Иҫке Сытырман (рус. Старый Четырман) — Башҡортостандың Фёдоровка районындағы ауыл. Бала Сытырман ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 291 кеше[1]. Почта индексы — 453295, ОКАТО коды — 80254805006.

Иҫке Сытырман
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бала-Сытырман ауыл Советы (Фёдоровка районы)
Почта индексы 453295
Карта

Географик урыны үҙгәртергә

Тарихы үҙгәртергә

Иҫке Сытырман ауылы (халыҡ телендә Оло Сытырман) Юрматы улусының Тәтегәс түбәһенә ҡараған. Беренсе тапҡыр урыҫ документтарында 1638 йылда иҫкә алына[2]. Шәжәрә буйынса, ауылға Тәтегәс бейҙең ейәне Кинйәбай нигеҙ һала[3]. Ауыл халҡы XVIII быуатта Мерәҫ ауылына (әле Ырымбур өлкәһе Новосергиев районына ҡарай), XIX быуат башында Бала Сытырман ауылына нигеҙ һала. 1791 йылда мәсет, 1813 йылда мәҙрәсә асыла. Кантон осоронда ауыл 7-се Башҡорт кантонының (1847 - 1855 йылдарҙа - 8-се кантон) 21 йортона, 1863 йылдан Сытырман (Бала Сытырман) улусына ҡарай, 1930 йылдан Ҡарағош (Стәрлебаш), 1935 йылдан Федоровка районына инә. Ауыл шәжәрәһе һаҡланған[4]. 1957 йылда Салауат исемендәге колхоз Пугачевский совхозына инә.

1794 йылда үткәрелгән V Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу материалдарында Иҫке Сытырман ауылындағы 55 ихатала 280 кеше йәшәүе теркәлә. 1859 йылда ауылда 100 ихата була һәм уларҙа 284 ир-егет һәм 334 ҡатын-ҡыҙ йәшәй. 1920 йылда совет осоронда үткәрелгән тәүге халыҡ иҫәбен алыу материалдарында ихаталар һанының үҙгәрмәүе күренә, әммә халыҡ һаны 417 кешегә тиклем кәмей (200 ир-егет һәм 217 ҡатын-ҡыҙ)[5].

Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 291 138 153 47,4 52,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Хисамитдинова Ф.Г. Башкирская ойконимия XVI-XIX вв. Уфа, 1991. С. 205.
  3. Сөйәрғолов Н. Мин — егерме дүртенсе быуын // Ағиҙел. 2002. № 7. 181-се б.
  4. Башкирские шежере. Уфа, 1960. С. 36-49; Башкирские родословные. Вып. 1. Уфа, 2002. С. 43-50.
  5. Коллектив авторов. История башкирских родов. Юрматы. / Хамидуллин С. И.. — Уфа: Китап, 2018. — Т. 30, часть 1. — С. 192. — 840 с. — 2 000 экз. — ISBN 978-5-295-06968-0.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә