Йыйын — күмәк ырыуҙың ил, донъя хәл торошо тураһында һөйләшеп, һүҙ, кәңәш беректереү өсөн саҡырған оло йыйылышы. Йыйындарҙың ырыу, дөйөм халыҡ исеменән үткәрелгәндәре йыш ҡына ырыу-ара, хатта халыҡ-ара йыйын төҫөн алыр булған. Атайсал, Айҙаболан йыйынына, мәҫәлән, Ете ырыу береге (Бөрйән, Ҡыпсаҡ, Түңгәүер, Юрматы, Тамъян, Ҡатай, Үҫәргән тигән ырыуҙар) йыйын йыйған. Зәйнулла йыйыны ла шундай типтағы байрам булған. Аҡтүбә байрамында ҡаҙаҡтар ҙа ҡатнашҡан.

Йыйын
Дәүләт  Башҡортостан Республикаhы

«Йыйын» һүҙе урынына борон монгол теленән төркигә күскән «ҡоролтай» һүҙен дә ҡулланғандар. Халыҡ яҙмышы өсөн үтә мөһим хәл килеп тыуһа, мәленә ҡарап тормай, һундар заманынан уҡ төркиҙәр, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, уларҙан тыш хазарҙар, бәшнәктәр, уғыҙҙар ҙа мотлаҡ рәүештә ҡоролтай йыйыр булған.

Тарихы үҙгәртергә

XVI быуат уртаһында урыҫ батшаһы Иван IV-нең саҡырыуы буйынса, Мәскәү дәүләте менән Тарихи Башҡортостандың берләшеүе хаҡында ҡарар ҡабул иткәндә лә, башҡорттарҙың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын, динен, йолаларын таныуы хаҡында Аҡ бей батшаның «жалованная грамотаһын» алып ҡайтыу уңайы менән дә ҡоролтайҙар үткәрелгән. Рәсәй менән Тарихи Башҡортостандың шул документтар ярҙамында нығытылған договорлы мөнәсәбәте батша властары тарафынан бер яҡлы боҙола башлағас, шул мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеүҙе талап итеп, ихтилалдарға күтәрелер булғанда ла, 1917 йылда Февраль, Октябрь революцияларынан һуң, Рәсәй составында Башҡортостан тигән беренсе автономияны иғлан итеү өсөн дә башҡорттар ҡоролтай үткәргән.

 
Башҡорттар йыйын байрамында. ХХ быуат башы, Ябалаҡлы ауылы

Йыйын гимндары үҙгәртергә

Борон-борондан башҡорттарҙың милли гимны иҫәпләнгән мәшһүр «Урал» йырын йырсылар, йыраусылар

 

«Арал диңгеҙенән Алтайғаса
Йәйрәп ята башҡорттоң далаһы.
Йырҙарың күп һинең моңдарың күп,
Әйҙә, йырла башҡорттоң балаһы»

 

тигән һүҙҙәрҙән башлар булғандар. Ысынлап та башҡорттоң йырҙары күп, биләгән биләмәһе тап шулай киң булған. Ғәрәп хәлифәте илсеһе Әхмәт ибн-Фаҙландың башҡорттарҙы 922 йылда башлап Арал диңгеҙе буйында осратыуы ла, Алтай — Иртыш яҡтарында Башҡорт йылғаһы, Башҡорт далаһы тигән топонимик атамалар һаҡланып ҡалыуы ла — шуға дәлил.

Яҙын — яҙлауға, йәйен — йәйләүгә, көҙөн — көҙләүгә, унан кире күсә-күсә, даими ҡышлар урынға, ыҙмаға, ҡайтып, малды ҡураға индереп, тибенләрлеген тибендә тотоп, һунар итеп йәшәгән бабаларыбыҙға:

Хаҡ тәғәләнең ҡөҙрәте шундайҙыр:

 

Бер алты айҙы ҡыш иткән,
Бер алты айҙы йәй иткән, —

 

тип, йылды ике миҙгелгә бүлеү ифрат та ҡулайлы булған. Улар өсөн алты айлыҡ йәй миҙгеле, асылда, яңы йылдан — Науруздан башланған.

Миҙгел байрамдары үҙгәртергә

Алтышар айлыҡ ике миҙгелдән торған йыл тәүлегенә һәм халыҡтың кәсебенә ярашлы йола байрамдары хасил булған. Улар шулай сиратлашҡан: яңы йыл тыуыуын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә (22—23 мартта) Науруз байрамы менән билдәләгәндән һуң, яҙ килеүгә — Ҡарға бутҡаһы, Иртә яҙ (уны ҡырғыҙ-ҡаҙаҡ һәм бәғзе башҡорттар Ҡымыҙ морондоҡ тип атар булған), кәкүк килеүгә — Кәкүк сәйе, Ҡуҙғалаҡ байрамы; яҙғы эштәр тамамланыуға — Май сәйе, Уйын тауына сығыу (Хозурға сығыу, Сәхрәгә сығыу, Теләк салыу) йола байрамдары атҡарылған. Шунан Ат аяғы ҡыҙҙырыу көнө, Һабантуй, Йыйын; көн оҙайыуҙан туҡтағас — Йәйге Нардуған йәки Ҡояш байрамы (25 июнь — 5 июль); көҙөн — Сөмбәлә, Әбейҙәр сыуағы; ҡыш үҙ көсөнә ингәс — Ҡаҙ өмәһе, Һуғым байрамы (Ит тәме әйтеү); көн ҡыҫҡарыуҙан туҡтағас — Ҡышҡы Нардуған (25 декабрҙән 5 февралгәсә), артабан февраль ахыры — март баштарында — Сөрән (Һөрән), Кесе йыл, Оло йыл, Баш итенә саҡырышыу (Һуғым башын ашау) байрамдары үткәрелә. Уларҙың күпселеге милли ерлектә тыуһа, ҡайһы берәүҙәре йә төрки ҡәрҙәштәребеҙ, йә фин-уғыр һәм фарсы телле ҡәүемдәр менән уртаҡ.

Миҙгел байрамдарынан тыш, башҡорттарҙың ижтимағи тормошонда борон-борондан йыйындар мөһим роль уйнаған. Ауыл (ара, кесе ырыу, аймаҡ) кимәлендә генә үткәреләме, ырыу, ҡәбилә, дөйөм халыҡ вәкилдәре кимәлендә ойоштороламы, улар башҡорт йәмғиәтендә һәр мөһим эште, килеп тыуған мәсьәләне (яу сабыу, яу ҡайтарыу, ханға, батшаға, башҡа хакимдарға вәкил, ғарызнамә һ. б. ебәреүҙе) хәл иткәндә, уртаҡ фекер, ҡараш, ҡарарға, артабан бер төптән ҡуҙғалып, килешеп эшләү өсөн, йыйын йыйыр булғандар.

Йыйындар тураһында элекке матбуғатта һәм әҙәбиәттә үҙгәртергә

1915 йылда «Вестник Оренбургского учебного округа» тигән баҫмала Б.Зорин тигән берәү «Башҡорт байрамы йыйын» тигән мәҡәлә баҫтыра. Ул шулай башланып китә: «Йыйын, башҡорттарҙың йәйге байрамы, ғәҙәттә, ураҡҡа төшөрҙән алда үткәрелә һәм бындай байрамдар 15 майҙан 10—15-се июлгәсә һуҙыла».

Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Хәтирәләренән» иһә шул мәғлүм: «Апрелдең беренсе яртыһында—татар ауылдарында сиратлап… һабан туйы, май аҙаҡтарында башҡорт ауылдарына йыйын байрамдары…» уҙғарылыр булған. Йәш сағында ул үҙе шул ике байрамда ла ҡатнашып йөрөгән. Зорин билдәләүенсә, йыйын — башҡорттарҙың иң яратҡан байрамы. Ул хатта йот йылы ла үткәрелә. Бер аҙнанан йыйын тигәндә, ҡыҙ-ҡырҡын, бисә-сәсә, әбей-һәбей — бөтәһе лә тырышып-тырышып, булған ғына йорт йыһазын, кейем-һалымын, ҡашыҡ-аяғын таҙарта: йыуырлығын йыуа, йышырлығын йыша, мөрйәләрен ағарта.

Йыйындар герграфияһы үҙгәртергә

Силәбе, Ҡурған тарафтарында тамыр йәйгән башҡорттар йыйынды «майҙан», көньяҡтағылар «бәйге» тип йөрөткән. Ҡайһы берҙә бындай атамалар урынына ҡайҙа барыуҙы аңлатҡан исемдәр генә ҡулланылған (Көнгәккә сығыу, Мәсемгә сығыу, Аҡбейеккә барыу).

Ырыу-ара йыйындар ҡайҙа үткәрелһә, шул урындың исеме менән аталған. Зәйнулла йыйыны, Аҡтүбә йыйыны, Ишембай йыйыны, Һәүнәк йыйыны, Бәйембәт йыйыны, Сарышйыйын, Барҙайыйын кеүектәре ана шундайҙар рәтенә инә. Һәүнәк йыйыны, мәҫәлән, Көньяҡ Уралдағы күркәм Һәүнәк ташында үткәрелер булған. Уны, нигеҙҙә, шул тирәлә йәшәгән Тамьян, Түңгәүер, Бөрйән, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуҙары бергәләп, Барҙа йыйынды хәҙерге Пермь крайының Барҙа ауылында Ғәйнә ырыуы башҡорттары йыйыр булған.

Киреһенсә лә булғылаған: йыйындарҙың даны урын исеменә лә күскеләгән. Дыуан,Һарт, Тырнаҡлы, Мырҙалар тигән ырыуҙар һәм уларҙың күрше-күләне йыйын үткәрә торған тау аҙаҡ Хөкөм тауы тип йөрөтөлә башлаған. Бөрйәндә Аҫҡар-Исламбай яғындағы бер тауҙың — Әңгәмә тауы, Ҡотан ауылына яҡын бер түбәнең Туйбағы тип аталышы ла йыйынға бәйле. Был турала ошо атамалар менән бәйле топонимик риүәйәттәр бәйән итә. Башҡорт фольклорының башҡа жанрҙарыда ла, атап әйткәндә, «Сыңғыҙнәма», «Иҙеүкәй менән Мораҙым», «Бабсаҡ менән Күсәк», «Ҡараһаҡал», «Юлай менән Салауат», «Байыҡ Айҙар сәсән» ише эпик ҡомартҡыларыбыҙҙа, «Икенсе әрме» тигән йыр-риүәйәттә һәм ырыу шәжәрәләрендә лә йыйындар сағылыш тапҡан.

Йыйындар — хәҙерге заманда үҙгәртергә

СССР тигән Оло Ватаныбыҙҙа ХХ быуаттың һуңғы осоронда «перестройка» тигән яман аты сыҡҡан яңы түңкәрелеш дәүерендә ил-көн, милләт яҙмышын, артабан китер юлды тикшереү маҡсатында, башҡорттарҙың «Урал» милли-ижтимағи үҙәге (етәкселәре Рәшит Шәкүров, Марат Ҡолшәрипов) ҡоролтайҙар традицияһын яңынан тергеҙҙе. Башҡортостан Республикаһында 1995 йылда I-се, 2002 йылда II-се һәм 2010 йылда III-сө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайҙары рәсми рәүештә үткәрелделәр.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 444-се бит

Һылтанмалар үҙгәртергә