Йоргос (Георгиос) Даларас (грек. Γιώργος Νταλάρας, МФА: [ˈʝɔɾɣɔs daˈlaɾas], 29 сентябрь 1949 йыл, Пирей) — грек музыканты, композитор, йырсы.

Йоргос Даларас
грек. Γιώργος Νταλάρας
Рәсем
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Греция
 Кипр Республикаһы
Тыуған көнө 29 сентябрь 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[4] (74 йәш)
Тыуған урыны Пирей, Греция
Атаһы Loukas Daralas[d]
Хәләл ефете Anna Dalara[d]
Балалары Georgianna Dalara[d]
Туған тел Грек теле
Һөнәр төрө йырсы, музыкант, композитор, инструменталист, аранжировщик, студийный музыкант, музыкальный продюсер
Музыка ҡоралы вокал[d], струнный музыкальный инструмент[d], гитара, бузуки[d], уд[d], багламас[d], цурас[d], ударный музыкальный инструмент[d] һәм губная гармоника[d]
Дискография George Dalaras discography[d]
Жанр халыҡ музыкаһы[d], Smyrneiko[d], ребетика[d], лаика[d], византийская музыка[d], éntekhno[d], поп-музыка[d], Рок, латиноамериканская музыка[d], классик музыка, симфоническая музыка[d] һәм Опера
Тауыш яҙҙырыу лейблы Minos EMI[d]
Рәсми сайт georgedalaras.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 53 300 ± 99[5]
 Йоргос Даларас Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Музыкант ғаиләһендә тыуып үҫә. Атаһы — Лукас Даларас[6][7] — рембетика жанрында төп музыканттарҙың береһе. Йоргос Даларас «Сту Стелаки» клубында бузукила уйнап, атаһының тәүге йырын яҙҙыра. 1967 йылда яҙҙырылған «Προσμονή» трегы йәш йырсыға профессиональ сәхнәгә сығыу өсөн пропуск була — тиҙҙән ул Афинала клуб хужаһы Мацас Макис менән контракт төҙөй. Бер йылдан Даларас Манос Лоизос һәм Йоргос Мицакис менән эшләй, шулай уҡ үҙенең тәүге альбомын яҙҙыра.

Даларастың карьераһының үҫеше 1974 йылда башлана, йырсы МикисТеодоракистың йырҙарын башҡара, һәм рембетика музыканттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй башлай, улар менән бергә был жанрҙың 50 йыллығына арналған проекттар өҫтөндә эшләй. 1983 йылда Афинала олимпия стадионындағы һәм Орфей театрындағы концерттары ҙур уңышҡа эйә була — 100 меңдән ашыу билет һатыла.

Йоргос Даларас 1980 йылдар башында, Парижда Олимпия концерт-холл сәхнәһендә, Брюсселдә европа фестивалендә, Мәскәүҙә йәштәр фестивалендә сығыш яһап (1985), донъяла дан ҡаҙана. 1981-1982 йылдарҙың ҡышында режиссёр Пантелис Вулгарис ҡуйған «Super Star» ҡуйылышы үтә, унда шулай уҡ Гликерий һәм Маргарита Зорбала ҡатнаша. Даларастың репертуарында күберәк халыҡ йырҙары һәм ижтимағи-сәйәси тематикалы йырҙар була. Бигерәк тә уның кипр мәсьәләһендә ҡатнашыуы мөһим була.

19941995 йылдарҙа Даларас Аттик Одеон Геродта һәм Афина «Мегарон» концерт холлында, Лондон стадионы Уэмблдә һәм Чикаго сәхнәһендә МикисТеодоракисҡа арналған ҙур концерттарҙа ҡатнаша.

Йоргос Даларас менән хеҙмәттәшлек иткән музыканттар араһында грек рембетик музыканттары ғына түгел, атап әйткәндә, Протопсалти Алкистис, шулай уҡ сит ил йондоҙҙары, мәҫәлән, Пако де Лусия, Эл Ди Меола, Ариэль Рамирес, Апостолис Антимос, Брюс Спрингстин, Питер Гэбриэл, Горан Бреговичтар ҙа бар.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Record #5130002 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #134783867 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  4. Internet Movie Database (ингл.) — 1990.
  5. (unspecified title)
  6. Γιώργος Νταλάρας: ΄Οπως δεν τον ξέρει κανείς
  7. МВД Греции 2010 йыл 13 февраль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә