында император Николай I указы буйынса нигеҙ һалына.

2012 йылда һорау алыуҙарҙа фин граждандары Йювяскюляла йәшәү кимәлен ылыҡтырғыс тип иҫәрләй[21].

Мәғарифы үҙгәртергә

 
Весилинна башняһынан ҡала күренеше

1858 йылда бында беренсе фин телле лицей асыла, ул юғары урта баҫҡыслы уҡыу йорто тип иҫәпләнгән. 1863 йылда фин телендә уҡытыусылар әҙерләү буйынса беренсе училище асыла. 1864 йылда — ҡыҙ балалар өсөн тәүге фин телле мәктәп, 1914 йылда Финляндияла беренсе йәйге университет асыла.

1966 йылдан Йювяскюля Университеты эшләй, был Финляндияла иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе, унда 16 мең самаһы студент уҡый. Университетта 7 факультет иҫәпләнә, шул иҫәптән илдә берҙән-бер физик культура факультеты бар

Бөтәһе 40 меңгә яҡын кеше ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында уҡый.

Транспорты үҙгәртергә

Йювяскюля тимер юлы вокзалы ҡала-ара автобустар линияһы менән тоташҡан. Вокзалдан Хельсинки, Тампере, Турку, Ваас һәм Финляндияның башҡа ҡалаларына поездар йөрөй.

Йювяскаля аэропортынан Хельсинки ҡалаһына туранан-тура рейстәр башҡарыла, шулай уҡ E75 һәм E63 автомобиль магистралдәре үтә.

Спорты үҙгәртергә

  • «Йювяскюль» — футбол клубы.
  • ЮП — хоккей клубы.

Иҫтәлекле урындары үҙгәртергә

Ҡалала Алвара Аальто проекттары буйынса биналар урынлашҡан. Финляндия Раллиһы уҙғарыла. .

Туғандаш ҡалалар үҙгәртергә

Билдәле кешеләре үҙгәртергә

  • Ари Ахон — фин хоккейсыһы, ҡапҡасы
  • Ферри Граф — йырсы (хәҙерге ваҡытта Йювяскюляла йәшәй)
  • Юха Канккунен— автомобилдә ярышыусы, ралли буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
  • Олли Мяяття — фин хоккейсыһы, «Питтсбург Пингвинз» НХЛ клубы һаҡсыһы, Олимпия уйындарының бронза призеры
  • Софи Оксанен — (1977 й.)— эстон-фин драматургы (атаһы — фин, әсәһе — эстон), уның «Очищение» романы һәм шул уҡ исемле пьесаһы донъяның 28 теленә, шул иҫәптән рус теленә тәржемә ителгән.
  • Яни Сойнинен — трамплиндан фин ырғыусыһы, олимпия чемпионы
  • Раймо Сумманен — фин хоккейсыһы һәм тренеры.
  • Отто Вилле Куусинен — фин сәйәси эшмәкәре, 1892—1900 йылдарҙа Йювяскюля лицейында уҡыған.

Климаты үҙгәртергә

Йювяскюля ҡалаһының климаты диңгеҙ һыҙаттары менән уртаса-континенталь. Ҡыш оҙайлы, сағыштырмаса йомшаҡ. Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡын. Уртаса йыллыҡ температура +3,3 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм 643 мм.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 7,8 11,0 16,2 22,6 28,5 31,3 34,2 30,7 23,5 16,5 10,9 8,7 34,2
Уртаса максимум, °C −5,1 −4,7 0,4 7,0 14,8 19,0 21,8 19,0 13,0 6,4 0,3 −3,3 7,4
Уртаса температура, °C −8,3 −8,5 −3,8 2,2 8,9 13,7 16,5 14,1 8,8 3,6 −2 −6,2 3,3
Уртаса минимум, °C −12 −12,7 −8,3 −2,7 2,7 7,9 10,9 9,2 4,7 0,8 −4,5 −9,5 −1,1
Абсолют минимум, °C −38,5 −36,8 −31,5 −19,5 −9 −2,6 1,1 −1,7 −9,2 −18,8 −27,2 −33,3 −38,5
Яуым-төшөм нормаһы, мм 45 32 36 35 44 67 84 78 55 66 54 47 642
Сығанаҡ: Финляндский институт метеорологии

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. http://www.stat.fi/meta/luokitukset/kunta/001-2012/luokitusavain_ks.html
  2. Kuntien ja seutukuntien vuoden 2024 välinen luokitusavainСтатистический центр.
  3. Finland's preliminary population figure was 5,608,218 at the end of February 2024Статистический центр.
  4. 4,00 4,01 4,02 4,03 4,04 4,05 4,06 4,07 4,08 4,09 4,10 http://www.jyvaskyla.fi/hallinto/kansainvalinen_toiminta/kansainvaliset_verkostot/ystavyyskaupungit
  5. 5,00 5,01 5,02 5,03 5,04 5,05 5,06 5,07 5,08 5,09 5,10 5,11 5,12 https://www.jyvaskyla.fi/organisaatio/konsernihallinto/kansainvaliset-yhteydet/verkostot/jyvaskylan-ystavyyskunnat
  6. https://www.stavanger.kommune.no/om-stavanger-kommune/fakta-om-stavanger/#stavangers-vennskapsbyer
  7. http://portal.debrecen.hu/varosunk/testvervarosok/jyvaskyla_testvervarosok.html
  8. https://www.poznan.pl/mim/main/jyv-skyl-finlandia,p,19,62.html
  9. http://www.tartuvv.ee/index.php?option=com_content&view=article&id=139&Itemid=167
  10. https://wb.km.gov.cn/c/2008-02-21/3839238.shtml
  11. https://www.banskabystrica.sk/zivot-v-meste/o-meste/partnerske-mesta/
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 12,6 12,7 https://www.stat.fi/org/avoindata/paikkatietoaineistot/kuntapohjaiset_tilastointialueet.html
  13. 13,0 13,1 Kaupunkien ja kuntien lukumäärät ja väestötiedotAssociation of Finnish Municipalities.
  14. Suomen pinta-ala kunnitain 1.1.2023 (фин.)MML.
  15. Норвегия, Швеция, Финляндия // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 50-51. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  16. Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  17. Словарь географических названий зарубежных стран / отв. ред. А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1986. — 459 с.
  18. Географический энциклопедический словарь: географические названия / Под ред. А. Ф. Трёшникова. — 2-е изд., доп.. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — 592 с. — 210 000 экз. — ISBN 5-85270-057-6.
  19. Книпович, 1890—1907
  20. Kuntien Asukasluvut Aakkosjärjestyksessä 2010 йыл 2 декабрь архивланған.
  21. Опрос: Тампере — лучший город Финляндии для проживания // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 4 апрель 2012. (Тикшерелеү көнө: 6 апрель 2012)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә